Чехов Антон Павлович

рус драматургы һәм яҙыусыһы

Че́хов Анто́н Павлович (рус. Чехов Антон Павлович, 29 ғинуар 1860 йыл — 15 июль 1904 йыл) — рус яҙыусыһы һәм драматургы, белеме буйынса табип.

Чехов Антон Павлович
рус. Антон Павлович Чехов
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2][3]
Гражданлыҡ  Рәсәй ��мперияһы[4]
Тыуған ваҡыттағы исеме рус. Антонъ Павловичъ Чеховъ
Патронимы йәки матронимы Павлович[d]
Псевдоним Брат моего брата, Человек без селизёнки һәм Антоша Чехонте
Тыуған көнө 17 (29) ғинуар 1860[5][6][7][…]
Тыуған урыны Таганрог, Екатеринослав губернаһы[d], Рәсәй империяһы[3][5][8][…]
Вафат булған көнө 15 июль 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[7][5][9][…] (44 йәш)
Вафат булған урыны Баденвайлер, Великое герцогство Баден[d], Германия империяһы[3][5][10][…]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе туберкулёз
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d][5][11][12]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Павел Егорович Чехов[d]
Әсәһе Евгения Чехова[d]
Бер туғандары Мария Павловна Чехова[d], Чехов Александр Павлович[13], Николай Павлович Чехов[d] һәм Михаил Павлович Чехов[d][14]
Хәләл ефете Книппер-Чехова Ольга Леонардовна[5]
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө журналист, яҙыусы, прозаик, сатирик, драматург, новеллист
Эшмәкәрлек төрө проза, творческое и профессиональное письмо[d][15], драма[d][15] һәм медицина[15]
Уҡыу йорто Мәскәү университетының медицина факультеты[d][5]
Сәләмәтлек торошо туберкулёз
Последние слова cela fait longtemps que je n’ai plus bu du champagne…
Әҫәрҙәр исемлеге Библиография Антона Чехова[d]
Сәнғәт йүнәлеше реализм[d]
Жанр реализм[d], повесть[d], театр пьесаһы[d] һәм хикәйә
Йоғонто яһаусы Генрик Иоган Ибсен, Александр Николаевич Островский[d], Тургенев Иван Сергеевич, Гюстав Флобер, Гоголь Николай Васильевич, Золя Эмиль, Пушкин Александр Сергеевич, Толстой, Лев Николаевич, Ги де Мопассан, Оноре де Бальзак һәм Достоевский, Фёдор Михаил улы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][16]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Anton Chekhov
 Чехов Антон Павлович Викимилектә

Император фәндәр Академияһының нәфис һүҙ буйынса почётлы академигы (1900—1902). Дөйөм танылған донъя әҙәбиәте классигы. Уның пьесалары, айырыуса «Сейә баҡсаһы», йөҙ йылдан ашыу донъя театрҙары сәхнәһенән төшмәй. Донъяла иң танылған драматургтарҙың береһе.

26 йыл ижад ғүмерендә Чехов 900 тирәһе әҫәр яҙа (ҡыҫҡа юмористик хикәйәләр, етди повестар, пьесалар), уларҙың күбеһе классик донъя әҙәбиәте булып китә.

Таганрогта яҙыусы тыуған йорт

Биографияһы

үҙгәртергә

Бала сағы һәм үҫмер йылдары

үҙгәртергә

1860 йылдың 17 (29) ғинуарында Таганрогта Полицейский урамында ҙур булмаған йортта[17] «(әсәйем әйткәненсә)…Болотов йәки Гнутов йортонда, Третьяков В. Н. эргәһендә, урамдағы бәләкәй өйҙә» — А. П. Чеховтың П. Ф. Иордановҡа яҙған хатынан, (хәҙер Чехов урамы (Таганрог) Павел Егорович Чехов ғаиләһендә өсөнсө бала — Антон тыуа. Антондың баласағы бөтмәҫ сиркәү байрамдары, исем туйҙарында үтә. Эш көндәрендә мәктәптән һуң ир туғандар аталарының кибетен ҡарауыллай, көн һайын иртәнге сәғәт биштә тороп сиркәү хорына йырларға йөрөй. Чехов үҙе әйтеүенсә: «Баласаҡта минең баласағым булманы».

Чеховтың белем алыуы Таганрогта грек мәктәбендә башлана; 1868 йылдың 23 авгусында Антон Чехов әҙерлек класына уҡырға инә. (А. П. Чехов исемендәге 2-се һанлы гимназия, Таганрог гимназияһы). Был ирҙәр классик гимназияһы Рәсәйҙең көньяғында иң өлкән уҡыу йорто булып иҫәпләнә (1806-сы йылда коммерциялы булараҡ нигеҙ һалынып, 1866 йылда классик булып китә). Гимназияла уның донъяға ҡарашы, китаптарға, белемгә, театрға һөйөүе формалаша; ошонда ул уҡытыусыһы Федор Платонович Покровский тарафынан үҙенең тәүге «Чехонте» әҙәби псевдонимын ала; ошонда уның тәүге әҙәби һәм сәхнә тәжрибәләре башлана.

 
Мелихово усадьбаһында Чехов Хина исемле эте менән (1897)
 
Чехов Ольга Книппер менән (1901)
 
«Три сестры» пьесаһының тәүге баҫмаһы тышы (1901). Артисткалар М. Г. Савицкая (Ольга), О. Л. Книппер (Маша) и М. Ф. Андреева (Ирина)

Музыка һәм китап йәш Антон Чеховта ижадҡа ынтылыш уята. Бигрәк тә, 1827 йылда ойошторолған А. П. Чехов исемендәге Таганрог драма театры ҙур роль уйнай. Антон театрға тәүге тапҡыр 13 йәшендә аяҡ баҫа, «Гүзәл Елена» опереттаһын ҡарай, күп тә үтмәй ул театрға бар күңеле менән ғашиҡ була. Һуңғараҡ үҙ хаттарының береһендә ул шулай тип яҙа: «Ҡасандыр театр миңә бик күпте бирҙе…Элегерәк минең өсөн театрҙа ултырыуҙан да юғарыраҡ ләззәт юҡ ине…» Уның тәүге «Трагик», «Комик», «Бенефис», «Тауыҡ бушҡа ҡытҡылдаманы» кеүек әҫәрҙәренең геройҙары актерҙар һәм актрисалар булыуы осраҡлы түгел. Антон үҙенең гимназия дуҫының өй спектаклдәрендә лә ҡатнаша[18].

Гимназист Чехов юмористик журналдар нәшер итә, һүрәттәргә яҙыуҙар уйлап таба, юмористик хикәйәләр, сценкалар ижад итә. «Атайһыҙ» исемле тәүге драмаһын гимназияла уҡыу дәүерендә 18 йәшендә яҙа. Чеховтың гимназияла уҡыу дәүере уның шәхес булараҡ формалашауында һәм өлгөрөүендә, уның рухи яҡтан үҫешендә әһәмиәтле осор булып тора. Гимназияла уҡыу йылдарында Чехов яҙыусылыҡ эше өсөн бик бай материал туплай. Иң типик һәм үҙенсәлекле фигуралар һуңғараҡ уның әҫәрҙәрендә урын ала. Моғайын, уның математика уҡытыусыһы Дзержинский Эдмунд Иосифович — буласаҡ Контрреволюцияға ҡаршы көрәш буйынса Бөтә Рәсәй ғәҙәттән тыш комиссияһының тәүге рәйесе Дзержинский Феликс Эдмундовичтың атаһы — шундай фигураларҙың береһе булғандыр[19].

1879 йылда ул Таганрог гимназияһын тамамлай. Шул уҡ йылда ул Мәскәүгә күсеп китә һәм Мәскәү дәүләт университетының медицина факультетына (хәҙер И. М. Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү дәүләт медицина университеты) уҡырға инә. Бында ул билдәле профессорҙар Склифософский Николай Васильевич, Захарьин Григорий Антонович һ. б. белем ала. Шул уҡ йылда Антондың ағаһы Мәскәү эргәһендә урынлашҡан Истра (Воскресенск) ҡалаһында уҡытыусы урынын ала. Уға бөтә ғаилә һыйышлы ҙур фатир бүленә. Мәскәүҙә тығыҙ шарттарҙа йәшәүсе Чеховтар йәйгелеккә Воскресенскка Иван янына киләләр. Унда 1881 йылда Воскресенск дауаханаһы (Чика больницаһы) мөдире доктор П. А. Архангельский менән таныша. 1882 йылдан, әле студент булараҡ, ул дауаханала табиптарға пациенттар ҡабул итеүҙә ярҙамлаша. 1884 йылда университет курстарын бөтөрөп Чика больницаһында өйәҙ табибы булып эш башлай. П. А. Архангельскийҙың хәтирәләренән:

Антон Чехов эшен ашыҡмай башҡара, ҡайһы саҡта уның хәрәкәттәрендә ҡыйыуһыҙлыҡ сағылған кеүек була: ләкин ул эшен иғтибар менән һәм эшенә күҙгә күренеп торған һөйөү менән, айырыуса үҙенең ҡулдары аша үткән ауырыуға ҡарата һөйөү менән башҡара. Уның иғтибарын бигрәк тә ауырыуҙың күңел торошо йәлеп итә, шуға ла ҡәҙимге медикаменттар менән бер рәттән ауырыуҙың психикаһына табип һәм тирә-яҡ мөхит яҡлап тәьҫир итеүгә ҙур әһәмиәт бирә. [20].

Чехов һәм Башҡортостан

үҙгәртергә

1901 йылдың 25 майында, Мәскәү Художество театры артискаһы Ольга Книпперға өйләнгәс, А. П. Чехов кәләше менән Өфө губернаһына юлға сыға. Бында ул Лев Толстой кәңәшенә ҡолаҡ һалып, ҡымыҙ менән дауаланырға теләй. Аксёнов ауылындағы станцияға саҡлы яҙыусы тимер юлдан килә. Бында Андреевский ҡымыҙ менән дауаланыу учреждениеһы булған. Йәшәү шарттары шәп булмаһа ла, тәбиғәте уларҙы әсир итә, яҙыусы бынан хатта яңы хикәйәләр яҙып, сюжеттар йыйып ҡайтып китә.

1901 йылдың 25 майынан 1 июленә саҡлы дауаланғандан һуң, Чехов Ялтаға юллана[21].

Иҫтәлеге

үҙгәртергә

Башҡортостанда яҙыусының иҫтәлеге ҡәҙерләп һаҡлана. Хәҙер элекке Андреевский ҡымыҙ менән дауалау учреждениеһы — билдәле шифахана, ул Чехов исемен йөрөтә. Унда Чехов йәшәгән бина һаҡлана. Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районында йыл һайын «Чехов июне» тип аталған фольклор байрамы үткәрелә.

Чеховтың әҫәрҙәрен башҡорт теленә Зәйнәб Биишева,Сәғит Агиш, Мостай Кәрим, Ә. Вәли, Н. Иҙелбай һ. б . тәржемә иткән. Чехов әҫәре буйынса Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры, Милли йәштәр театры, Рус драма, «Нур» татар театрҙарында спектаклдәр ҡуйылды һәм ҡуйыла.

Өфө, Стәрлетамаҡ, Белорет, Туймазы ҡалаларындағы урамдарға Чехов исеме бирелгән.

Р. М. Нурмөхәмәтов яҙыусының Башҡортостанда дауаланыу ваҡиғаһы менән бәйле «Чехов Башҡортостанда» (1956) картинаһын яҙған.Минең тормошом — А. П. Чехов повесы.

«Минең тормошом» китабы

үҙгәртергә

1896 йылда яҙылған[22]. Тәүге тапҡыр «Нива» журналының ай һайын сыға торған әҙәби ҡушымтаһының 10-12 һандарында ошо уҡ йылдың октябрь-декабрендә баҫыла.

Баҫма тарихы

үҙгәртергә

Повесть тәүге тапҡыр Нива журналының ай һайын сыға торған № 10-12 әҙәби ҡушымтаһында 1896 йылдың октябрь-декабрендә баҫтырыла. Николай II батшалыҡҡа ултырғанлыҡтан сыҡҡан эшселәр стачкаларынан һәм яңы цензор тәғәйенләнгәнлек арҡаһында цензура көсәйеүҙән ҡурҡып, повестың цензура өсөн хәүефһеҙ тәүге биш бүлеген, цензорҙың уяулығын кәметеү маҡсатында, беренсе китап итеп, ҡалғанын икенсе китапта нәшер итергә булалар.

Автор тарафынан ҡайтанан эшкәртелгән повесть Суворин баҫтырған «Мужики» хикәйәләр йыйынтығында сыға. Моя жизнь («Минең тормошом») повесы бер ниндәй үҙгәрешһеҙ йыйынтыҡтың ете баҫмаһында 1897—1899 йылдарҙа сыға. 1899—1901 йылдарҙа Адольф Маркс[23] нәшер иткән Чехов әҫәрҙәре йыйынтығының туғыҙынсы томына был повесть автор тарафынан әҙ генә үҙгәртелеп индерелә.

Повестағы тормош сылбырҙарын һүрәтләгән тәьҫораттар яҙыусының бала сағынан уҡ башланып китә. П. Сурожский (П. Н. Шатилов): «…Моғайын, повесты яҙғанда Чехов Таганрог тураһында уйлаған»[24], — тип яҙа.

Чехов повесты 1896 йылдың февралендә яҙа башлай һәм шул уҡ йылдың июль аҙағында тамамлай. Повестың атамаһы арҡаһында килешмәүсәнлек килеп сыға. Чеховҡа «Моя жизнь» тигән атама оҡшамай, уның повесты «В девяностых годах» тип атағыһы килә. Нива журналының мөхәррире Алексей Тихонов-Луговой атаманы ниндәйҙер мемориал менән бәйләй һәм Чеховҡа шул көйөнсә үҙгәртеүһеҙ ҡалдырырға тәҡдим итә. Автор бәхәсләшмәй генә риза була.

Баҫмалары

үҙгәртергә

А. П. Чеховтың «Хирургия» хикәйәһе 1884 йылдың авгусында баҫыла. Тәүге тапҡыр аҙналыҡ юмористик әҙәби-нәфис «Осколки» журналының 32-се һанында 1884 йылдың 11 авгусында «Сценка» исеме менән А. Чехонте ҡултамғаһы аҫтында баҫыла.

1886 йылда хикәйә «Пестрые рассказы» йыйынтығына, артабан тағы ла стиль яғынан үҙгәртелеп, А. Ф. Маркс баҫҡан Чехов әҫәрҙәре йыйылмаһына индерелә. Был йыйылма өсөн А. П. Чехов хикәйәләге ябай һөйләү теленә хас һүҙҙәрҙе әҙәби телдәге һүҙҙәр менән алмаштыра.

Чехов тере саҡта хикәйә болгар, поляк һәм серб-хорват телдәренә тәржемә ителгән.

Сюжеттары

үҙгәртергә

Хикәйә медицина белемле Чеховтың тормош тәьҫораттары буйынса яҙылған. М. П. Чехов хикәйәнең сюжетың Чеховтың 1884 йылда Воскресенск ҡалаһында йәшәгән һәм Чикин земство дауаханаһында табип булып эшләгән сағы менән бәйләп иҫкә ала. Яҙыусы П. Сергеенко сюжеттың барлыҡҡа килеүен ағалы-энеле Антон һәм Александр Чеховтарҙың[25] актерлыҡ импровизацияһы менән бәйләй.

Хикәйәләге ваҡиға земство дауаханаһында бара. Бер ваҡыт дауахана табибы өйләнергә китә, ә уның урынында ауырыуҙарҙы фельдшер Курятин ҡабул итә. Ошо көндәрҙең береһендә сиркәү дьягы Вонмигласов дауаханаға килә. Уның теше бик ныҡ һыҙлай башлаған була. Дьяктың тешен ҡарағандан һуң, Курятин уны һурып алырға була. Дьякты ҡысҡыртып оҙаҡ ыҙалағандан һуң, фельдшер боҙоҡ теште һындыра. Ошо процедура ваҡытында фельдшер менән пациент пыр туҙып талашып китә.Антон Павлович Чеховтың «Яуыз малай» хикәйәһе 1883 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1883 йылдың 23 июлендә «Осколки» журналының 30 һанында «Әшәке малай» («Скверный мальчик») йәки (Кесе йәштәге дачниктар өсөн хикәйә) тип аталып, А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға. Ул шулай уҡ А. Ф. Маркс баҫмаһына ла ингән. Әҫәрҙәр йыйылмаһы өсөн Чехов хикәйәһен ҡыҫҡартҡан, унан малайҙың ҡайнатма урлаған һәм төшкө ашты тасуирлаған картиналар алып ташланған.

«Яуыз малай» — Антон Павлович Чехов яҙған хикәйә. Хикәйә 1883 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1883 йылдың 23 июлендә «Осколки» журналының 30 һанында «Әшәке малай» («Скверный мальчик») йәки (Кесе йәштәге дачниктар өсөн хикәйә) тип аталып, А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға.

Чехов үҙе тере саҡта хикәйә болгар, немец, серб-хорват, чех, швед телдәренә тәржемә ителә.

Хикәйәләге ваҡиға йәй көнө дачала бара. Иван Иваныч Лапкин һәм Анна Семеновна Замблицкая тигән йәш кешеләр йылға ярында балыҡ тота, ял итә. Яҡын-тирәлә кеше юҡ, Лапкин ҡыҙға үҙ күңелен асып һала: «Һеҙҙе күргәс тә, Һеҙгә күҙем төштө һәм мин беренсе тапҡыр ғашиҡ булдым, Һеҙҙе бөтә йөрәктән яраттым». Үҙенең мөхәббәте тураһында һөйләү менән бер үк ваҡытта ул ҡыҙға нисек итеп балыҡ тоторға, ҡармаҡты нисек ҡуйырға һәм ҡасан сирткән балыҡты ярға тотоп килтерергә кәңәш бирә. Ҡапыл Анна Семеновнаның ҡармағы сиртә, ул ибәтәйһеҙ генә ҡармаҡ һабын тарта, балыҡ ҡармаҡтан ысҡынып китә. Балыҡты тотоп ҡалырға тырышҡан Лапкин абайламайынса Анна Семеновнаның ҡулынан тотоп ала һәм уның ирендәрен үҙенекенә яҡын килтерә. Тегеһе ситкәрәк тайпылып ҡарай, ләкин инде барыһы ла һуң: «ирендәр иренгә тейешеп, үбешәләр». Был мәлде Анны Семеновнаның ҡустыһы, уларҙан әҙ генә алыҫтараҡ һыуҙа сыр-яланғас торған Коля тигән малай, күреп ҡала. Ул барыһын да күрә һәм «бик әсе мыҫҡыллап йылмая».

Йәштәр малайға бер һум аҡса бирә һәм бер кемгә лә бер һүҙ ҙә әйтмәҫкә ҡуша. Малай бер тәңкә аҡсаны ла ала, Лапкиндан буяуҙар, ең ҡыҫтырғыстар, төрлө ҡатырға ҡаптар һәм туп та һорап ала. Былайтып бүләктәр алыу малайға бик ныҡ оҡшап ҡала, һәм ул йәштәрҙе гелән күҙәтеп йөрөй башлай. Ул йәштәрҙе уларҙың үбешеп тороуҙары тураһында өлкәндәргә әйтеү менән янап ҡурҡыта; уға йәштәрҙән алған бүләктәр аҙ һымаҡ тойола һәм ул ахыр сиктә уларҙан кеҫә сәғәте алып биреүҙәрен таптыра башлай. Нишләргә белмәгән йәштәр малайға сәғәт вәғәҙә итә.

Ошо йылдың көҙөндә Лапкин Анна Семеновнаға никахлашырға тәҡдим яһай. Йәштәр Коляны табып алып, рәхәтләнеп, үстәре ҡанғансы Коляның ҡолаҡтарын борғослай.

Ғаиләһе, туғандары

үҙгәртергә

Атаһы яғынан

үҙгәртергә

Ҡартатаһының атаһы, Михаил Емельянович Чех (1762—1849), ғүмере буйынса алпауыт крәҫтиәне була. Уның биш улы булған (Иван, Егор, Артём, Семён и Василий). Михаил емельянович улдарын ҡаты тәрбиәләгән. Яҙыуусының ҡартатаһы — Егор Михайлович Чех (1798—12.03.1879) — Воронеж губернаһының Острогожский өйәҙе Ольховатка ауылында тыуған. Ул алпауыт И. Д. Чертковтың крәҫтиәне булған. Был алпауыттың ейәне һуңыраҡ яҙыусы Лев Толстойҙың фекерҙәше була. Егор Михайлович — Чеховтар ғаиләһендә иң беренсе уҡып-яҙыуға өйрәнгән кеше. Уның Чех ҡушаматының ниҙән килеп сыҡҡанлығы билдәле түгел. Выкупившись вместе с семьёй в 1841 йылда Егор Михайлович алпауытнан үҙен-үҙе һатып алыған һәм иреккә сыҡҡан, артабан ул данлыҡлы Дон атаманы Платовтың улы граф Платовҡа идара итеүсе булып эшкэинэ. Ул далалағы Крепкой и Княжой ауылдарында идаралыҡ итә һәм үҙенә аҡса эшләй. Егор Михайлович бик ҡырыҫ холҡло, ҡаты ҡуллы кеше була. Уның ҡаты холҡонан крәҫтиәндәр генә түгел, ә ғаилә ағзалары ла интеккән, шуға күрә уны крәҫтиәндәр «аспид (йылан)» тип атаған. Егор Михайловичтың яҙыусылыҡ һәләте лә була. Ул: «Мин байҙарға бик көнләшеп ҡарайым, сөнки улар ирекле генә түгел, ә уҡый ҙа белә»,- тип әйткән. Уның балалары ирекле крәҫтиәндәр була — өс улдары: Михаил (1823—30.12.1875), Павел (1825—1898) һәм Митрофан (1830 йәки 1836—08.09.1894). Ҡыҙы Александрны (1827—1906) һатып алырға атаһының аҡсаһы етмәй, шуға күрә Александраны 1841 йылда алпауыт Чертков Егор Михайловичҡа бушлай бирәд. Артабан Александра Василий Григорьевич Кожевниковҡа (1819—1904) кейәүгә сыға һәм туйҙан һуң иренең ауылы Твердохлебовоға ире янына күсеп китә. Оло улы Михаилды атаһы Калугаға китап төпләргә уҡырға ебәрә. Михаил артабан бик яҡшы оҫта булып китә. Михаил үҙен Чохов тип атай. Михаил атаһына бик оҫта эшләнгәншкатулка ебәрә, уның өҫтөнә: «Ҡәҙерле атай, минең тырышлығымдың емешен ҡабул ит», -тип яҙылған була. Антон Павлович был шкатулканы бик ныҡ ҡәҙерләп һаҡлаған. Митрофан Егорович Таганрогта бакалея магазинын тотҡан, уның ике улы була: Владимир (1874—1949), Таганрогта уҡытыусы булғану, һәм Егор (1870—03.11.1943), Рус пароходлыҡ һәм сауҙа йәмғиәтендә хеҙмәт иткән. Егорҙы Антон Павлович бик ныҡ хөрмәт иткән һәм яратҡан, уны «Жоржик» тип атап йөрөткән[41]. Егор Михайлович 1879 йылда ҡыҙы А. Е. Кожевникова ҡарауы аҫтында үлгән. Ҡәрсәһе Ефросинья Емельяновна, тыумыштан Шимко (1806—26.02.1878), ат үрсетеүселәр ғаиләһенән. Егор Михайлович менән ул 58 йыл бергә йәшәгән, Антон Павлович Чеховтың яҙыусы булып китеүендә уның йоғонтоһо бик ныҡ була.

Әсәһе яғынан

үҙгәртергә

Ҡартатаһының ҡатратаһы, Никита Морозов, алпауыт крәҫтиәне, XVIII быуаттың яртыһында Фофаново ауылында йәшәгән (хәҙер Ивановская өлкәһе). Уның улы, Герасим Никитич Морозов (1764—3.05.1825), Ул Волга һәм Оке буйлап ашлыҡ һәм ағас тейәлгән баржаларҙы йөрөткән. Уның ҡатыны крәҫтиән Татьяна Леонтьева, уларҙың биш балаһы булған: Алексеяй, Василий, Мария, Фёдор һәм Яков. 53 йәшендә ул үҙен һәм улы Яковты алпауыттан иреккә һатып ала. Ҡартатаһы, Яков Герасимович Морозов (1800—1847 йылдар тирәһе), Фофаново ауылында тыуған. Ул атаһына Моршанскиҙа һатыу эше алып барырға ярҙам иткән. 1820 йылда Александра Ивановна Кохмаковаға өйләнә. 1833 йылда Яков Герасимович ярлылана һәм үҙенә эш эҙләргә мәжбүр була — Таганрогта уны генерал Попков эшкәала. Ҡала башлығының комиссионеры булыу менән бер үк ваҡытта ул Ростовта киптерелгән балыҡ менән сауҙа итәко. Өс балаһы була: Иван (1821 һәм 1828—1866 һәм 1869 йылдар тирәһе), Федосья (1829—25.10.1891), Евгения (артабан А. П. Чеховтың әсәһе). Өләсәһе Александра Ивановна Кохмакова (1804—1868), хәлле оҫталар ғаиләһенән. Был ғаилә иконалар яҙған һәм ағастан төрлө кәрәк-яраҡтар эшләгән. Ул Шуяла иренән башҡа йәшәгән, ире бары тик ваҡыт-ваҡыт ҡына ғаиләһенә килеп-китеп йөрөгән. 1847 йылдағы ҡаты янғын 88 йортто яндырған, шул иҫәптән Морозовтар бер нимәһеҙ тороп ҡалған. Ошо уҡ йылда холеранан Яков вафат була. Тол ҡатын Александраға ике ҡыҙы: Феодосия һәм Евгенияға- шул уҡ генерал Попков ярҙам итеп үҙ ғаиләһенә ала һәм етем ҡыҙҙарҙы уҡыу-яҙыуға өйрәтә. Ата-әсәһе

1841 йылда, Чеховтың буласаҡ әсәһенә алты йәш тулғанда, яҙыусының буласаҡ атаһы Павел Ростовта Яков Морозовта (Евгенияның атаһында) йәшәй башлай. Алты йылдан һуң, Яков вафат булғас, был ғаиләләр араһында бәйләнеш юғала, ләкин тағы ла алты йылдан һуң яңынан күрешәләр. Баҡтиһәң, Евгенияның ағаһы Иван (1825—1867) Павел Егоровичтың бер туған ҡустыһы Митрофан Чехов (1836—1894) ҡулы аҫтында хеҙмәт иткәне билдәле була . Ошо арҡала Павел һәм Евгения танышып китә һәм 1854 йылда улар сиркәүҙә никахлаша.

Е. Я. Чехова Яҙыусының әсәһе, Евгения Яковлевна Чехова (1835—1919), тыумыштан Морозова, сауҙәгәр ҡыҙы — тыныс холҡло ҡатын, ул юҡсыллыҡты һәм иренең ҡаты холҡон бик ҙур түҙемлек менән кисерә. Ул уҡырға-яҙырға яратмай, әммә бар булмышын ғаиләһенә арнай, балаларын һәм ирен ҡарай . Ул tnt бала таба, шуларҙыңдүртәүһе үлә. Антон Чехов: «Талант беҙгә атайҙан, ә күңел әсәйҙән килгән», -тип әйтә.

П. Е. Чехов

Атаһы, Павел Егорович Чехов (1825—1898), үҙенең атаһына оҡшап ныҡ ҡаты холоҡло булһа ла, ғаиләһен яҡшы ҡараған, әммә балаларын ҡаты тотҡан. Ул балаларын үҙе сауҙа иткән кибетендә иртәнән алып ҡара кискә тиклем эшләргә , шулай уҡ сиркәү хорындайырларға мәжбүр иткән. Павел Егорович тормошоноң аҙағында көндәлегенә былай тип яҙып ҡуйған:

1830. Әсәйемдең Киевтан килгәнен һәм уны күргәнемде хәтерләйем. 1831. Холеранан дегет эсергәндәрен иҫләйем. 1832. Уҡырға-яҙырға өйрәндем 1833. Аслыҡ булғанын һәм имән ҡайрыһы менән мысай икмёге (алабута) ашағанды иҫләйем.[42] Ун алты йәше тулғанда ул шәкәр заводында эшләпөлгөргән була, мал ҡыуыусы була, артабан Таганрогта сауҙагәргә кибеткә эшкәурынлаша. 1856 йылда Павел Егорович 2500 һум аҡса табыш итеп, өсөнсө гильдия сауҙагәре булып китә. 1857 йылда ул «Сәй, шәкәр, кофе һәм башҡа колониаль тауарҙар» тигән кибет аса.

Чеховтарҙың өлкән быуындары бик дини кешеләр була, улар сиркәүгә йөрөй һәм хаж ҡыла. Ситркәүҙә Павел Егорович нота таный һәм скрипкала уйнарға өйрәнә, хорҙа поет һәм 1864 йылда кафедраль сиркәүҙең регенты булып тора. Был сиркәүҙә хор Афон монахтары кеүек псаломдарҙы бик оҙаҡ һуҙып башҡара, шунлыҡтан Павел Егоровичты 1867 йылда эштән сығаралар1. Артабан Павел Егорович грек монастырына күсә һәм бында хор ойоштора. Был хорҙа уның улдары Александр, Николай һәм Антон жырлай. Павел Егорович хорҙы скрипка моңо аҫтында башҡарта һәм монастырҙа регент була. Бының арҡаһында ул ҡалала бик билдәле кешегә әйләнә, уның хорын тыңларға хатта башҡа ҡалаларҙан һәм Ростовтан да кешеләр килә. Александр Павлович башта дискант менән, артабан бас менән пел; Николайскрипкала уйнай һәм атаһына уйнарға ярҙам итә. Антон альт менән пел Ғаилә татыу йәшәй.

Павел Егоровичтың сауҙа эштәре бик уңышлы башланыап китһә лә, артабан насарая, кибеттә бысраҡ була, уда һатыу иткән малайҙар һатып алыусыларҙы ота.

1874 йылдахәлдәр тағын да нығыраҡ киҫкенләшә, Павел Егорович бурыс соҡорона ултыртыла, шунлыҡтан ул 1876 йылдың 25 апрелендә Таганрогтан йәшерен рәүештә сығып китә һәм Мәскәүгә, ғаиләһе янына, күсеп килә. Бары тик Антон ғына гимназияла уҡыуын тамамларға тороп ҡала. Ул ғаиләләренең йортон һатып алған кешеләрҙең улына өҫтәмә дәрестәр бирә һәм шул аҡсаға атаһы йортонда йәшәй.

Йыл ярымдан артыҡ ваҡыт Павел Егорович ниһайәт үҙенә эш таба. 1877 йылдың 10 ноябрендә ул И, Гавриловтың магазинына кесе һатыусы булып айына 30 һумлыҡ хаҡҡа һәм йәшәргә мөйөш алып һатыусы булып китә. Был амбарҙа ул иртәнән ҡара кискә тиклем 14 йыл буйына эшләй.

Книппер-Чехова Ольга Леонардовна (1868—1959) — Антон Павловичтың ҡатыны; СССР-ҙың халыҡ артисы. Чехов Александр Павлович (1855—1913) — ағаһы, прозаик, публицист, мемуарист. Чехова Мария Павловна (1863—1957) — һеңл��һе, педагог, рәссам, А. П. Чеховтың Ялталағы Йорт-музейын төҙөүсе. Чехов Николай Павлович (1858—1889) — ағаһы, художник. Чехов Иван Павлович (1861—1922) — ҡустыһы, педагог. Чехов Михаил Александрович (1891—1955) —туғаны (ағаһы Александрҙың улы), билдәле артист, театр педагогы, режиссёр; эмигрант (1928 — Германия, 1939 — АҠШ).

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Литературный музей А. П. Чехова. Сборник статей и материалов, вып. 4, Ростов н/Д., 1967, стр. 91.
  • Чехов А. П. Моя жизнь: (Рассказ провинциала) // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
  • Чехов А. П. Бабы // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
  • Чехов А. П. Злой мальчик// Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. http://calmview.musikverk.se/CalmView/Record.aspx?src=CalmView.Persons&id=DS/UK/186 — 2017.
  3. 3,0 3,1 3,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #118638289 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  4. http://onlinelibrary.wiley.com/doi/10.1002/rmv.365/pdf
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 5,6 Паперный З. С., Паперный З. С. Чехов Антон // Краткая литературная энциклопедия (урыҫ)М.: Советская энциклопедия, 1962. — Т. 8.
  6. Венгеров С. Чехов, Антон Павлович (урыҫ) // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1903. — Т. XXXVIIIа. — С. 777—781.
  7. 7,0 7,1 https://bigenc.ru/literature/text/4684952
  8. Паперный З. С. Чехов Антон Павлович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1978. — Т. 29 : Чаган — Экс-ле-Бен. — С. 138—140.
  9. Anton Pavlovitš Tšehhov // Eesti biograafiline andmebaas ISIK (эст.)
  10. http://www.laphamsquarterly.org/death/miscellany/its-been-long-time-ive-had-champagne
  11. http://web.archive.org/web/20181018063925/https://www.mos-ritual.ru/novodeviche-kladbische
  12. Find a Grave (ингл.) — 1996.
  13. Быков П. В. Чехов, Александр Павлович (урыҫ) // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1903. — Т. XXXVIIIа. — С. 777.
  14. Чехов, Михаил Павлович (урыҫ) // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1903. — Т. XXXVIIIа. — С. 781.
  15. 15,0 15,1 15,2 Чешская национальная авторитетная база данных
  16. https://data.performing-arts.ch/a/e74defad-1b89-4a22-bf99-58fa94014ecc / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
  17. хәҙер унда «Чехов йорто» музейы урынлашҡан
  18. Киричек М. С. Дросси дом // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 330. — ISBN 978-5-88040-064-5.
  19. Дональд Рейфилд, «Сталин и его подручные», гл. 2
  20. У стен Нового Иерусалима. История города Воскресенска-Истры. М.: Лето, 2010. с. 389—390.
  21. А. П. Чехов: «Мой адрес — станция Аксёново Уфимской губернии…» 2017 йыл 7 ноябрь архивланған.
  22. James N. Loehlin The Cambridge Introduction to Chekhov 2010 1139493523 p.92. «Three Years» (1895), and «My Life» (1896).
  23. Muratova, K. D. Commentaries to Моя жизнь.
  24. П. Сурожский. Cтатьz «Местный колорит в произведениях А. П. Чехова». «Приазовский край», 1914, № 172, 3 июля
  25. «Чеховский юбилейный сборник». М., 1910, стр. 486