Хажиев Фәнғәт Хаммат улы

Хажиев Фәнғәт Хаммат улы (27 апрель 1936 йыл) — тупраҡ белгесе, агрохимик, агроэколог, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы мөхбир ағзаһы (1991), биология фәндәре докторы (1983), профессор (1989), Рәсәй Федерацияһының (1997) һәм БАССР-ҙың (1985) атҡаҙанған фән эшмәкәре.

Хажиев Фәнғәт Хаммат улы
Тыуған көнө

27 апрель 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (88 йәш)

Тыуған урыны

БАССР-ҙың Балтас районы Яланғас ауылы

Ил

СССР, Рәсәй

Ғилми даирәһе

агрохимия

Эшләгән урыны

СССР Фәндәр Академияһы БФ Биология институты

Альма-матер

Ҡазан дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе

биология фәндәре докторы (1983)

Ғилми исеме

профессор

Награда һәм премиялары

Рәсәй Федерацияһының (1997) һәм БАССР-ҙың (1985) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Фән һәм техника өлкәһендә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт премияһы (2001), академик В. Р. Вильямс исемендәге премия (1986).

Биографияһы

үҙгәртергә

Фәнғәт Хаммат улы Хажиев[1] 1936 йылдың 27 апрелендә БАССР-ҙың Балтас районы Яланғас ауылында тыуа. Бала сағы 1937 йылда атаһы нигеҙ һалған Бүләк ауылында үтә. Үрге Ҡанһөйәр ете йыллыҡ һәм Штәнде урта мәктәптәрендә уҡый.

1960 йылда Ҡазан дәүләт университетын тамамлай. Шунан һуң Пермь өлкәһе ауыл хужалығы идаралығында тупраҡ белгесе булып эшләй. 1960—1962 йылдарҙа Ҡазан ҡала санэпидемстанцияһында инженер-гидротехник була.

1963 йылдан башлап СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының (хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы ӨФҮ) Биология институтында эшләй: 1977—2002 йылдарҙа тупраҡты өйрәнеү лабораторияһы мөдире, 1984—1992 йылдарҙа директор урынбаҫары, 1985—1986 йылдарҙа директор вазифаһын башҡарыусы, 1995 йылдан бүлек мөдире; бер үк ваҡытта Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы Биология бүлексәһенең академик-секретары (1995—2006) була.

Хажиевтың ғилми эш йүнәлештәре: тупраҡты өйрәнеү, агрохимия, тупраҡ энзимологияһы, агроэкология, тупраҡтарҙың уңдырышлылығы, боҙолған тупраҡтарҙы тергеҙеү. Ул тупраҡ энзимологияһы тигән яңы ғилми йүнәлеште нигеҙләй. Был өлкәлә тупраҡтарҙың ферментатив әүҙемлеген өйрәнеүгә экологик-генетик ҡарашты булдыра, тупраҡтарҙың ферментатив ҡеүәте формалашыуы һәм эш итеүенең системалы-экологик концепцияһын тәҡдим итә. Башҡортостан тупраҡтарының экологик-генетик һәм агроэкологик үҙенсәлектәрен комплекслы өйрәнеүҙе алып бара, тупраҡтың ҡулай уңдырышлылығын һаҡлау, боҙолған тупраҡтарҙы тергеҙеү буйынса комплекслы программалар эшләй.

Фәнғәт Хаммат улы тупраҡ ферменттарын һәм Башҡортостан тупраҡтарын өйрәнеү буйынса ғилми мәктәп булдыра. Уның уҡыусылары араһында 7 фән докторы һәм 25 фән кандидаты бар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Фән һәм техника өлкәһендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт премияһы (2001), академик В. Р. Вильямс исемендәге премия (1986) лауреаты, БАССР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы (1991), «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1985), Салауат Юлаев ордены (2016), Бөтә Рәсәй Тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәте үҙәк советының шөһрәт билдәһе (2005), В. В. Докучаев исемендәге иҫтәлекле миҙал (1983) менән бүләкләнгән, В. В. Докучаев исемендәге Тупраҡ белгестәре йәмғиәтенең шөһрәтле ағзаһы.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә

Хажиев Фәнғәт Хаммат улы — 350-нән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 32 монография, 10 уйлап табыу авторы.

  • Ф.Хазиев "Черноземы Башкирии. Уфа,1969 (соавтор).
  • Ф.Хазиев «Почвенные ферменты». М.Знание. 1972.
  • Ф.Хазиев «Ферментативная активность почв». М.:Наука,1976.
  • Ф.Хазиев «Почвенный азот и эффективность азотных удобрений». Уфа,1979 (соавтор).
  • Ф. Хазиев «Системно-экологический анализ ферментативной активности почв» . М.: Наука, 1982.
  • Ф.Хазиев «Рационально использовать осушенные земли». Уфа,1985 (соавтор).
  • Ф.Хазиев «Морфогенетическая и агропроизводственная характеристика почв Башкирской АССР». Уфа, 1985 (соавтор).
  • Ф.Хазиев «Количественные методы почвенно-альгологических исследований», Уфа, 1985 (соавтор).
  • Ф.Хазиев «Углеводные компоненты органического вещества почвы». Уфа, 1987 (соавтор).
  • Ф.Хазиев «Комплексная программа повышения плодородия почв Башкирской АССР на 1990—1995 годы». Уфа ,1990 (соавтор).
  • Ф.Хазиев «Органическое вещество почв Башкирии». Уфа, 1991 (соавтор).
  • Ф.Хазиев «Минимальная обработка и воспроизводство плодородия типичного чернозема». Уфа,1993 (соавтор).
  • Ф. Хазиев «Почвы Башкортостана». Т. 1-2. Уфа: Гилем, 1995—1997 (соавтор).
  • Ф.Хазиев «Воспроизводство плодородия серых лесных почв». Уфа: Гилем,1999 (соавтор).
  • Ф.Хазиев « Экологический императив сельского хозяйства Республики Башкортостан». Уфа: Гилем,1999 (соавтор).
  • Ф. Хазиев "Состав и трансформация органического вещества почв. Уфа: Гилем, 2000.
  • Ф.Хазиев «Экотоксиканты в почвах Башкортостана». Уфа: Гилем,2000 (соавтор).
  • Ф. Хазиев «Фосфатное состояние почв Башкортостана». Уфа: Гилем, 2002 (соавтор).
  • Ф.Хаэиев «Устойчивость почвенных процессов», Уфа, 2004 (соавтор).
  • Ф. Хазиев «Методы почвенной энзимологии». М.: Наука, 1990 и 2005.
  • Ф. Хазиев "Почвы Республики Башкортостан и регулирование их плодородия. Уфа: Гилем,2005
  • Ф.Хазиев «Биологические ресурсы Южного Урала: Фундаментальные основы использования». Уфа: Гилем,2009 (соавтор).
  • Ф. Хазиев "Экология почв Башкортостана. Уфа: Гилем,2012.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Академия Наук Республики Башкортостан - Хазиев Фангат Хаматович. Дата обращения: 22 ғинуар 2013. Архивировано 5 февраль 2013 года.
  • В. Исхакова. Ранимая кожа земли. Уфа: Гилем, 2006
  • Татарский энциклопедический словарь. Казань.1999
  • Ф. Х. Хазиев. Годы и дела. Уфа: Гилем,2016
  • Журнал «Почвоведение», 1996,№ 6, 2006, № 6, 2016, № 7

Һылтанмалар

үҙгәртергә