Хәмит Бурһыҡаев

ялан-ҡатай ырыуы башҡорто, эре ер биләүсе, Ҡорбанғәлиевтар нәҫеленә нигеҙ һалыусы

Хәмит Бурһыҡаев (1737 — вафат булыу көнө билдәле түгел) — ялан-ҡатай ырыуы башҡорто, эре ер биләүсе, Ҡорбанғәлиевтар нәҫеленә нигеҙ һалыусы[1].

Хәмит Бурһыҡаев
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Титул Мулла
Тыуған көнө 1737

Биографияһы

үҙгәртергә

Хәмит Бурһыҡаев 1737 йылда тыуған. Ҡорбанғәлиевтарҙың ҡарт олатаһы. Сығышы менән ялан-ҡатай ырыуынан. Икенсе фараз буйынса, әйле ырыуынан, тигән мәғлүмәт тә бар.

Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Исмәғил ауылының тәүге указлы муллаһы булған.

Уның улдары, ейәндәре һәм бүләләре Арғаяш күле тирәһендәге ауылдарҙа урынлашҡандар.

Хәмит Бурһыҡаевтың улы Ҡорманғәли 1780 йылда тыуған, вафат көнө билдәһеҙ.

Уның исеменән, үҙ сиратында Ҡорманғәлиевтар (Ҡорбанғәлиевтар — фамилия әйтелешендә һәм яҙылышында үҙгәреш барлыҡҡа килгән) нәҫеле башлана.

Ҡорманғәлиҙең улдары — Ғәбделхәким, Сөнәғәтулла, Ғәбдехәлим, Ғосаметдин, Мөхәмәтшәрәфетдин — Силәбе өйәҙендә урынлашҡан мосолман мәхәлләләрен (Һәйбәт, Усман, Миҙиәк, Иманғол, Мөхәмәтҡолой ауылдарында) етәкләгән[2].

Улар эре ер биләүсе булған, шулай уҡ йылҡысылыҡ (өйөрҙәрендә 100-гә яҡын баш) булған, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән, Силәбелә һәм күрше өйәҙҙәрҙә сауҙа алып барған.

Хәйриәселек саралары менән билдәлелек алған, килеменең бер өлөшөн мәсеттәр һәм мәҙрәсәләрҙе хәстәрләү һәм ҡурсалауға бүлгән. Мөхәмәтшәрәфетдин 1895 йылдың 31 майында Яратҡол ауылы мәсете муллаһы итеп раҫлана[3].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә