Ғөзәйеров Ғарифулла Вәли улы
Ғөзәйеров Ғарифулла Вәли улы 14 август 1911 — 2 ноябрь 1991) — журналист. Журналистар союзы ағзаһы (1958)[1]. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1949).
Ғөзәйеров Ғарифулла Вәли улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 14 август 1911 |
Тыуған урыны |
Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы Иҫке Ибрай, Ибрай ауыл Советы (Ауырғазы районы), Ауырғазы районы, СССР |
Вафат булған көнө | 2 ноябрь 1991 (80 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | журналист |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәҒөзәйеров Ғарифулла Вәли улы 1911 йылдың 14 авгусында Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Иҫке Ибрай ауылында (хәҙер Башҡортостан ��еспубликаһының Ауырғазы районы) күп балалы ғаиләлә иң кесе, туғыҙынсы бала булып тыуған. Ошо уҡ йылда атаһы ауырып вафат була, 1921 йылғы ҡот осҡос аслыҡ ваҡытында, балаларҙы етем ҡалдырып, әсәһе вафат булғанда Ғарифуллаға ун йәш тә булмай ҡала. Иртә бала сағынан малай белемгә ынтыла, грамота һәм иҫәпте иртә төшөнә. Хыялы уны Башҡорт педагогия техникумына алып килә, уны 1932 йылда уңышлы тамамлай[2].
Бүздәктә ауыл йәштәре мәктәбендә йәмғиәт белеме уҡытыусы булып эшләгән йылдарҙа ул район һәм республика гәзиттәре менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә башлай. Уға был эштә урыҫ телен белеүе ярҙам итә. Йәш кешене Рәсәй агентлығының башҡорт бүлегенә эшкә алалар, унда Ғарифулла Гөзәйеров беренсе журналистлыҡ тәжрибәһе ала. Ике йыл Ҡыҙыл Армия сафтарында хеҙмәт иткәндән һуң яуаплы секретарь, «Йәш төҙөүсе» (ҡара: «Йәншишмә») гәзитенең мәхәррир урынбаҫары, мөхәррире булып эшләй[2].
1937 йылдан — «Пионер» журналын, 1938 йылдан — «Ҡыҙыл Башкортостан» республика гәзитен, 1939 йылдан «Ленинсы» йәштәр гәзитен етәкләй. 1942 йылда Мәскәүҙә ВКП(б) ҮК ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбен тамамлай[1]. Шул уҡ йылдың декабренән Ғарифулла Ғөзәйеров Башкорт кавалерия дивизияһының запас частарында хезмәт итә, Өфөлә урынлашҡан Севастополь Зенит училищеһында уҡый. 1943 йылдан ВЛКСМ‑дың Башҡортостан өлкә комитетыты секретары, 1944 йылда — «Правда» («Хәҡиҡәт») гәзитенең үҙ хәбәрсеһе була[1].
1948 йылдан Ғарифулла Вәли улы «Ҡыҙыл таң» гәзитенең яуаплы секретары. Шул уҡ йылда Мәскәүгә уҡырға киткән мөхәррир урынына эште алып ҡала. 1950 йылда — Башҡортостан дәүләт нәшриәте хеҙмәткәре, 1955 йылда — БАССР Мәҙәниәт министрлығының бүлек начальнигы. 1958 йылдан алып БАССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Телевидение һәм радиотапшырыуҙар комитетыты рәйесе, 1965—70 йылдарҙа рәйес урынбаҫары (1949).
1955 йылдан алып республиканың Мәҙәниәт министрлығында бүлек мөдире булып эшләй. 1957 йылда республика радиокомитеты Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы радиотапшырыуҙар һәм телевидение комитеты итеп үҙгәртелә. 1957 йылдың 10 декабрендә Ғарифулла Ғөзәйеровты комитет рәйесе итеп раҫлайҙар. Уны 1965 йылға тиклем етәкләй, һуңынан хаҡлы ялға киткәнгә тиклем 1970 йылда рәйес урынбаҫары булып эшләй. Был уның тормошоноң иң һөҙөмтәле йылдары була. Нәҡ бына шул осорҙа Башҡортостанда телевидение нигеҙҙәре һалына, яңа техника һәм технологияләр әүҙем индерелә[2].
Ғөзәйеров Ғарифулла Вәли улы 1993 йылдың 2 ноябрендә вафат була, Өфөлә ерләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергәХәтер
үҙгәртергәҒөзәйеров Ғарифулла Вәли улының тормошо һәм ижадына «Башҡорт энциклопедияһының» икенсе томында һәм «Ҡыҙыл таң» гәзитенең ҡыҫҡа энциклопедияһында мәҡәләләр арналған[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Ғөзәйеров Ғарифулла Вәли улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Он был одним из организаторов СМИ Башкортостана (К 105-летию со дня рождения Гарифуллы Гузаирова) 2021 йыл 4 октябрь архивланған.