Йоһанн Вольфганг фон Гёте

Йоһанн Вольфганг фон Гёте (нем. Johann Wolfgang von Goethe исеменең немецса яңғырашы ; 28 август 1749 йыл, Германия, Майндағы Франкфурт ҡалаһы, — 22 март 1832 йыл, Германия, Веймар ҡалаһы) — немец шағиры, дәүләт эшмәкәре, тәбиғәт фәндәре белгесе һәм аҡыл эйәһе. Атаһы — Йоһанн Каспар Гёте, бюргер, әсәһе — Катарина Элизабет Гёте, олатаһы — ҡала старшинаһы[1].

Иоһанн Вольфганг фон Гёте
Johann Wolfgang von Goethe
Тыуған көнө:

28 август 1749({{padleft:1749|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})

Тыуған урыны:

Майндағы Франкфурт,
Изге Рим империяһы Изге Рим империяһы

Вафат булған көнө:

22 март 1832({{padleft:1832|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (82 йәш)

Вафат булған урыны:

Веймар,
Саксен-Веймар-Эйзенах

Гражданлығы:

Саксен-Веймар-Эйзенах Саксен-Веймар-Эйзенах

Эшмәкәрлеге:

шағир, драматург, прозаик, философ, ғалим, минералдар коллекциялаусы( гётит тип уның иҫтәлегенә аталған.)

Йүнәлеше:

мәғрифәтселек, сентиментализм

Жанр:

трагедия, драма, поэма, роман

Наградалары:
Австрия Леопольд ордены командоры
Австрия Леопольд ордены командоры
Почётлы легион Оло Тәре ордены кавалеры
I дәрәжә Изге Анна ордены
I дәрәжә Изге Анна ордены
Ҡултамғаһы:

Ҡултамғаһы

Әҫәрҙәре Lib.ru сайтында
Биологик систематика
Ботаник таксондар рәтенә исем биреүсе автор. Ботаник номенклатураның Халаҡ-ара кодексында (бинар) номенклатурала был исемдәр «Goethe» ҡыҫҡарталған ҡушымта менән бирелә .
IPNI сайтында Шәхси бите

Бала сағы, уҡыу осоро һәм тәүге шиғырҙары

үҙгәртергә

Иоһа́нн Во́льфганг фон Гёте 1749 йылдың 28 авгусында Германияның Майндағы Франкфурт ҡалаһында тыуған.

1765 йылдан башлап Лейпциг университетында уҡый, 1770 йылда Страсбург ҡалаһында хоҡуҡ фәндәре докторы дәрәжәһен ала. Тәүге Höllenfahrt Christi исемле шиғырын 1765 йылда яҙа.

Биографияһы

үҙгәртергә
 
Гётеның әсәһе, Катарина Элизабет Текстор 1776 йылда
 
Майндағы Франкфуртта Гёте тыуған йорт. 1947—1949 йылдарҙа төҙөкләндерелә

Атаһы элекке адвокат, император советнигы, Иоһанн Каспар Гёте 1710 йылда Майндағы Франкфурт тигән иҫке немец сауҙа ҡалаһында, бай бюргер ғаиләһендә тыуған. Әсәһе Катарина Элизабет Гёте (Тексторҙа тыуған, нем. Textor, 1731—1808) — ҡала старшинаһы ҡыҙы.

1750 йыл ғаиләлә Корнелия тигән икенсе бала тыуған[2]. Унан һуң тағы ла дүрт бала тыуған, улар барыһы ла сабый саҡта уҡ үлгән. Атаһы үтә ваҡсыл, талапсан, хисһеҙ, әммә ғәҙел кеше була. Атаһынан уға мираҫ булып белемгә ынтылыу, хеҙмәттә төпсөрлөк, бөхтәлек, ныҡлыҡ, сабырлыҡ, сыҙамлылыҡ ҡалған.

Әсәһенең холҡо бөтөнләй башҡа була. Кейәүгә 17 йәштән сыға, иренә ҡарата йылы хистәр тоймай. 18 йәштә беренсе балаһын таба, улын ныҡ ярата, малай әсәһен «Frau Aja» тип йөрөтә. Әсә улында ижадҡа һөйөү уята, ул Гёте өсөн хәстәрлелек һәм аҡыл символы була. Катарина Саксония-Веймар герцогиняһы Анна Амалия Брауншвейгская менән хат алыша.

Энтони Графтон Гётены «Антик идеалдар ярҙамында хәҙерге мәҙәниәтте байытыуҙың өлгөһө» тип билдәләй[3].

Ижадының тәүге осоро

үҙгәртергә

Гётеның был дәүерҙәге иң әһәмиәтле әҫәре булып «Гец фон Берлихинген, Тимер ҡуллы рыцарь» («Gottfried von Berlichingen mit der eisernen Hand») драмаһы тора, ул замандаштарын хайран ҡалдыра. Тап ошо әҫәр Гётены немец әҙәбиәтенең иң алғы һыҙығына сығара. Шекспирҙың тарихи йылъяҙмаларына оҡшатып, прозала яҙылған был әҫәрҙең үҙенсәлеге шунда: ул бығаса мәҙәниәттең иң йоғонтоло ағымы булған Мәғрифәтселек әҙәбиәтенә ҡаршы сыға. Мәғрифәтселек әҙәбиәтенең типик образы — социаль ғәҙеллек өсөн көрәшкән яҙыусы бөтөнләй икенсе төрлө асыла. Рыцарь Гец фон Берлихинген илдә барған ваҡиғалар йоғонтоһона бирелә, крәҫтиәндәр ихтилалын етәкләргә мәжбүр була; ихтилал киҫкенләшкәс, иң ауыр мәлдә крәҫтиәндәрҙе ҡалдырып китә. Ил менән идара итеүселәр тантана итә: уларҙың алдында инҡилапҡа күтәрелгән ябай халыҡ та, үҙенең ихтыярын уларға ҡаршы ҡуйып маташҡан шәхес тә көсһөҙ. Гец иректе кешелек донъяһында түгел, үлемдә, «тәбиғәт-әсә» менән ҡушылыуҙа таба. Пьесаның аҙаҡҡы күренеше символик мәғәнәгә эйә: Гец баҡсаға сыға, сикһеҙ күк йөҙөн, үҙен уратып алған тәбиғәтте күреп һоҡлана һәм: «Хоҙай Тәғәлә, Һинең күгең аҫтында, иректә нисек рәхәт! Ағастар бөрөләнә, бөтә донъя уңышҡа өмөт бағлай. Хушығыҙ, ҡәҙерлеләрем! Тамырҙарым ҡырҡылған, мин көсөмдө юғалтам. Ирек, ирек!» — тип өндәшә.

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә

«Клавиго» (1774)

«Йәш Вертерҙың ғазаптары» (1774)

«Ифигения Тавридала» (1779—1788)

«Торквато Тассо» (1780—1789)

«Урман батшаһы» (1782)

«Эгмонт» (1788)

«Үҫемлектәр метаморфозаһы тураһында тәжрибә» (1790)

«Рейнеке-лис» (1794)

«Герман менән Доротея» (1794)

«Фауст» (1774—1832)

«Төҫ теорияһына ҡарата» (1810)

«Көнбайыш-көнсығыш һүҙлек» (1819)

Автобиография Гёте И. В. Поэзия и Правда (Dichtung und Wahrheit). — М.: «Захаров», 2003. — 736 б. ISBN 5-8159-0356-6.

«Йәш Вертерҙың ғазаптары»

үҙгәртергә

«Йәш Вертерҙың ғазаптары» (1774) — хаттарҙан торған роман, немец әҙәбиәтенең «Дауыл һәм һөжүм» осоронда ижад ителгән иң уңышлы әҫәр. Әгәр ҙә «Гец фон Берлихинген» Гётеның исемен Германияла билдәле итһә, «Вертер» яҙыусыны бөтә донъяға таныта. Романда мөхәббәт тарихы нигеҙендә кеше һәм донъя араһындағы конфликт һүрәтләнә. Вертер — хисле, шул уҡ ваҡытта көслө шәхес. Финалда яңғыраған атыу тауышы менән үҫмер ғәҙелһеҙлек хөкөм һөргән донъяға һәм унда йәшәгән ике йөҙлө кешеләргә ҡаршы сыға. Ул Германияның ҡанундарын кире ҡаға һәм тәкәббер, алдаҡсы кешегә әйләнеүҙән үлемде өҫтөн күрә. Ул — Прометейҙың антиподы, Вертер-Прометей — Гётеның был осорҙа ижад иткән геройҙарының аҙаҡҡы быуыны. Уларҙың йәшәйеше өмөтһөҙлөк менән һуғарылған. Вертер үҙе уйлап сығарған донъяны ысынбарлыҡ тип иҫбат итергә тырышҡанда үҙен юғалта, Прометей, Олимп власынан азат булған «ирекле» йәндәр хасил итеп, үҙен мәңгеләштерергә ниәтләй.

«Ифигения»

үҙгәртергә

Ифигения исемле героиня Таврида ярҙарында ағаһы Орестты һәм уның дуҫы Пиладты үлемдән ҡотҡарырға тырыша. Бының өсөн үҙенең һәм уларҙың яҙмышын Тавриданың батшаһы Фоанттың ҡулына тапшыра. Был ҡылығы менән ул Тантал ырыуын ҡәһәрҙән азат итә. Әҫәрҙә Орест образы ла иғти��арға лайыҡ. Башта ул икеләнеү, ярһыу ҡосағында булһа, драманың аҙағында тыныслыҡ таба. Уның күңелендә һиллек урынлашыуҙа Ифигения сәбәпсе. Орест — "Дауыл һәм һөжүм"де еңеп сыға алған Гётеның үҙе ул.

Рим элегиялары

үҙгәртергә

«Элегиялар»ҙың үҙәк образы — шағир (Гёте), ул антик мәҙәниәт тормошона ҡушылып, донъяға скульптор күҙҙәре менән баға.

«Эгмонт»

үҙгәртергә

«Эгмонт» трагедияһында Нидерландтың Испан хакимлығы менән көрәше сағыла. Әммә милли үҙаллылыҡ өсөн көрәшсе ролен башҡарһа ла, Эгмонт көрәшсе итеп һүрәтләнмәй. Бөгөнгө менән генә йәшәгән Эгмонт яҙмыш, тарих ихтыярына ҡаршы көрәшеүҙән баш тарта. Көрәшә белгән Гец урынына Эгмонт килә.

«Торквато Тассо»

үҙгәртергә

1790 йылда Гёте «Торквато Тассо» драмаһын тамамлай. Унда ике кеше: шағир Тассо менән батшаның яҡын кешеһе Антонио (герцог Феррараның статс-секретары) бәрелеше һүрәтләнә. Тассо хакимлыҡ иткән ҡанундарға буйһонмай, Антонио был ҡанундар буйынса йәшәй. Бәрелеш Тассоның еңелеүе менән тамамлана. Драма Гётеның эске донъяһына алып инә, ул да Веймар һарайының ҡанундарына буйһонған элекке штюрмер (штюрмерҙар — немец һәм рус дворяндары нәҫеле).

Балладалар

үҙгәртергә

1797 йылда Гёте менән Шиллер балладалар яҙыу буйынса бәйге ойоштора. Ошо рәүешле был жанрҙың үҫешенә юл һалына. Үҙенең балладаларында Гёте мөхәббәт мөнәсәбәттәрен сағылдыра һәм, тәнҡитселәр фекеренсә, шул рәүешле «донъяны бар итеү серҙәренә төшөнөргә, упҡынға күҙ һалырға теләй»[4].

«Вильгельм Мейстерҙың уҡыу йылдары»

үҙгәртергә

«Вильгельм Мейстерҙың уҡыу йылдары» (1796) — Гётеның иң әһәмиәтле әҫәре. Уны яҙыусы 1776 йылда уҡ башлай. Роман йәш бюргер тураһында, ул бала саҡтан театр менән мауыға, үҙен актёр һәм драматург булараҡ һынап ҡарай. Коммерция шөғөлөн ташлап, труппа менән сәйәхәт итә. Ошо урында роман туҡтап ҡала һәм, ун йылдан уға кире әйләнеп ҡайтҡас, Гёте уның йүнәлешен тулыһынса үҙгәртә. Романдың тәүге варианты һаҡлана, әммә геройҙың артабанғы юлы театрҙан ғәмәли эшмәкәрлеккә алып бара. Тик бында бюргерҙар кеүек капиталды арттырыу өсөн түгел, ә йәмғиәткә файҙа килтереү маҡсаты ҡуйыла. Немец әҙәбиәтенең Виланд осоронда уҡ барлыҡҡа килгән «тәрбиәүи роман» тигән төшөнсә Гётеның ошо романында ҡабатлана.

«Фауст» трагедияһы өҫтөндә яҙыусы ғүмере буйына эшләй. Трагедияны Франкфуртта 1773 йылдарҙа башлай. Беренсе өлөштөң сюжеты Веймарға күсеп барғанға тиклем тамамлана, ул «Пра-Фауст» тип йөрөтөлә һәм яҙмалар Гёте үлгәндән һуң ярты быуат үткәс кенә табыла. Италиянан ҡайтҡас, 1790 йылда Гёте өс күренеш менән тулыландырылған өлөштө баҫтыра һәм беренсе өлөш 1808 йылда ғына тулыһынса донъя күрә. Икенсе өлөш өҫтөндә эш 1800 йылдар тирәһендә башлана, айырым өҙөктәре баҫылһа ла, ә тулы варианты, авторҙың үҙенең теләге буйынса, уның үлеменән һуң ғына сыға. Шулай итеп «Фауст» Гётены алтмыш йыл тирәһе оҙатып бара һәм трагедия уның ижадының һәм донъяға ҡарашының эволюцияһын сағылдыра. «Фауст» өсөн материал булып реаль фигура — XVI быуаттың беренсе яртыһында йәшәгән ғалим һәм күрәҙәсе доктор Фауст тирәләй йөрөгән легенда тора. Халыҡ уны тылсым сәнғәтенә өйрәнеү өсөн йәнен иблискә һатҡан тип һөйләй. Бала саҡтан уҡ ишетеп йөрөгән был тарих яҙыусыла ҡыҙыҡһыныу уята һәм уны «Дауыл һәм һөжүм» идеяһы рухында тормошҡа ашырыу хыялы тыуа.

Замандаштарының мөнәсәбәте

үҙгәртергә

Гётеға ҡарата замандаштарының мөнәсәбәте төрлөсә була. «Вертер» ҙур уңыш ҡаҙанһа ла, мәғрифәтселәр уны пессимизм тыуҙыра торған әҫәр тип ҡабул итә. «Ифигения» 1770 йылдарҙа Гётены үҙҙәренең юлбашсыһы тип иҫәпләгән штюрмерҙарға барып та етмәй. Гердер үҙенең уҡыусыһының классицизм йүнәлешендә үҫешеүен аңлап етмәй. Романтизм йүнәлешендә ижад итеүселәр ике төрлө ҡарашта була. Классик донъяға сумған Гётеға ҡаршы булыусылар ҙа, уның «Гец фон Берлихинген», «Вертер», «Фауст» әҫәрҙәрен, әкиәттәрен, "Вильгельм Мейстерҙың уҡыу йылдары"н ихлас ҡабул итә.

«Йәш Германия» яҙыусылары Гётеның әҫәрҙәрендә либерал-демократик идеялар тапмағас, уны яҙыусы ғына түгел, кеше булараҡ та инҡар итә. Әйткәндәй, 1849 йылда Гётеның 100 йыллыҡ юбилейы Шиллерҙыҡына ҡарағанда насарыраҡ үтә. Гётеның ижадына ҡыҙыҡһыныу XIX быуаттың аҙағында кире уяна.

Гёте Рәсәйҙә

үҙгәртергә

Рәсәйҙә Гёте XVIII быуаттың аҙағында уҡ билдәле була. рус теленә тәржемә ителгән беренсе әҫәре 1780 йылда барлыҡҡа килә, ул «Клавиго» тип аталған прозалағы драма була (тәржемәсеһе О. П. Козодавлев)[5]. 1781 йылда уны «Вертер»ҙың авторы булараҡ телгә ала башлайҙар. Романдың беренсе тәржемәһе 1781 йылда (тәржемәсеһе Ф. Галченков, 1794, 1796 йылдарҙа ҡабаттан баҫыла) һәм 1798 йылда (тәржемәсеһе И. Виноградов) [6] донъя күрә. Радищев үҙенең "Сәйәхәттәр"ендә белдереүенсә, «Вертер»ҙы уҡыу уны шатлыҡ йәштәре түгергә мәжбүр итә. Новиков "Драматик һүҙлек"тә (1787) Көнбайыштың иң бөйөк драматургтары исемлегенә Гётены ла индерә. 1801 йылда Гётеның романына эйәреп яҙылған әҫәр — «Рәсәй Вертеры» сыға. Рус сентименталистары (Карамзин һ.б.) үҙҙәренең ижадында йәш Гётеның йоғонтоһон тоя. Пушкин дәүерендә Гете менән ҡыҙыҡһыныу арта. «Московский вестник» эргәһендә барлыҡҡа килгән романтиктар (Веневитинов һ.б.) төркөмө үҙҙәренең баҫмаһын яҙыусының ҡурсыу�� аҫтына ҡуя, Гётеның йөҙөндә романтик поэзияны тыуҙырған остазды күрә. Пушкин да "Фауст"тың авторы тураһында ыңғай фекерҙә була.

Германияла барған бәхәстәрҙең йоғонтоһо ла була, әлбиттә. 1830 йылдарҙың аҙағында Менцелдең «Немец әҙәбиәте» тигән китабы русса баҫыла. Унда Гётеның ижадына кире баһа бирелә. Гёте ижадына мөкиббән киткән Белинский 1840 йылда мәҡәлә баҫтыра һәм унда Менцелдең Гётеға биргән ҡылыҡһырламаһын «әҙәпһеҙ һәм оятһыҙ»[7] тип атай. Һуңғараҡ уның был тойғолары үтә, Гётены бөйөк шағир тип иҫәпләй.

1860-сы йылдарҙағы зыялылар Гётеға битарафлыҡ күрһәтә. Улар Германия йәштәренең феодализм менән көрәштән баш тартҡан[8] Гётены яратмауын аңлай. XIX быуаттың икенсе яртыһында ижад иткән күп рус яҙыусылары өсөн Гёте — әһәмиәтһеҙ фигура[9]. Л. Н. Толстой Гётеның ижадын кире баһалай («Герман һәм Доротея» һәм «Вертер»ҙан башҡаларын)[10]. Әммә Пушкин осоронда телгә алынған шағирҙарҙан тыш, Гёте Фет (ул «Фауст», «Герман менән Доротея», "Рим элегиялары"н тәржемә итә)[16] , Майков («Алексис һәм Дора», «Шағир һәм сәскә үҫтереүсе ҡыҙ»ҙы тәржемәләй)[17], А. Толстой («Коринф кәләше», «Хоҙай һәм баядера» һ.б. әҫәрҙәрен тәржемә итә)[11] һәм айырыуса Тютчев («Вильгельм Мейстер»ҙан шиғырҙарҙы, «Йырсы» балладаһын тәржемә итә)[19] ижадына йоғонто яһай. Символистар яҙыусының культын булдыра[20]. В. Иванов шулай тип белдерә: «Поэзияла ҡасандыр Гёте булдырған символизм принцибы, оҙаҡ аҙашып йөрөгәндән һуң, тағы ла үҙенең урынына ҡайтты» [12]. Гёте шиғырҙарына Шуберт яҙған йырҙарҙың текстары Цветаеваның аҙыҡҡы тәржемәләре була. «Фауст» В. И. Лениндың яратҡан китаптарының береһе була[13][14].

Гёте һәм башҡорттар

үҙгәртергә

Гёте башҡорт яугирҙәре менән дә осраша. 1814 йылдың ғинуарында ул дуҫы Фридрих Вильгельм Генрих фон Треберға хат яҙа, шунда ошо осрашыуҙы ентекле һүрәтләй. Гёте ул мәлдә Веймарҙа йәшәй. Ҡаланың протестант мәктәбендә башҡорттарҙың намаҙ уҡыуына тап булыуын әйтә. Һуңынан яҙыусы уларҙы үҙенә саҡыра. Башҡорттар был осрашыу иҫтәлегенә ян һәм уҡ бүләк итә[15]. Гёте улына яҙған хатында: «Мин бында уларҙың принцтарын, солтандарын күрҙем», — ти. Был "принц"тарҙың береһенең, башҡорт отряды етәксеһенең фамилияһы Альберт Гётеның атаһына яҙған хаттары араһында табылған бер яҙмаһында була. Яҡынса 1814 йылдың 22 мартында яһалған яҙмала: «Ғосман Ғүмәров, башҡорт кенәзе» тип яҙылған. Әйткәндәй, тарихи сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, 1814 йылда Изге Лауренция сиркәүе янында, Тюрингия кенәзлеге принцы Гюнтер башҡорт уҡ-һаҙаҡтарының көсөнә шик белдергәс, дүрт башҡорт йәйәнән уҡ атыу оҫталығын күрһәтә. Бер уҡ сиркәү көмбәҙенең төбөн тишеп ҡаҙала. Ағас уҡ серегәс, уны ҡоросҡа алыштыралар. Был ҡорос уҡ әлеге мәлдә алтынға алыштырылған. Был сиркәү Веймарҙан 100 саҡрым алыҫлыҡтағы Шварц ҡалаһында урынлашҡан[16][17].

Гёте хөрмәтенә Меркурийҙағы кратер һәм гётит тигән минерал аталған. Гётеның героиняһы хөрмәтенә 1905 йылда бер астероидҡа Зулейка тигән исем бирелә. Санкт-Петербургта шағирға бюст ҡуйылған. Швейцарияла Дорнах ҡалаһында Гётеға бағышлап бина — Гётеанум төҙөлгән[18].

Вариҫтары

үҙгәртергә

Гёте һәм ҡатыны Кристиананың биш балаһы була. Өлкән улдары Августтан һуң тыуған башҡа балалары иҫән ҡалмай. Августтың өс балаһы — Вальтер Вольфганг, Вольфганг Максимилиан, Альма. Август атаһы үлерҙән бр йыл алда Римда мәрхүм була. Августтың балалары никахҡи инмәй һәм шуға ла Гётеның тоҡомо 1885 йылда өҙөлә.

Бүләктәре

үҙгәртергә
  • Бавария тажынының Граждан ҡаҙаныштары орденының Ҙур тәреһе кавалеры (1827) (Бавария)
  • 1-се дәрәжә Изге Анна ордены кавалеры (Рәсәй империяһы)
  • Австрия императоры Леопольд орденының Командор тәреһе кавалеры (Австрия)
  • Почётлы легион орденының Ҙур тәреһе кавалеры (Франция)

Гёте әҫәрҙәрен руссаға тәржемә итеүселәр

үҙгәртергә

Библиография

үҙгәртергә
  • Antoine Berman, L'épreuve de l'étranger. Culture et traduction dans l’Allemagne romantique: Herder, Goethe, Schlegel, Novalis, Humboldt, Schleiermacher, Hölderlin., Gallimard, Essais, 1984. ISBN 978-2-07-070076-9
  • Charles Du Bos, Goethe Archives Karéline, 2008.
  • {de} Friedrich Gundolf, Goethe, 1916
  • {de} Karl Otto Conrady, Goethe — Leben und Werk, Artemis Verlag Zürich 1994, 1040 Seiten.
  • {de} Richard Friedenthal, Goethe — sein Leben und seine Zeit, Piper-Verlag München
  • {de} Nicholas Boyle, Goethe. Der Dichter in seiner Zeit. Aus dem Engl. übers. von Holger Fliessbach. Frankfurt am Main: Insel 2004.
  • {de} Bd. 1: 1749—1790. (Insel-Taschenbuch. 3025) ISBN 3-458-34725-9
  • {de} Bd. 2: 1790—1803. (Insel-Taschenbuch. 3050) ISBN 3-458-34750-X
  • {de} George Henry Lewes, Goethe’s Leben und Schriften. übers. von von Julius Frese. Berlin : Duncker 1857.
  • {de} Gero von Wilpert, Goethe-Lexikon. Stuttgart 1998, Kröner, ISBN 3-520-40701-9
  • {de} Goethe, Johann Wolfgang, in Allgemeine Deutsche Biographie, Leipzig, München 1875—1912, Bd. 9, S. 413ff.
  • {de} Wolfram Voigt/Ulrich Sucker, Johann Wolfgang von Goethe. BSB B. G. Teubner Verlagsgesellschaft, Reihe, Biographien hervorragender Naturwissenschaftler, Techniker und Mediziner Band 38, Leipzig 1987
  • {de} Renate Wieland, Schein Kritik Utopie. Zu Goethe und Hegel. München (edition text + kritik) 1992, ISBN 3-88377-419-7
  • {de} Ettore Ghibellino, Goethe und Anna Amalia — eine verbotene Liebe, A.J. Denkena-Verlag, Weimar 2003, ISBN 3-936177-02-3
  • {de} Peter Matussek, Goethe zur Einführung. Hamburg: Junius, 2002, 2. Aufl., ISBN 3-88506-972-5
  • {de} Jürgen Hartmann, Goethe und die Ehrenlegion/ Goethe et la Légion d’Honneur Mainz: Schmidt Universitätsdruckerei, 2005, ISBN 3-93 5647-27-1
  • {fr} Dorian ASTOR, Goethe. Faust. Texte et dossier, La Bibliothèque Gallimard, Ed. Gallimard, 2002.
  • {fr} Bortoft, La démarche scientifique de Goethe — Editions Triades, 2001
  • {fr} Marcel Brion, Goethe, Albin Michel, 1982
  • {fr} Édouard Rod, Essai sur Goethe, Paris, Perrin, 1898
  • {fr} Nanine CHARBONNEL, Sur le Wilhelm Meister de Goethe, Cousset (Fribourg, Suisse) : Delval, 1987
  • {fr} Pascal Hachet, Les psychanalystes et Goethe, Paris, L’Harmattan, 1995.
  • {fr} Jad Hatem, Satan, monothéiste absolu selon Goethe et Hallaj, Éditions du Cygne, Paris, 2006
  • {fr} Jean Lacoste, Goethe — La nostalgie de la lumière, Paris, 2007
  • {fr} Ruiz, Alain, Le poète et l’Empereur, Goethe et Napoléon, La revue Napoléon no.36 La capitulation de Madrid, novembre 2008.
  • {fr} Sieveking, Hinrich & al. L'Âge d’or du romantisme allemand — Aquarelles et dessins à l'époque de Goethe. Musée de la Vie romantique, Paris, 2008
  • {fr} Roland Krebs, Johann Wolfgang Goethe, éditions Belin (collection Voix allemandes), Paris, 2010
  • Р.Штейнер. Мировоззрение Гёте / Пер. с нем. — СПб.: Деметра, 2011. — 192 с., 500 экз., ISBN 978-5-94459-037-4 («Goethes Weltanschauung», 1897)

Ҡыҙыҡлы факттар

үҙгәртергә
  • Гёте бер нисә йыл үҙенән 36 йәшкә кесе Беттина фон Арним менән хатлашҡан. Хатлашыу 1807 йыл башланған һәм 1811 йылғаса, Беттина Гётеның ҡатыны менән талашҡанға хәтле дауам иткән. Был турала Милан Кундераның «Үлемһеҙлек» тигән романында һөйләнелә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Бекетов А. Н. Гёте, Иоганн Вольфганг // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. Goethe Chronology — World of Biography 2007 йыл 8 август архивланған.
  3. Журнальный зал | НЛО, 2006 N82 | ЭНТОНИ ГРАФТОН — От полигистора к филологу
  4. Пронин В.А. Год баллад // Литературная энциклопедия терминов и понятий. — 2001. — С. 180—181.
  5. Жирмунский, 1981, с. 30
  6. Жирмунский, 1981, с. 35
  7. Белинский В. Г. Менцель, критик Гёте // Собр. соч., т. 2. — М.: Академия наук СССР, 1959. — 563 с.
  8. Жирмунский, 1981, с. 322
  9. Жирмунский, 1981, с. 326
  10. Жирмунский, 1981, с. 330
  11. Жирмунский, 1981, с. 341
  12. Жирмунский, 1981, с. 349
  13. Батюшков Ф. Д. Гете на рубеже двух столетий // История западной литературы (1800-1910) т. 1, кн. 1. — М., 1912. — 114 с.
  14. Крупская Н.К. Что нравилось Ильичу из художественной литературы // В.И. Ленин о литературе и искусстве. — М.: Политиздат, 1976. — 623 с.
  15. Как башкиры навещали великого Гёте и что они подарили автору бессмертного «Фауста». ИА «Башинформ», 13 февраля 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 февраль 2020)
  16. Г. Г. Ишимбаева. Гёте и Восток: актуальная современность и духовные искания немецкого классика//Ватандаш, Уфа, 2005, № 7
  17. «Башҡорт рухы феномены Европаны бөгөн дә аптырата әле»//Киске Өфө, 2015, № 52.
  18. АНТРОПОСОФИЯ 2013 йыл 29 июль архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә