Нәзифә Ҡадырова (альбом)

Нәзифә Ҡадырованың тәүге студия альбомы

Нәзифә Ҡадырова — Нәзифә Ҡадированың тәүге студия альбомы. Ул 1982 йылда «Мелодия» фирмаһында сығарылған.

Нәзифә Ҡадырова
Сәнғәт формаһы студия альбомы[d]
Башҡарыусы/артист Нәзифә Ҡадырова
Нәшер итеүсе Мелодия[d]
Нәшер ителеү урыны СССР
Әҫәрҙең теле башҡортса‎
Нәшер ителеү ваҡыты 1982

Йырҙар исемлеге

үҙгәртергә
Беренсе яҡ (С60-17995)
ИсемҺүҙҙәр авторыМузыка Оҙонлоғо
1. «Йөрәктән булһа» Н. НәжмиР. Хәсәнов 3:08
2. «Тик кил генә» С. ӘлибаевН. Дауытов 2:57
3. «Сейәле тау» У. КинйәбулатовР. Сәхәүетдинова 3:47
4. ««Ярамай»ға ҡарамай» Ә. АтнабаевБ. Ғайсин 2:41
5. «Ләйсән» А. ИгебаевР. Хәсәнов 3:03
6. «Ун етелә кеүекмен» С. ӘлибаевР. Ғәзизов 2:19
Икенсе яҡ (С60-17996)
ИсемҺүҙҙәр авторыМузыка Оҙонлоғо
7. «Һағыныу йыры» С. ӘлибаевР. Ғәзизов 4:01
8. «Йәшлегем эҙҙәре» М. ШиһаповС. Садыҡова 3:02
9. «Яҙмыштан уҙмыш юҡ (Мәрәһим йыры)» М. КәримР. Хәсәнов 3:21
10. «Һөйләгәндәр һөйләһендәр» Ә. АтнабаевБ. Ғайсин 1:49
11. «Йәйғор нурҙары» М. УразаевА. Хәлфетдинов 2:32
12. «Элмәлек» (башҡорт халыҡ йыры)   3:10

Альбомды яҙҙырыуҙа ҡатнашыусылар

үҙгәртергә
  • Эстрада ансамбле
  • Виктор Динов — тауыш режиссёры
  • Е. Щербатова — мөхәррир
  • Владислав Панкевич, Н. Федоров — рәссам
  • Г. Прохоров — фото

Ҡыҙыҡ факт

үҙгәртергә

Альбом тышының артҡы яғында «Эстрадный ансамбль» тип яҙылған. Был осраҡта ул «Дуҫтар» инструменталь ансамбле була, сөнки уның аккомпанементы аҫтында яҙҙырылған «Йөрәк моңдары» һәм «Ун етелә кеүекмен» йыйынтыҡтарында Фәнүнә Сиражетдинова башҡарыуындағы ««Ярамай»ға ҡарамай» һәм «Ун етелә кеүекмен» йырҙарының музыкаль өлөштәре яңғыраш яғынан шул уҡ.

Һылтанмалар

үҙгәртергә