Кисловодск милли паркы

Кисловодск милли паркы (рус. Кисловодский национальный парк) (2016 йылдың до 2 июненә тиклем — Курорт паркы)[1] — Кисловодск ҡалаһындағы махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе.

Кисловодск милли паркы
Раузалар үҙәне
Раузалар үҙәне
Категория МСОПII (Милли парк)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны965,79 га 
Нигеҙләнгән ваҡыты7 июнь 2016 йыл 
Урынлашыуы
43°53′47″ с. ш. 42°44′18″ в. д.HGЯO
РФ субъектыСтаврополь крайы
Яҡындағы ҡалаКисловодск 
Рәсәй
Точка
Кисловодск милли паркы
Объект культурного наследия народов РФ федераль әһәмиәтендәгеРәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты федераль әһәмиәтендәге
рег. № 261520406230006 (ЕГРОКН)
объект № 2600000234 (БД Викигида)
 Кисловодск милли паркы Викимилектә

Европаның иң ҙур ҡала паркы[2]. Кисловодск курорт паркының майҙаны — 965,8 гектар. Сағыштырыу өсөн: Версаль һарайының паркы 800, Бөйөк Британияның иң ҙур ҡала паркы (Ричмонд паркы) — 955 гектар майҙанды биләй.

Парктың тәбиғәт ҡомартҡыһы — Ҡыҙыл Таштар, улар парктың бер нисә урынында урынлашҡан, төҫө — ҡыҙыл-көрән һәм ашалыуҙың төрлө форма алған ҡомташтарҙан тора.

Хәҙерге ваҡытта Кисловодск паркы өс бүлектән тора:

  • Иҫке (йәки Түбәнге);
  • Яңы (йәки Үҙәк);
  • Тау паркы (майҙаны буйынса иң ҙуры).

Паркта эштәр 1823 йылда генерал Алексей Ермоловтың бойороғо буйынса башлана[3]. Эштәрҙе түбән чинлы хәрбиҙәр алып бара. Ольховка йылғаһының ташлы ярҙарына ағас ултыртыу өсөн уңдырышлы ҡара тупраҡ килтерелә. Кенәз М. С. Воронцов 1845 йылда Кавказ вице-короллеге итеп тәғәйенләнгәндән һуң, Кисловодск паркын үҫтереү һәм төҙөкләндереү буйынса эштәр дауам итә. Иң яҡшы баҡса һәм сәскә орлоғо, ағас һәм ҡыуаҡлыҡтарҙың иң яҡшы төрҙәре Воронцовтың Ҡырымдағы биләмәләренән килтерелгән. Бынан тыш, Тифлистан һәм Риганан, Көнбайыш Украинанан һәм Төньяҡ Кавказ баҡсаларынан үҫемлектәр килтерелә. 1903 йыл парк төҙөлөшөнөң икенсе этабының башы булып иҫәпләнә. Тартып алынған казак ерҙәре биләмәһендә баҡсасы-пейзажсы Альберт Регель етәкселегендә Үҙәк парк төҙөлә. Яланғас битләүҙәрҙә Кавказ аҡ шыршыһы, бәлзәм бирә торған аҡ шыршы, кавказ ҡарағайы, ябай имән, ябай дардар, көнсығыш шыршыһы, Европа шыршыһы ултыртылған. 1910 йылда «Ҡарағай ҡалҡыулығы» һалына, уның битләүҙәрен хәҙер ҡарағайлыҡ ҡапланған. Парк һәм шифалы эсемлек (нарзан) арҡаһында Кисловодск донъяла төп бальнеологик һәм климатик курорттарҙың береһе булып тора.

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 493-сө указы менән 2016 йылдың 2 июнененән федераль әһәмиәттәге Кисловодск милли паркы булып китә[2].

Флора һәм фаунаһәм

үҙгәртергә
 
Парктағы Колоннада

Парк Ольховка йылғаһының ике яғында ла урынлашҡан, унда 250-нән ашыу ағас һәм ҡыуаҡ төрө бар, улар араһында кедр, аҡ шыршы, ҡайын, ҡарағай, дардар, бук, ерек, саған, ҡарағас, шыршы, ҡара сәтләүек, ҡытай павловнияһы, бөкө ағасы һ.б[4].

Парктың бейек өлөшөндә урман бесәйе, бөркөт бар. Был болондарҙа һәм урмандарҙа үҫемлектәрҙең 800-ҙән ашыу төрө үҫә. Паркта тейен, шулай уҡ ҡуян, төлкө, шакал һәм ҡоштарҙың төрлө төрҙәре, шул иҫәптән һирәк осрай торған ҡара тумыртҡа климатҡа яраҡлаштырылған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Документы — Правительство России. Дата обращения: 11 июнь 2016. Архивировано 10 июнь 2016 года.
  2. 2,0 2,1 Создание в Кисловодске крупнейшего в Европе национального парка состоялось. Дата обращения: 7 июнь 2016. Архивировано 8 июнь 2016 года.
  3. Курортный парк. Архивировано из оригинала 25 март 2012 года.
  4. Курортный парк Кисловодска. Достопримечательности КМВ. Отдых на Кавказских Минеральных Водах. Дата обращения: 26 сентябрь 2012. Архивировано 17 апрель 2009 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә