Сөләймән Ҡармышаҡов
Сөләймән Ҡармышаҡов (Ҡармышев, Ҡарамышев; рус. Сулейман Кармышаков) — Иҫәт провинцияһы Ҡатай улусының старшинаһы, Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы.
Биографияһы
үҙгәртергәИҫәт провинцияһы Ҡатай улусы (хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы) Сөләймән ауылында йәшәгән. Сөләймән (Балсыҡты, Майлыҡ) ауылына нигеҙ һалған[1]. Атаһы Ҡарабаш ауылынан Ҡармышаҡ (Ҡармыш, Ҡарамыш) Ҡарабашев 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдарында ҡатнашҡан[2].
Крәҫтиәндәр һуғышы тоҡанғас, Сөләймән Ҡармышаҡов ихтилал хәрәкәтенә ҡушыла. Иҫәт провинцияһында халыҡты мобилизациялауҙа, фураж һәм аҙыҡ-түлек йыйыуҙа, хөкүмәт ғәскәрҙәре менән бәрелештәрҙә ҡатнаша. 1774 йылдың көҙөнә тиклем ҡаршылыҡ күрһәтеүен дауам итә. 1774 йылдың декабрендә батша хөкүмәтенә тоғролоҡҡа ант итә.
1780-се йылдарҙа Ҡатай улусы башҡорттарының ике командаһы була: старшина Сөләймән Ҡармышаҡов һәм старшина Тереғол Ҡаҙанбаев (Ҡаҙаҡбаев) командалары. 1782 йылда Силәбе өйәҙен Пермь наместниклығынан Өфө наместниклығына күсереү ваҡытында . Старшина Сөләймән Ҡармышаҡов командаһында түбәндәге ауылдар була: Сөләймән — 18 йорт, Айытбай — 8, Ҡуйбаҡ — 26, Айыт (Ғәйет) — 20, бөтәһе 72 йорт. Артабан, тикшеренеүселәр фаразы буйынса, Ҡатай улусының ике командаһы урынына бер команда ойошторола, ә уның старшинаһы 1790-сы йылдар башында Сөләймән Ҡармышаҡов була[3].
1798 йылда Силәбе өйәҙенең 4-се башҡорт кантоны старшинаһы булып хеҙмәт итә[4].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ История башкирских родов. Катай. Том 24. Ч. 2 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2017. — С. 185.
- ↑ Материалы по истории Башкортостана. Оренбургская экспедиция и башкирские восстания 30-х годов ХVIII в. / Авт.-сост. Н. Ф. Демидова. Т. VI. — Уфа: Китап, 2002. — 768 с. — С.115, 139, 191, 200, 320, 324, 325, 374, 416.
- ↑ История башкирских родов. Катай. Том 24. Ч. 2 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2017. — С. 182.
- ↑ Таймасов С. У. Восстание 1773—1774 гг. в Башкортостане. — Уфа: Китап, 2000. — С. 236-237. — 376 с. — ISBN 5-295-02163-7.