Шөңгәккүл (күл)
Шөңгәккүл (шөңгәк — кибеп барған һүҙенән алынған[2]) — Башҡортостан Республикаһының Шишмә районындағы күл, Шөңгәккүл тимер юлы станцияһынан төньяҡ — көнсығышҡа 2 км алыҫлыҡта[3] «Шөңгәккүл» ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан[1][2][4].
Озеро | |
Шөңгәккүл | |
---|---|
Морфометрия | |
Үлсәме | 2[1] × 1,6[1] км |
Майҙаны | 2,4 км² |
Урынлашыуы | |
54°24′36″ с. ш. 55°14′00″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Дим (Күгиҙел) йылғаһы бассейнына ҡарай, атмосфера яуым-төшөмө иҫәбенә туйына[2].
Һаҙланыу һөҙөмтәһендә 4 айырым өлөшкә бүленгән[2][5].
Аҡмай торған күл, ярҙары һаҙланған һәм үлән баҫҡан, күл тирәһендә асыҡ дала киңлектәре — быларҙың барыһы ла кеше өсөн уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра һәм, киреһенсә, ҡоштарға оялау өсөн, мәҫәлән, ала ҡаҙ, аҡбаш сыпҡай, ҡыҙыл боғаҡлы казарка, бәләкәй ҡушы (луток) [1][3][6][7], ҡара боғаҡлы гагара, ҡара муйынлы сыпҡай, күл буғаһы, ҡауылдаҡ селән, аҡ маңлайлы ҡаҙ, сумғалаҡ, бөҙрә пеликан бик яйлы шарттар булдыра, күлдең үҙендә алтын һәм көмөш табан балыҡ йәшәй[2].
1965 йылдан комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы исемлегенә инә[5][8][2], һаҡлау зонаһы майҙаны — 240,0 га[3].
Күлдең һаҡлау объекттары булып күл экосистемалары тора[4], мәҫәлән:
• Шулай уҡ һаҡлауға мохтаж булған һыу тирәһе һәм йөҙгөс ҡоштар стацияһы (мәҫәлән, быҫылдаҡ аҡҡош);
• Ялан сәхләбе (ятрышник шлемоносный) һәм һаҙ баҙыҡайы үҫкән ғәҙәти еүеш һәм һаҙланған һыу баҫар туғайҙар[9].
Махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһенең тәғәйенлеше:
• Бөтә тәбиғәт комплексын һаҡлау;
• Хайуандар һәм үҫемлектәрҙең ерлек һәм һирәк төрҙәрен, яр буйы- һыу һәм һыу-һаҙлы үҫемлек донъяһының эталон төрҙәрен һаҡлап ҡалыу[9].
Тәбиғәт ҡомартҡыһы биләмәһендә тәбиғәт комплексының үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып һунар итеү, балыҡ тотоу (ҡыштан башҡа), ҡамыш һәм торф сығарыу, хужалыҡ хәжәтенә (шул иҫәптән мелиорацияға) һыу алыу, пестицидтарҙы зонала ҡулланыу, ҡыуаҡлыҡты ҡырҡыу[1][3] тыйыла.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Мулдашев А. А. и др., 2010, с. 346
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Мулдашев А. А. Статья «Шингаккуль» в электронной версии Башкирской энциклопедии . 2016 йыл 7 апрель архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Озеро Шингаккуль на сайте информационно-аналитической системы «Особо охраняемые природные территории России» (ИАС «ООПТ РФ») .
- ↑ 4,0 4,1 Потапова Н. А. и др., 2006, с. 15
- ↑ 5,0 5,1 Мулдашев А. А. и др., 2010, с. 345
- ↑ Валуев В. А. Обзор летней орнитофауны Предуралья и Южного Урала Башкортостана // Вестник Башкирского университета. — 2004. — Т. 9. — № 1.
- ↑ Маматов А. Ф. Залёт розового пеликана Pelicanus onocrotalus в Башкирию // Русский орнитологический журнал. — 1998. — № 44. — ISSN 0869-4362.
- ↑ Постановление Совета Министров Башкирской АССР 2015 йыл 22 декабрь архивланған. от 17.08.1965 г. № 465 «Об охране памятников природы Башкирской АССР» с изм. и доп., утвержденными Постановлением правительства Республики Башкортостан от 30.12.2011 № 514 «Об объявлении природных объектов и комплексов памятниками природы республиканского значения в Гафурийском, Мелеузовском и Нуримановском районах Республики Башкортостан»
- ↑ 9,0 9,1 Система охраняемых природных территорий Республики Башкортостан на сайте wwf.ru 2015 йыл 22 декабрь архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Мулдаш��в, А. А. Реестр особо охраняемых природных территорий Республики Башкортостан / А. А. Мулдашев, Э. П. Позднякова, Л. А. Едренкина, Ш. З. Сагитов, А. М. Волков, Е. А. Богдан, Ф. Ф. Хизбуллин, М. Н. Косарев, Э. З. Гареев, В. Б. Мартыненко, В. А. Яныбаева, Л. А. Султангареева ; глав. ред. Кутлиахметов А. Н.. — Изд. 2-е, перераб. — Уфа : Издательский центр «МедияПринт», 2010. — 414 с.
- Потапова, Н. А. Сводный список особо охраняемых природных территорий Российской Федерации (справочник). Часть II. / Н. А. Потапова, Р. И. Назырова, Н. М. Забелина, Л. С. Исаева-Петрова, В. Н. Коротков, Д. М. Очагов. — ВНИИприроды, 2006. — 364 с.
Был Башҡортостан географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |