Хамматова Гүзәл Яныбай ҡыҙы

Хамматова Гүзәл Яныбай ҡыҙы (28 октябрь 1953, Өфө, БАССР - 3 ноябрь 2021 йыл, Өфө) — СССР һәм Рәсәй тәржемәсеһе, уҡытыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (2008).

Гүзәл Яныбай ҡыҙы Хамматова
Тыуған көнө

28 октябрь 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (71 йәш)

Тыуған урыны

Өфө, БАССР, СССР

Гражданлығы

СССР СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

тәржемәсе

Атаһы

Яныбай Хамматов

Биографияһы

үҙгәртергә

Хамматова Гүзәл Яныбай ҡыҙы 1953 йылдың 28 октябрендә яҙыусы Яныбай Хамматов ғаиләһендә тыуа.

1976 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Артабан Башҡорт дәүләт педагогия институтында, ә 1988—2008 йылдарҙа Өфө юридик институтында уҡыта.

Атаһының «Хәсрәтле бала саҡ» (2002), «Салауат батыр» (2004), «Ағиҙел Иҙелгә ҡоя» (2007) һәм башҡа романдарын, Р.Т. Бикбаевтың «Рәми» (2008) китабын, Ф.Ә. Исхаҡова, Б.Ноғоманов, Ғ.Б. Хөсәйенов, М.Ә. Әхмәтшин, Г.М. Яҡупова, Л.М. Яҡшыбаева һәм башҡа башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә итә.

2008 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Гүзәл Яныбай ҡыҙының 50 тирәһе фәнни һәм уҡытыу-методик хеҙмәте бар.

Хамматова Гүзәл Яныбай ҡыҙы 2021 йылдың 3 ноябрендә коронавирус сиренән Өфө ҡалаһында вафат булған.

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • Магия древних слов. Өфө, 2002
  • В начале был Хаос... Өфө, 2008

Һылтанмалар

үҙгәртергә