Фәррәхов Минихәзи Миңлевәли улы
Фәррәхов Минихәзи Миңлевәли улы (19 март 1931 йыл — 1 февраль 2003 йыл) — нефтсе, 1978—1991 йылдарҙа Төмән өлкәһе «Мамонтовнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының цех начальнигы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1986). Ике Ленин (1971, 1986), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1981) ордендары кавалеры.
Фәррәхов Минихәзи Миңлевәли улы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны |
Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы |
Гражданлығы | |
Наградалары һәм премиялары | |
Биографияһы
үҙгәртергәМинихәзи Миңлевәли улы Фәррәхов 1931 йылдың 19 мартында БАССР-ҙың Шаран районы Йомаҙыбаш ауылында тыуған. Махсус урта белемле, 1970 йылда Сорғот нефть техникумын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 1942 йылда Башҡорт АССР-ы Туймазы районының М. В. Фрунзе исемендәге колхозында башлай. 1951—1954 йылдарҙа Совет Армияһының артиллерия ғәскәрҙәре сафында хеҙмәт итә. 1955 йылда Башҡорт АССР-ының «Октябрьскнефть» нефть промыслаһы идаралығында оператор ярҙамсыһы булып эшләй.
1964 йылда нефть байлыҡтарын өйрәнеү һәм үҙләштереү өсөн М. М. Фәррахов Көнбайыш Себергә китә һәм унда нефть һәм газ сығарыу эшендә ябай операторҙан алып цех начальнигына тиклем юл үтә. Себер нефтенең тәүге йөҙҙәрсә мең тоннаһын сығарыуға үҙ өлөшөн индерә. 1978 йылдан — Төмән өлкәһе «Юганскнефтегаз» производство берекмәһенең «Мамонтовнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығында нефть һәм газ сығарыу цех�� начальнигы. Ул етәкләгән цех 1981—1983 йылдарҙа СССР Нефть сәнәғәте министрлығы буйынса иң яҡшыһы тип таныла. Ун беренсе биш йыллыҡта коллектив 37860,5 мең тонна нефть сығарған, был планға ҡарата 101,1 процент тәшкил итә.
Цехта даими рәүештә етештереү резервтарын асыҡлау, матди һәм яғыулыҡ-энергетика ресурстарын һаҡсыл тотоноу буйынса эш алып барыла. Ун беренсе биш йыллыҡта (1981—1985 йылдарҙа) 2 миллион 9 мең киловатт-сәғәт электр энергияһы, 26,3 мең һумлыҡ материалдар һаҡлап алып ҡалына. Бер оператор башҡара алған хеҙмәтләндереү зонаһын һәм эш күләмен арттырыу хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүгә һәм хеҙмәт сығымдар ҡыҫҡартыуға булышлыҡ итә.
Цех коллективы бул күрһәткестәре өсөн өлгөлө тип билдәләнә, М. М. Фәрраховҡа «Социалистик хеҙмәт ударнигы» тигән маҡтаулы исем бирелә.
Хеҙмәт етештереүендәге ҙур ҡаҙаныштары, нефть һәм газ сығарыу буйынса ун беренсе биш йыллыҡ һәм социалистик йөкләмәләрҙе ваҡытынан алда үтәүгә индергән шәхси өлөшө өсөн, 1986 йылдың 29 апрелендә СССР Юғары Советы Президиумы Ҡарары менән М. М. Фәрраховҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
1991 йылда пенсияға киткәнгә ҡәҙәр Миңлехажи Миңлевәли улы «Юганскнефтегаз» производство берекмәһенең «Мамонтовнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығында (НГДУ) нефть һәм газ сығарыу цехы-һында нефть һәм газ сығарыу цехы начальнигы булып эшләй.
Фәррахов Миңлехажи Миңлевәли улы 2003 йылдың 1 февралендә вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1986)
- Ленин (1971, 1986), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966), Халыҡтар Дуҫлығы (1981) ордендары
- «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Борцова, Н. Будни Фаррахова / Н. Борцова // Тюменская правда. — 1971. — 10 сент.
- Трифонов, А. Истоки / А. Трифанов // Нефтеюганский рабочий. — 1986. — 13 мая.
- Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Фәррәхов Минихәзи Миңлевәли улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 17 март 2021)