Рус-швед һуғышы (1788—1790)
Рус-швед һуғышы (1788—1790) — Рәсәй менән 1700—1721 йылдарҙағы Төньяҡ һәм 1741—1743 йылдарҙағы рус-швед һуғыштары[1]) барышында юғалтҡан биләмәләрен ҡайтарып алырға ынтылыуы арҡаһында тоҡанған һуғыш. 1788 йылдың 21 июнендә швед ғәскәрҙәре (38 мең кеше) Густав Өсөнсө етәкселеге аҫтында Рәсәй империяһы территорияһына баҫып инәләр һәм Нейшлот нығытмаһын ҡамап алалар.
Рус-швед һуғышы | |
Башланыу датаһы | 1788 |
---|---|
Тамамланыу датаһы | 1790 |
Ҡатнашыусылар | Швеция һәм Рәсәй империяһы |
Рус армияһы составына 1, 2, 3, 4-се башҡорт һәм 1‑се мишәр атлы полктары ингән. Башҡорт полктары Кири ауылы, Христина һәм Сен-Михель ҡалалары янындағы алыштарҙа ҡатнашҡан. Һуғышта ҡатнашыусылар «1790 йыл. Швеция менән солох төҙөү өсөн» көмөш миҙалы менән бүләкләнгән. Һуғыштан һуң, 1792 йылға тиклем, 1‑се, 4‑се башҡорт һәм 1‑се мишәр полктары Полоцк наместниклығының Динабург ҡалаһынан алып Ригаға тиклем сик буйы хеҙмәтен үтәгән[1]). Йәйгеһен башҡорт полктары Финляндия территорияһында хәрби ғәмәлдәрҙә, Ырымбур казактары менән берлектә Балтик диңгеҙенә десант төшөрөүҙә, дошман тылына рейдтарҙа ҡатнашалар, кордон хеҙмәтен алып баралар[2].
Флоттың төп хәрби ғәмәлдәре Балтик диңгеҙендә бара: Гогланд алышы (1788), Эланд алышы (1789), Роченсальм алышы (1789), Выборг алышы (1790), Красная Горка алышы (1790), Ревель алышы (1790), ә ҡоро ер ғәскәрҙәре Финляндия территорияһында һуғыша[2].
Һуғыш парламентҡа таянған буржуаз көстөрҙең «кәпәстәр партияһы» һәм Густав III дәүләт түңкәрелеше һөҙөмтәһендә власҡа килгән нәҫелле аҡ һөйәктәрҙең «эшләпәләр партияһы» ҡапма-ҡаршы тороу һөҙөмтәһендә килеп сыға. Швед конституцияһының гаранттарының береһе булараҡ Рәсәй швед буржуаздарын яҡлай, әммә Густав Өсөнсөнең швед парламенты был ваҡытҡа тышҡы сәйәсәткә үҙенең йоғонтоһон юғалтҡан була. 1775 йылда уҡ йәш король Рәсәйгә ҡаршы һуғышҡа әҙерләнә башлай. Был һуғыш Швецияға — Балтикалағы элекке хакимлыҡты ҡайтарырға, ә һуңынан Норвегияны яулап алырға мөмкинлек аса[3]. Һуғыш шулай уҡ швед финанстарының хәлен дә яҡшыртырға тейеш була: 1787 йылда Төркиә менән һуғыш башланғас та, Төркиә һәм Франция хөкүмәттәре Рәсәй менән һуғыш алып барыу өсөн Швецияға бик ҙур субсидиялар бүләләр. Францияла революцион ваҡиғалар башланғандан һуң Рәсәйгә ҡаршы һуғышҡа Англия спонсорлыҡ итә[4].
1788 йылдың яҙында, Густав III уйҙырмаһынан, Швецияла Урта диңгеҙҙәге Рәсәй эскадраһы Карлскронаны баҫып алыу өсөн ҡораллан, тигән мәғлүмәт тарала. Швеция һуғышҡа әҙерлек башлай. Екатерина II бик оҙаҡ ваҡыт шведтарҙың һуғышҡа әҙерләнеүенә ышанмай һәм Стокльгомдағы илсеһе граф Разумовский аша Швецияның сит ил эштәре министрына ике яҡтың да тыныс мөнәсәбәттәрен һәм Рәсәй менән Швеция араһындағы бөтә килешеүҙәрҙе һаҡлап ҡалыуға өмөт итеүе тураһында еткерә. Разумовскийҙың рөхсәте менән әлеге ҡулхат йәмғиәттә билдәлелек ала һәм швед матбуғатында баҫтырылып сыға. Густав III быны мыҫҡыллау тип ҡабул итә. Разумовскийға өс көн эсендә илде ташлап сығырға тәҡдим ителә[3].
Шул уҡ йылда Король операһының билдәле тегеүсеһе бер нисә комплект Рәсәй хәрби униформаһына заказ ала. Был кейем 1788 йылдың 27 июнендә Рәсәй менән сиктәш булған Пуумала ҡаласығындағы сәхнәләштергән атышыуҙа ҡуллана. Рәсәйҙең «һөжүме» Риксдагты Густав Өсөнсөнең Рәсәйгә ҡаршы «оборона һуғышын» алып барыу буйынса планына ризалыҡ бирергә мәжбүр итә[5].
Төп рус көстәре Төркиә менән һуғышҡа йәлеп ителеүе менән файҙаланып, король Густав III етәкселегендәге 38-меңлек швед армияһы 1788 йылдың 21 июнендә Рәсәй территорияһына бәреп инә, әммә уны генерал-аншеф В. П. Мусин-Пушкин етәкселегендәге 19-меңлек рус ғәскәрҙәре туҡтата.
Һуғыштың төп ваҡиғалары диңгеҙҙә бара.
Ҡоро ер һуғышы
үҙгәртергә1788 йылдың 21 июнендә швед ғәскәрҙәренең отряды сик буйын үтеп, Нейшлот ҡалаһы тирәһенә бәреп инә һәм әлеге нығытманы бомбаға тота.
Хәрби ғәмәлдәре башланыуы менән швед короле урыҫ императрицаһы Екатерина II алдына түбәнге талаптарҙы ҡуя:
- урыҫ илсеһе граф Разумовскийға Рәсәй менән Швецияның араһында тыныслыҡты боҙоуға йүнәлтелгән мәкерле соҡсоноуҙары өсөн яза бирергә;
- Ништадт һәм Або килешеүҙәре буйынса алынған Финляндияның һәм Карелияның бөтә өлөштәрен Швецияға кире ҡайтарырға һәм сик буйын Сестра йылғаһы аръяғына күсерергә;
- Төркиә менән солох килешеүҙе төҙөүҙә Оттоман порты шарттарына ярашлы Швецияның аралашлығын ҡабул итергә (шул иҫәптән Ҡырымды Төркиәгә биреү;
- урыҫ караптарын ҡоралһыҙландырырға һәм Балтик диңгеҙенә сыҡҡан караптарҙы кире ҡайтарырға.
Талаптарға яуап итеп Санкт-Петербургтан швед илсеһе ҡайтарыла. Швед сигендә урыҫ ғәскәрҙәре 14 мең тирәһе генә була, уларға ҡаршы шәхсән король етәкселегендәге 30-меңлек швед армияһы тора. Ошондай өҫтөнлөккә ҡарамаҫтан, шведтар бер тапҡыр ҙа еңеүгә өлгәшә алмайҙар; Уларҙың Нейшлотты ҡамаған отряды сигенергә мәжбүр була, ә 1788 йылдың август башында король ҙә ғәскәрҙәре менән бергә Рәсәй территорияһынан китергә мәжбүр була. Императрица Екатерина был һөжүмде «Горебогатырь Косометович» комик операһы тип көлкөгә ҡалдыра[6].
1788 йылдың авгусында Көньяҡ Финляндиялағы һуғыш менән ҡәнәғәт булмаған швед офицерҙары, абсолютизмдың бөтөрөүен талап итеп, королгә сәйәси талаптар ҡуялар (Аньял союзы), һәм Екатерина хөкүмәтенән ярҙам алырға тырышып ҡарайҙар, әммә бынан бер ни ҙә килеп сыҡмай.
Керникоска янындағы һуғыш
үҙгәртергәҠоро ерҙә артабанғы хәрби ғәмәлдәр Рәсәй өсөн бигүк уңышлы булмай. Шведтар Керникоски, Пардакоски һәм Валкиал тирәһендәге алыштарҙа еңәләр. Урыҫ ғәскәрҙәренә ярҙамға Екатерина II генералдар О. А. Игельстремды һәм принц Ангальт-Бернбургскийҙы ебәрә. Урыҫтарҙың контратакаһы уларҙың тар-мар ителеүе менән тамамлана[7], ә принц Ангальт-Бернбургский һәм бригадир В. С. Байков яуҙа алынған яраларҙан тиҙҙән вафат булалар.
Диңгеҙ алыштары
үҙгәртергәБалтик диңгеҙендә көрәшергә Рәсәйҙең әҙерлекһеҙ булыуына төшөнөп, Густав III һуғышҡа әҙерләнеү менән шөғөлләнә башлай. 1771 йылдан алып ул флоттың һанын 23 сик буйы карабына, 11 фрегатҡа еткерә, ә ишкәкле флотын — 140 карабына тиклем. Рәсәйҙең үҙ флоты була, ул шведтарҙы һаны буйынса ғына түгел, ә сифаты менән дә алдыра. Флот 49 караптан һәм 25 фрегаттан торған һәм төрлө яҡҡа һибелгән була. Әммә улар иҫкереп киткән һәм шуға күрә порттарҙан сыға алмай. Һуғышҡа яраҡлы караптар, Төркиәне Ҡара диңгеҙҙән албырғатыр өсөн, Архипелагка ебәрелә.
Рәсәйгә һөжүм итеү планы түбәндәгенән ғибәрәт:
- Санкт-Петергбургтан урыҫ армияһын ситкә алып китеү һәм яр буйын азат итеү өсөн ҡоро ер техник сараларын Финляндияла туплау.
- Диңгеҙҙәге генераль алыш, Рәсәй флотының еңелеүе, Кронштадтты ҡамау (уның фекеренсә, рус ғәскәрҙәре Кронштадта йәшенергә тейеш булған).
- 20-меңлек корпусты үҙенең ғәскәрҙәренән айырып алыу һәм ишкәкле судноларға тейәү. Артабан бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ Санкт-Петербургҡа бәреп инеү. Ул Санкт-Петербург ҡалаһынан Рәсәйгә солох шарттарын кәсләп тағырға уйлай.
Рәсәйҙең һуғышҡа әҙерлекһеҙ булыуын белеп, Густав III уңышта икеләнмәй. Әммә ул бер аҙ ҡабалана һәм бер ҙур хата ебәрә — Рәсәй флотына Архипелагка китергә бирмәй. Рәсәйгә һөжүм итеү Петербургта ҙур ғауға тыуҙыра. Флот та, армия ла һуғышҡа әҙер булмай. Быны барыһы ла аңлай.
Гогланд алышы
үҙгәртергәАлыш 1788 йылдың 6 (17) июлендә Фин ҡултығындағы Гогланд утрауында үтә. Көстәр составы: урыҫтар — 17 сик караптары, шведтар — 16 сик буйы карабы һәм 7 фрегат. Шведтарҙың орудиеларҙа өҫтөнлөгө була (1,5 тапҡыр). Швед флотының шәхси составы бик һәйбәт өйрәтелгән була, ә урыҫ флоты «алыш барышында өйрәнә».
Эскадра өс өлөшкә бүленә, әммә арьергардтың бик ныҡ ҡына ҡалышыуы арҡаһында авангард бик яҡын килеп етә. «Ростислав» (Грейг шунда була) дошмандың контр-адмирал карабы менән бер сафҡа тигеҙләнә. Ошо мәлдә, шведтарҙың 12 карабына 7 урыҫ карабы тура килеүенә ҡарамаҫтан, Грейг беренсе булып ут аса һәм алыш шундуҡ дөйөм алышҡа әүерелә. Швед караптары бөтә утты «Ростислав»ҡа һәм и «Владислав»ҡа йүнәлтәләр. Әммә Грейг «Ростислав» карабы менән швед авангардына көслө һөжүм итеүенән һуң шведтарҙың алда барған караптары ситкә тайпыла һәм сафтан сыға. Әммә «Ростислав» та бик ныҡ емерелә. Был ваҡытҡа бер кем дә сафта ҡалмай; һәммәһе лә дошманға ҙурыраҡ зыян килтерергә тырыша.
Фондезиндың арьергарды алыштың аҙағына ғына килеп етә. Ул иртәрәк килеп етһә, бәлки, урыҫтар алыштың беренсе өлөшөндә уҡ еңерҙәр ине. Етенсе ярты тирәһендә швед флоты ашығыс рәүештә урыҫ картече менән ҡыйратылған контр-адмирал карабын алып киткән буксир артынан сигенә башлай. Шведтар бер һыҙыҡҡа теҙелергә тырышалар, әммә ел көсһөҙ булыуы сәбәпле, бер ни ҙә килеп сыҡмай. Урыҫтар шлюпкаларҙы төшөрәләр һәм шведтарҙы эҙәрлекләй башлайҙар. Швед караптары шул уҡ сараларҙы ҡуллана.
Урыҫ һәм швед флоттары алышты дауам итеү өсөн бер-беренә ҡаршы теҙелә. Көндөң оҙайлығы алышырға мөмкинлек бирә. Ниһайәт, «Ростислав» вице-адмиралдың «Принц Густав» карабына яҡынлаша һәм уның экипажының өстән бер өлөшөн юҡ итә.
Сәғәт ундар тирәһендә алыш тамамлана. «Принц Густав» үҙенең флагын төшөрә һәм бирелә. Әсирлеккә вице-адмирал Вахтмейстер командаһынан 539 кеше әсирлеккә эләгә.
Урыҫтар «Владислав» карабын юғалта, сөнки карап швед караптары араһына барып эләгә һәм, ситтән бер ниндәй ярҙам алмайынса, дошманға бирелә. Был алыш артабанғы кампанияның яҙмышын үҙгәртә. Урыҫтар дошманды ҡыйрата һәм швед флотының ҡалдыҡтары Свеаборгта йәшенергә мәжбүр була.
Формаль рәүештә шведтар ҙа еңеүҙе тантана итә — улар «Владислав» карабын әсирлеккә төшөрә, әммә флот ҡот осҡос хәлдә була һәм Кронштадтҡа һөжүм итеү тураһында уйлау ҙа мөмкин булмай. Урыҫтарҙың еңеүе шведтарҙың Балтикала хакимлыҡты булдырыу һәм диңгеҙ яғынан Санкт-Петербургты баҫып алыу буйынса пландарын т��лыһынса юҡҡа сығара.
Адмирал Грейг Изге Андрей Первозванный орденына лайыҡ була. Команда ла бүләкһеҙ ҡалмай.
Аръергардтың бик һүлпән хәрәкәте арҡаһында урыҫтар еңеүгә бик тиҙ өлгәшә алмайҙар. Аръергард караптарының өс командиры — капитандар Коковцев, Вальронд һәм Баранов — хөкөм ителәләр һәм матростарға тиклем түбәнәйтәлеләр. Аръергард командующийы шулай уҡ үҙ вазифаһынан бушатыла.
Эланд алышы
үҙгәртергә1789 йылдың 15 (26) июлендә Эланд утрауы тирәһендә герцог Карл Седерманландский етәкселегендәге 36 швед карабы (шул иҫәптән 22 сик буйы карабы) адмирал В. Я. Чичагов етәкселегендәге эскадранан (25 карап, шул иҫәптән 20 сик буйы карабы) еңелә һәм, бер нисә карапты юғалтып, атҡа сигенә.
Беренсе Роченсальм алышы
үҙгәртергә1789 йылдың 13 (24) авгусында адмирал Эренсверд етәкселегендәге дөйөм һаны 49 караптан торған швед флоты хәҙерге Котка ҡалаһы янындағы утрауҙар араһында Роченсальм рейдында йәшеренә. Шведтар ҙур суднолар өсөн берҙән-бер уңайлы булған Роченсальм боғаҙына барып етеп, өс судноны шунда батырып, юлды ябалар. 13 августа вице-адмирал Нассау-Зиген етәкселегендәге 86 урыҫ караптары ике яҡтан һөжүм башлай. Генерал-майор И. П. Балл етәкселегендәге көньяҡ отряды бер нисә сәғәт дауамында төп швед көстәрен үҙенә ҡарай йүнәлтә, ошо уҡ ваҡытта контр-адмирал Ю. П. Литт командованиеһы аҫтында төньяҡтан урыҫ флотының төп көстәре һыҙыҡты йырып сыға, ә матростарҙың һәм офицерҙарҙың махсус командалары юл яралар. Биш сәғәттән Роченсальм азат ителә һәм урыҫтар рейдҡа бәреп инәләр. Шведтар, 39 карапты юғалтып, еңеләләр. Урыҫтар 2 карап юғалта. Алышта уң авангард командующийы Антонио Коронелли батырлыҡ күрһәтә.
Ревель алышы
үҙгәртергә1790 йылдың 2 (13) майында Ревель портындағы диңгеҙ алышы. Шведтар был алышта бик ҙур ҡорбан һала: 61 кеше үлтерелә, 71 кеше яралана, 520 кеше әсирлеккә эләгә, бер карап дошман ҡулына күсә, бер карап һәләкәткә осрай, ҡомға терәлгән урында сығып китер өсөн 42 орудие һыуға бырғатыла. Урыҫтар яғынан бары 8 кеше һәләк була һәм 27 кеше яралана. Алыштың стратегик һөҙөмтәһе — швед планының юҡҡа сығыуы.
Красная Горка алышы
үҙгәртергә1790 йылдың 23—24 майында (3—4 июндә) Красная Горканан төньяҡ-көнбайыштараҡ үткән алыш. Шведтар Балтикала хакимлыҡҡа ынтыла һәм Санкт-Петербургты баҫып алыуҙы планлаштыра. Урыҫ Кронштадт эскадраһы (29 карап, шул иҫәптән 17 сик буйы караптары, командующийы — вице-адмирал А. И. Круз) герцог Зюдерманландскийҙың эскадраһына һөжүм итә (34 карап, шул иҫәптән 22 сик буйы). Алыш ике көн дауамында бара һәм бер яҡ та өҫтөнлөк ала алмай, әммә урыҫ Ревель эскадраһы яҡынлашыуы тураһында хәбәр алғас, шведтар сигенәләр һәм Выборг ҡултығында йәшенәләр.
Выборг алышы
үҙгәртергә1790 йылдың 22 июне (3 июле). Красная Горка янындағы уңышһыҙлыҡтан һуң герцог Седерманландскийҙың эскадраһы Выборг ҡултығында король Густав III етәкселегендәге ишкәкле флотилияһы менән осраша. Вице-адмирал Круздың Кронштадт эскадраһы адмирал Чичаговтың Ревель эскадраһы менән осрашып, Выборг ҡултығын блоклай. Бер нисә көн дауамында бер-беренә ҡаршы тороусылар сабауылдар үткәрә. 22 июндә шведтар өсөн уңайлы яҡтан ел иҫә, уларға йырып сығырға мөмкинлек асыла һәм улар Свеаборгка сығып китәләр. Дошманды эҙәрлекләгән адмирал Чичаговтың һәлкәүлеге һәм баҙнатһыҙлығы арҡаһында шведтар 67 карап юғалталар, шул иҫәптән ете сик буйы карабы һәм өс фрегат. Урыҫ флотының караптарҙа юғалтыуҙары булмай. Әлеге алыш һөҙөмтәһендә десант төшөрөү һәм Санкт-Петербургты баҫып алыу буйынса швед планы тулыһынса юҡҡа сыға.
Икенсе Роченсальм алышы
үҙгәртергә1790 йылдың 28 июнендәге (9 июлендә) Икенсе Роченсальм алышы. Шведтар ҡабаттан рейдта боҫалар, әммә беренсе алыш менән сағыштырмаса рәүештә оборонаны көсәйтәләр, мәҫәлән, утрауҙарҙа батареялар урынлаштыралар һәм ишкәкле галера флотын якорҙәргә ҡуялар. Швед флоты менән Густав III етәкселек итә (196 карап, шул иҫәптән 28 ҙур карап), урыҫ флоты менән Карл Нассау-Зиген етәкселек итә (152 карап, шул иҫәптән 31 ҙур карап). Тәүге алыштан айырмалы рәүештә, урыҫтар рейдҡа боғаҙҙың бер яғынан ғына баҫып инергә булалар. Нассау-Зиген Роченсальмгә төнгө икелә килеп етә һәм, сабауыл үткәрмәйенсә, иртәнге сәғәт 9-ҙа алыш башлай. Хәрби ғәмәлдәр киске 23 сәғәткә тиклем бара, урыҫ флоты рейдҡа үтә алмай һәм швед флотына ниндәй ҙә булһа күҙгә күренерлек зыян килтермәй. Көслө ел менән файҙаланып, ҙур булмаған швед суднолары оҫта хәрәкәт итә һәм урыҫ галераларының сафтарын боҙа, тегеләре, үҙ сиратында, урыҫ фрегаттарының сафтарын тарҡата. Барыһы был алышта 52 рус карабы ҡыйратыла, уларҙың күбеһе яр ситенә таштарға ырғытыла йәки уларҙы командалары үҙҙәре үртәй. 1975 йылда фин водолаздары 16 метр тәрәнлектә ятҡан «Изге Николай» ишкәкле фрегатынан күп һанлы ҡорал һәм башҡа әйберҙәрҙе өҫкә сығара. Шулай уҡ урыҫ моряктарының һөйәктәре лә өҫкә күтәрелә, уларҙы һуңынан Котка ҡалаһындағы православие зыяратында ерләйҙәр.
Верель солох килешеүе
үҙгәртергә1788—1790 йылдарҙағы Рус-швед һуғышы 1790 йылдың 3 (14) авгусындағы һуғышҡа тиклемге сик буйҙарын һаҡлау шарттарында Верель солох килешеүәнә ҡул ҡуйыу менән тамамлана (Верель, хәҙер Финляндиялағы Вяряля ). Рәсәйҙең 1772 йылда ҡолатылған парламент дәүләт ҡоролошонан формаль рәүештә баш тартыуы — килешеүҙең мөһим шарты. Швецияның бөтә территориаль дәғүәләрен Рәсәй кире ҡаға. Айырым йәшерен килешеү буйынса Рәсәй Густав Өсөнсөгә хәрби бирәсәктәрен ҡаплау өсөн субсидиялар бүлә. Солох тураһында белдереү Рәсәй һәм швед офицерҙары араһында, шулай уҡ монархтар тарафынан да бик яҡшы ҡабул ителә. Лондон, Берлин, Истанбул ҡалаларында иһә Густав Өсөнсөнең Рәсәйгә ҡаршы һуғышты тамамлау буйынса ҡарары ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙыра.
Башҡорт полктары составында һуғышта ҡатнашҡан капитан Күсәрбай Аҡсулпанов, Рәсәй менән солох килешеүенә ҡул ҡуйғанда башҡорттар менән танышырға теләгән, Швеция короле Густав III алдында ат өҫтөндә оҫта йөрөү һәләтен күрһәткән:
«Сей смелый всадник… Акчур-Пай бросил вверх яйцо и разбил его при падении, пустив в него стрелу, быструю как молния. Наконец, он вынул из своего тула старую стрелу и бросил ее на землю, потом, подняв ее рукою не слезая слошади и, все скакавши во всю прыть, он бросил её вверх и на лету расколол, подобно яйцу, пустивши в него новую, свежую стрелу».
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Рәхимов Р. Н. Рус-швед һуғышы (1788—90) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 2,0 2,1 Военная история башкир. Энциклопедия. Уфа, "Башкирская энциклопедия, 2013
- ↑ 3,0 3,1 Бринкер А.Г. Война России со Швецией в 1788-1790 годах. — Санкт-Петербург, 1869.
- ↑ Широкорад А.Б. Северные войны России. — Москва: АСТ, 2001. — 848 с.
- ↑ Mattila, Tapani, 1915-. Meri maamme turvana : Suomen meripuolustuksen vaiheita Ruotsin vallan aikana. — [Helsinki]: Suomi Merellä-säätiö, [1983]. — 318 с. — ISBN 9519948708.
- ↑ Литературная деятельность императрицы Екатерины II // Сочинения императрицы Екатерины II. СПб, 1893. С. 4—16
- ↑ Керникоски // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Военный энциклопедический словарь. — М. : ОНИКС 21 век, 2002. — ISBN 5-329-00712-7.
- Ливрон Ф.-И. де. Отчёт о военных действиях фрегата «Венус» в кампанию 1790 года, под командою г. капитана и кавалера Кроуна 2013 йыл 3 ноябрь архивланған. / Сообщ. К. Ф. де-Ливрон // Русская старина, 1872. — Т. 6. — № 11. — С. 569—572.
- Морской энциклопедический словарь. — СПб. : Судостроение, 1994. — ISBN 5-7355-0280-8.
- Лебедев А. А. Выборгское сражение 1790 г. в свете известного, но «неудобного» источника // Санкт-Петербург и страны Северной Европы : Материалы Пятнадцатой ежегодной международной научной конференции. — СПб., 2014. — С. 106—116.
- Лебедев А. А. Красногорское сражение 1790 г. в свете новых архивных документов [Электронный ресурс] // История военного дела: исследования и источники. — 2016. — Специальный выпуск III. Военно-морская история (от эпохи Великих географических открытий до Первой мировой войны) — Ч. III. — C. 279—362 <http://www.milhist.info/2016/10/24/lebedev>
- Лебедев А. А. К походу и бою готовы? : Боевые возможности корабельных эскадр русского парусного флота XVIII — середины XIX вв. с точки зрения состояния их личного состава. — СПб. : Гангут, 2015. — ISBN 978-5-904180-94-2.
- Лебедев А. А. О корабельном составе русского парусного флота в Русско-шведской войне 1788—1790 годов // Гангут. 2015. — № 87 — 88.
- Потрашков С. В. История российского флота. — М. : Эксмо, 2007. — 669 с. — ISBN 5-699-18717-0. — ISBN 5-699-18718-9. — ISBN 5-699-19360-X.
- Брикнер А. Г. Война России со Швецией в 1788—1790 годах. — СПб.: Печатня В. Головина, 1869. — 299 с.
- Русско-шведские войны // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона : в 86 т. (82 т. и 4 доп.). — СПб., 1890—1907.