Хәсән (Ейәнсура районы)
Хәсән (рус. Хасановский[1], шулай уҡ башҡ. Шәмсит утары булараҡ билдәле[1]) — Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районындағы 2005 йылда юҡҡа сыҡҡан утар. Бөтөрөлгән мәлдә Муйнаҡ ауыл Советы составына ингән була.
Хәсән | |
Хәсән | |
Рәсми атамаһы | Хәсән |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Халыҡ һаны | 109 кеше (1968) |
Географияһы
үҙгәртергәЙылайыр яйлаһының көнбайыш өлөшөндә, Үрге Һарыбилдән Үрге Муйнаҡҡа һәм артабан элекке Абзан районының үҙәге булған Абҙан ауылына барған юл өҫтөндә урынлашҡан булған[2].
Алыҫлығы[3]:
— район үҙәге Иҫәнғолға тиклем: 22 км,
— ауыл Советы үҙәге Үрге Муйнаҡҡа тиклем: 5 км,
— яҡындағы Һарыҡташ тимер юл станцияһына тиклем: 49 км.
Яҡындағы тораҡ пункттар: Үрге Муйнаҡ, Өмбәт, Мәзит, Урта Муйнаҡ, Түбәнге Аҡбирҙе, Ғәббәс, Түбәнге Муйнаҡ. Хәсән ауылында башлыса урыҫ милләтендәге кешеләр йәшәгән. Ауыл Калинин исемендәге колхоздың бер бригадаһы булған.
Тарихы
үҙгәртергәИсеме Хәсән антропонимынан алынған[1].
Башҡортостан Республикаһының 2005 йылдың 20 июлендәге «Тораҡ пункттарҙың барлыҡҡа килеүе, берләшеүе, бөтөрөлөүе һәм статусы үҙгәреүе, административ үҙәктәрен күсереү менән бәйле, Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһында» 211-з номерлы законы менән иҫәп мәғлүмәттәренән төшөрөлә.
2020 йылдың йәйендә ауыл кешеләре тыуған ауылында йыйылып «Һаумыһығыҙ ауылдаштар» кеүегерәк байрам йыйыны үткәрә, обелиск ҡуя.
Халҡы
үҙгәртергә1969 йылдың 1 ғинуарына 109 кеше йәшәгән; башлыса урыҫтар[3].
2002 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 0 кеше тәшк��л иткән[4].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Сост. А. А. Камалов, Р. З. Шакуров, З. Г. Ураксин, М. Ф. Хисматов; Под ред. А. А. Камалова (отв. ред.) и др. Словарь топонимов Башкирской АССР. — Уфа: Башк. кн. изд-во, 1980. — С. 163. — 199 с.
- ↑ N-40 карты СССР. Уфа, Златоуст, Магнитогорск
- ↑ 3,0 3,1 Башкирская АССР: административно-территориальное деление на 1 января 1969 года. — Изд. 5-е. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1969. С.164.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Башкирская АССР: административно-территориальное деление на 1 января 1969 года. — Изд. 5-е. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1969. С.164.