Тәҡдир йәки яҙмыш (лат. praedestinatio йәки praedeterminatio; рус. Предопределение) — Аллаһы Тәғәлә булған һәм буласаҡ нәмәләрҙең ваҡытын, урынын билдәләгән; донъяла бөтә нәмә лә Аллаһтың теләге, тәҡдире буйынса булған һәм буласаҡ тигән дини инаныс.

Тәҡдир
Тасуирлау биттәре божественныйпринцип.рф/…

Монотеизмда

үҙгәртергә

Диндә — кешенең ғүмерен, уның ҡотҡарылыуы йәки Аллаһ ихтыяры менән мәңгелектә хөкөм итеүҙе алдан билдәләү. Алдан билдәләү идеяһы монотеистик диндәрҙә айырым әһәмиәткә эйә, сөнки күпселек монотеистар күҙлегенән ҡарағанда, бар булғандың барыһы ла Аллаһтың ихтыяры менән билдәләнә (шул иҫәптән яуызлыҡ та).

Әммә бөтә монотеистар ҙа бындай позицияны уртаҡлашмай. Ошоға оҡшаш төшөнсәләр: алдан күреү, яҙмыш, Аллаһ яҙғаны — бер яҡтан; үҙбилдәләнеш, ихтыяр, кеше азатлығы — икенсе яҡтан. Тәҡдир йәки яҙмыш — Аллаһтың абсолют ихтыярын кеше азатлығы менән ҡапма-ҡаршы ҡуйыуҙы үҙ эсенә алған төп дини төшөнсәләрҙең береһе.

Кеше үҙенә яҙылған яҙмышты Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән ихтыяры буйынса һайлай. Ни генә ҡылһаҡ та, ул Аллаһ ризалығы менән, уның ҡеүәтләүе буйынса тормошҡа аша. Тыумыш, енес, ғүмер оҙонлоғо, ата-әсәй һайланыла алмай. Шуға былар өсөн яуап бирелмәй, ә был тормошта кешенең үҙ ихтыяры, теләге менән эшләгән яҡшы һәм насар ғәмәлдәр өсөн яуап тотола.

Христианлыҡта тәҡдир

үҙгәртергә

Протестантизмда, католиклыҡта һәм православиела тәҡдир

үҙгәртергә

Исламда яҙмыш мәсьәләһенә ҡағылышлы бер нисә ҡараш бар.

1) Тулы тәҡдир. Мәҫәлән, жәбәриҙәр бөтә ғәмәлдәребеҙ, шул иҫәптән гонаһтарыбыҙ ҙа Аллаһ тарафынан алдан билдәләнгән, тип раҫлай.

  Аллаһ менән Пәйғәмбәр бер эшкә хөкөм сығарған​дан һуң, мөьмин ир менән мөьминә ҡатын-ҡыҙ үҙ ихтыярҙа​ры менән ул хөкөмдө боҙоп, үҙҙәре ғәмәл ҡылырға тейеш түгел. Аллаһҡа һәм Пәйғәмбәргә ҡаршы ғәмәл ҡылғандар, мот​лаҡ, аҙашҡан булыр.
 
  Уларҙы тура юлдан алып барыу һиңә йөкмәтелмәгән, әммә Алла теләгәнен тура юлдан алып бара. Һеҙ малығыҙҙан нимә генә сарыф итһәгеҙ ҙә, ул — үҙегеҙ өсөн, һеҙ уны фәҡәт Алла йөҙөнә йүнәлеүҙән генә сарыф ҡылаһығыҙ. Үҙ изгелегегеҙ менән нимә генә сарыф итһәгеҙ ҙә, ул һеҙгә теүәл ҡайтарылыр һәм һеҙ ҡыйырһытылмаҫһығыҙ
 

2) Ихтыяр ирке. Мәҫәлән, мөғтәзилиҙәрҙә кеше бөтә нәмәне һайларға ирекле һәм Аллаһтан бойондороҡһоҙ тип һанала.

3) Үрҙә һанап үтелгәндәр араһында урталыҡ. Мәҫәлән, шиғый-ун икеселәр был йәһәттән кешегә алтын урталыҡ хас тип ышаналар, һәм улар быға түбәндәге дәлилдәрҙе килтерә:

  Әгәр Раббың теләһә, Ер йөҙөндәге кешеләрҙең барыһы ла бөтөнләйе менән иман килтерер ине. Әллә һин кешеләрҙе көсләп иман килтертмәксе булаһыңмы?
 

Кешегә һайлау бирелә: иманлы булырғамы, юҡмы, үлтерергәме, хәйер бирергәме, юҡмы, әммә был Аллаһтан тулыһынса бойондороҡһоҙ булыуҙы аңлатмай. Әгәр барыһы ла алдан билдәләнгән икән, пәйғәмбәрҙәрҙе кешеләргә ебәреү бөтөнләй маҡсатҡа ярашлы булмаҫ ине.

Гонаһтарҙың Аллаһ тарафынан билдәләнгәнлегенә килгәндә, бындай инаныуҙар исламдан сығара, был хаҡта Ҡөрьәндә аят бар:

  - Уға тиңдәш тотҡан кешеләр: «Әгәр ҙә Аллаһ теләһә, беҙ ҙә, һәм беҙҙең аталарыбыҙ ҙа, Уға тиңдәш тотмаҫ инек, һәм һис бер нәмәне тыймаған булыр инек»,— тип әйтерҙәр. Беҙҙең ғәйрәтебеҙҙе татып ҡарағанға саҡлы уларға тиклем булғандар ҙа шулай алданы. Әйт: «Һеҙҙең ниндәй ҙә булһа белемегеҙ бармы? Күрһәтегеҙ уны беҙгә. Һеҙ бит фараздарға ғына эйәрәһегеҙ, һәм һеҙ тик ялғанды ғына уйлайһығыҙ!»
 

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
урыҫ телендә
  • Божественного Аврелия Августина, епископа Гиппонского, О предопределении святых первая книга к Просперу и Иларию. М.: Путь, 2000.
  • Кальвин Ж. «Наставления в христианской вере», СПб, 1997.
  • Мананников И. «Предопределение», Католическая энциклопедия. Том 3, Издательство Францисканцев 2007 г.
  • Макграт А. Богословская мысль Реформации, Одесса, 1994.
башҡа телдәрҙә
  • George T. (инг.)баш. The Theology of the Reformers, Nashville, Tenn., 1988.
  • Farrelly J. Predestination, Grace, and Free Will, Westminster, 1964.
  • Friehoff C. Die Pradestintionslehre bei Thomas von Aquino und Calvin. Freiburg, 1926,

Һылтанмалар

үҙгәртергә


  Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.