Портал:112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы
«112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары» проекты |
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы — 1942 йылдың яҙында И. В. Сталин бойороғо буйынса ойошторолған дивизия. Дивизия командиры итеп 42 йәшлек тәжрибәле кадровый офицер полковник Миңлеғәле Шайморатов тәғәйенләнә. 1943 йылдың 14 февраленән 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы, 1943 йылдың 21 сентябренән 16-сы Чернигов гвардия кавалерия дивизияһы исемендә.
Һайланған мәҡәлә
Али Карнай (төп исеме — Имамғәли Мөхәммәтдин улы Зөлҡәрнәев; 6 ғинуар 1904 йыл — 16 июнь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1935—1941 йылдарҙа «Башгосиздат» мөхәррире, 1941—1943 йылдарҙа 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының «Ҡыҙыл атлылар» гәзите мөхәррире.
1904 йылдың 19 ғинуарында Өфө губернаһы Бөрө өйәҙенең хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы боронғо башҡорт ауылы Оло Шаҙыла тыуған. Милләте — башҡорт.
Тәүҙә үҙҙәренең ауыл мәктәбендә, шунан Бөрө ҡалаһында педагогик курста уҡый. Артабан уҡырға
Һайланған шәхес
Дәүләтов Бәкер Рәхим улы (23 май 1915, Өфө губернаһы, Бәләбәй өйәҙе, Иҫке Әмир ауылы — 31 март 1982, Тажик СССР-ы, Турсунзаде) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының пулемёт расчеты командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944). 1915 йылдың 23 майында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Иҫке Әмир ауылында[1] тыуған. Артабан уҡырға
Һайланған рәсем
Беләһегеҙме…
- Дивизияның 3 860 яугиры ордендар һәм миҙалдар менән наградлана, уларҙың 78-е — Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була, биш кеше — Дан орденының тулы кавалеры.
- «Ҡыҙыл атлылар» — 1942 йылдың апреленән 1943 йылдың февралендәге тарихи рейдҡа тиклем 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының башҡорт телендә сыҡҡан гәзите. Ул башҡорт атлыларының легендар юлын яҡтыртып бара. Мөхәррире — яҙыусы Али Карнай
- 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар аты — Керчь.
- Башҡорт кавалерия дивизияһы өсөн республиканан йәмғеһе 13,5 мең баш ат фронтҡа оҙатыла.
Дивизияның хәрби юлы
- Брянск фронтында һуғыштар
- Сталинград һуғышында ҡатнашыу
- Ворошиловград өсөн һуғыштарҙа ҡатнашыу
- Донбасc героик рейды
- Чернигов өсөн һуғыш
- Днепр операцияһы
- Белоруссияны азат итеү
- Уң яҡ Украина һәм Көнсығыш Польшаһын азат итеү өсөн һуғыштар
- "Багратион" операцияһында ҡатнашыу
- Варшава-Познан һөжүм итеү операцияһында ҡатнашыу
- Көнсығыш Померан һөжүм итеү операцияһы
- Берлин стратегик һөм операцияһы
- Башҡорт кавалерия дивизияһы ҡатнашҡан төп алыштар исемлеге
Сығанаҡ: Шаймуратовцы — воины легендарной 112-й Башкирской кавалерийской дивизии