Хәлитов Бәхтиәр Әсфәндиәр улы

Хәлитов Бәхтиәр Әсфәндиәр улы; Бәхтиәр (7 ғинуар 1942 йыл) — башҡорт шағиры, ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2005 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Тормош юлы

үҙгәртергә

Бәхтиәр Әсфәндиәр улы Хәлитов 1942 йылдың 7 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы Дәүләтҡол ауылында тыуған. Бәхтиәргә өс кенә ай булғанда, ғаилә әсәһенең тыуған яғы Ейәнсура районына күсенә. Атаһы Әсфәндиәр шиғырҙар яҙа, район гәзитендә баҫыла. Ул милицияла эшләй. Уның «Йәшел дуға» исемле берҙән-бер шиғри йыйынтығы баҫыла. Бәхтиәр Хәлитов Үрген ауылында урта мәктәпте тамамлай, шунан Таҙлар ауылында механизатор булып эшләй. 1962-1965 йылдарҙа армияла хеҙмәт итә. 1970 йылда Башҡорт дәүләт университетының физика һәм математика факультетын тамамлай. 1973-1976 йылдарҙа Мәскәүҙә СССР Фәндәр Академияһының аспирантураһында уҡый. Бакула Кибернетика институтында диссертация яҡлай, Өфөлә Ғилми тикшеренеү институттарында ғилми хеҙмәткәр, бүлек мөдире булып эшләй. Иҡтисад фәндәре кандидаты. Башҡорт дәүләт университетында иҡтисад фәненән уҡыта.

  • Шиғырҙары 1990-сы йылдарҙа республика баҫмаларында күренә башлай.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 апрель 2019)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 апрель 2019)
  • Башҡорт шиғриәте антологияһы. Быуаттар тауышы. Өфө, 2001.