Песах
Пе́сах (йәһ. פֶּסַח, «эргәнән үтеү», ашкеназ һөйләшендә — Пе́йсах / Пе́йсох / Па́йсох; арам. פִּסְחָא, Пи́сха; грексә һәм урыҫса— Пасха) — йәһүдтәрҙең Мысырҙан китеү иҫтәлегенә үткәрелгән төп йәһүд байрамы. Нисан айының 15-се көнөндә башлана һәм Израилдә 7 көн байрам ителә, Израилдән ситтә 8 көн байрам ителә.
Байрам көндәрендә Тора йәһүдтәргә икмәк һәм игендән әсетелеп (йәһ. חָמֵץ, «хаме́ц» — әсегән) әҙерләнгән ризыҡтарҙы ашауҙы тыя. Шулай уҡ Тора был көндә маца ашарға тәҡдим итә.
Израилдә Песах ете көнлөк байрам, беренсе һәм һуңғы көндәре — ял көнө. Арауҡтағы көндәр — байрам эш көндәре (). Израильдән ситтә һигеҙ көнлөк байрам. Беренсе ике һәм һуңғы ике көндәре — ял көндәре.
Байрам тарихы
үҙгәртергәТора буйынса, ун Мысыр языһының һуңғы язаһы алдынан йәһүдтәр еңелә. Аллаһ һарыҡ бәрәстәрен һуйып итен бешерергә, ә ҡанын ишек яҡтарына буярға ҡуша. 15 нисан төнөндә Аллаһ эргәнән үтә (пасах) һәм йәһүдтәр ҡотҡарыла.
Был байрам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |