Нәсибуллин Рәсим Мөхлис улы
Нәсибуллин Рәсим Мөхлис улы рус. Насибуллин Расим Мухлисович; (15 июнь 1960 йыл) — рәссам, график. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2008). Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы, Рәсәйҙең ЮНЕСКО ҡарамағындағы ижади союзы ағзаһы[1]
Нәсибуллин Рәсим Мөхлис улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 15 июнь 1960 (64 йәш) |
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР Йәрмәкәй районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР Рәтамаҡ, Йәрмәкәй районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | рәссам |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәРәсим Мөхлис улы Нәсибуллин 1960 йылдың 15 июнендә Башҡорт АССР-ының Йәрмәкәй районы Рәтамаҡ ауылында тыуған.
Урта мәктәпте тамамлағандан һуң 1972—1976 йылдарҙа Өфөләге Рәсәй урта художество сәнғәт мәктәбендә уҡый[2].
Артабан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының рәсем сәнғәте бүлексәһенә (хәҙер — Сәнғәт инстит��ты филиалы) уҡырға инә һәм уны 1982 йылда тамамлай.
1982 йылдан республика, зона, төбәк һәм Бөтә Рәсәй күргәҙмәләрендә ҡатнаша. Әҫәрҙәре ҡуйылған музейҙар һәм картиналар галереялары: М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы (Өфө), «Марс» заманса сәнғәт үҙәге (Мәскәү), Өфө рәсем сәнғәте галереяһы, РФА Геология һәм файҙалы ҡаҙылмалар музейы (Өфө), «Ҡазан» милли-мәҙәни үҙәге (Ҡазан).
1995 йылдан «Артыш» ижади берекмәһе ағзаһы.
1998 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы[3]
33 йылдан артыҡ хәҙерге Өфө дәүләт нефть техник университетының архитектура кафедраһы доценты вазифаһында эшләй.
Хәҙерге ваҡытта Севастополь ҡалаһында йәшәй һәм эшләй[4]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2008)