Троян Надежда Викторовна
Троян Надежда Викторовна (бел. Надзея Віктараўна Траян; 24 октябрь 1921 йыл, Дрисса — 7 сентябрь 2011 йыл, Мәскәү) — [СССР]] разведчигы һәм «Дауыл» партизан отрядының шәфҡәт туташы, Советтар Союзы Геройы, медицина фәндәре кандидаты, медицина хеҙмәтенең өлкән лейтенанты.
Троян Надежда Викторовна | |
бел. Надзея Віктараўна Траян | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Патронимы йәки матронимы | Викторовна[d] |
Тыуған көнө | 24 октябрь 1921 |
Тыуған урыны | Верхнедвинск[d], Дриссенский уезд[d], Витебская губерния[d], РСФСР |
Вафат булған көнө | 7 сентябрь 2011 (89 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Троекуров зыяраты[d] |
Хәләл ефете | Коротеев, Василий Игнатьевич[d] |
Һөнәр төрө | партизан, ғалим, табип, университет уҡытыусыһы |
Эшмәкәрлек төрө | хирургия[d] |
Эш урыны | 1-се Мәскәү дәүләт медицина университеты |
Уҡыу йорто | 1-се Мәскәү дәүләт медицина университеты |
Ғилми исеме | доцент[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре кандидаты[d] |
Хәрби звание | өлкән лейтенант[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Троян Надежда Викторовна Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәНаде́жда Ви́кторовна Троя́н Дрисса ҡалаһында, хәҙер Витебск өлкәһе Верхнедвинск ҡалаһы (Белоруссия), хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған. Белорус ҡыҙы. 10 класты тамамлай.
Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән, немец ғәскәрҙәре ваҡытлыса оккупациялаған территорияла Минск өлкәһе Смолевичи ҡалаһында йәшерен ойошма эшендә ҡатнаша. Торфозаводта барлыҡҡа килгән йәшерен комсомол ойошмаһы ағзалары дошман тураһында разведка мәғлүмәте йыйған, партизандар сафын тулыландырған, уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәткән, листовка яҙғандар һәм уларҙы йәбештергәндәр. 1942 йылдың июленән Минск өлкәһендә хәрәкәт иткән «Сталинская пятёрка» (командиры М. Василенко), «Дауыл» (командиры М. Скоромник) партизан отрядтарының, «Дядя Коля» бригадаһының (командиры — Сове��тар Союзы Геройы П. Г. Лопатин) элемтәсеһе связная, разведчигы, шәфҡәт туташы. Күперҙәрҙе шартлатыу, дошман ылауҙарына һөжүм итеү операцияларында, бер нисә тапҡыр һуғышта ла ҡатнаша. М. Б Осипова һәм Е. Г. Мазаник менән бергә Белоруссияның немец гауляйтеры Вильгельм Кубены[1] юҡ итеү операцияһын әҙерләү буйынса ойошма заданиеһын үтәүҙә ҡатнаша.
Партизандарҙың был батырлығы хаҡында «Часы остановились в полночь» («Беларусьфильм») совет нәфис фильмы, «Охота на гауляйтера» (режиссёры Олег Базилов, 2012) сериалы һәм «Убить гауляйтера» (Рәсәй — Белоруссия, 2007)документаль фильмы һөйләй.
1943 йылдың 29 октябрендә, немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 1209) тапшырылып, Надежда Викторовна Троянға «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.
Һуғыштан һуң, 1947 йылда , 1-се Мәскәү медицина институтын тамамлай. мәғариф СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының санитар-мәғрифәтселек ғилми-тикшеренеү институты директоры, 1-се Мәскәү медицина институтының хирургия кафедраһы доценты булып эшләй. Һуғыш ветерандары Совет комитеты президиумы ағзаһы, Тыныслыҡты яҡлау комитеты ағзаһы, СССР Ҡыҙыл тәре һәм Ҡыҙыл ярым ай йәмғиәте Союзы башҡарма комитеты рәйесе, Ҡаршылыҡ көрәшселәре Халыҡ-ара Федерацияһы Советы ағзаһы, санитар-мәғрифәт Халыҡ-ара ойошмаһының рәйестәше.
Йәшәгән Мәскәүҙә йәшәй. Мәскәүҙә Троекуровский зыяратында ерләнгән.
Н. В. Трояндың ире хәрби корреспондент В. И. Коротеев (1911—1964).
Улы — Алексей — кардиохирург.
Хәтер
үҙгәртергәНадежда Троян исемен Мәскәүҙәге 1288-се мәктәп йөрөтә. Мәктәптә уға арналған ҙур экспозицияла фотографиялары һәм наградалары ҡуйылған[2].
Сеченов исемендәге Беренсе мәскәү дәүләт медицина университеты бинаһына 2013 йылдың 25 октябрендә мемориаль таҡта ҡуйылды.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Советтар Союзы Геройы, «Алтын йондоҙ» миҙалы № 1209 (29 октябрь, 1943);
- Ленин ордены (29 октябрь, 1943);
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены;
- ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены;
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены;
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены (7 апрель 1994 йыл) — ветерандар хәрәкәтендә өлгәшкән ҡаҙаныштары һәм йәштәргә патриотик тәрбиә биреүҙә[3], әүҙем ҡатнашҡаны өсөн.
- миҙалдар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Николай Долгополов Убить гауляйтера. Приказ на троих // Российская газета. — М., 2015. — № 18 марта 2015.
- ↑ Имя советской разведчицы Надежды Троян присвоено одной из школ Москвы . Архивировано 11 февраль 2013 года. 2014 йыл 13 сентябрь архивланған.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 7 апреля 1994 года № 675 «О награждении орденом Дружбы народов ветеранов Российской ассоциации Героев»
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Лукьянов Б. По заданиям партизан // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 2. — М.: Политиздат, 1969. — 463 с.
- Троян Надежда Викторовна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — С. 602. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Троян Надежда Викторовна . «Герои страны» сайты.