Иҫән
Иҫән (рус. Исяново) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 197 кеше[3]. Почта индексы — 453661, ОКАТО коды — 80206840003.
Иҫән | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ниғәмәт ауыл советы һәм Орск өйәҙе |
Халыҡ һаны |
181 кеше (2002)[1], 197 кеше (2009)[1], 176 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 453661 |
Иҫән Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергә1735 йылда нигеҙ һалынған. Фараздар буйынса ауылға нигеҙ һалыусы — Янһары ауылынан Янһары нәҫеленән сығышлы уҙаман, Бөрйән ырыуы башлыҡтарының береһе булған батыр Иҫән (Иҫәнгилде)[4]. Риүәйәт буйынса Янһары ауылы 1755 йылғы ваҡиғаларынан һуң үртәлгән. Янһары ауылының урыны билдәһеҙ, әммә шундай исемле ауыл булыуына шик юҡ[5]. Әммә Иҫәндең улдары ошо ауылда йәшәгән. Уларҙың өлкәне Теләүле Иҫәнов (1760—1820). Уның улы Булат (Булаттың улдары — Ғайса, Әлимбәк, Йәнмырҙа, Ғәлеәкбәр), Вәлит, Әсләм (улдары Әлмөхәмәт, Ихсан, Яуымбай, Мөхәмәткәрим). Кесеһе — Абдулла Иҫәнов, 1768 йылғы. Уның улдары — Ҡунаҡбай, Ғузаир, Хәлил[5].
Ауыл тарихы 1755 йылғы башҡорт ихтилалы (Батырша ихтилалы) менән бәйле. Халыҡ башҡорт ерҙәрен талауға, үҙ бойондороҡһоҙлоғон, динен һәм милли үҙаллығын һаҡлап ҡалыу йәһәтенән ихтилалға күтәрелә.
Иҫән ауылы халҡы малсылыҡ менән шөғөлләнә. 1839 йылда 46 йортта йәшәгән 257 кешегә 220 йылҡы малы, 70 һыйыр, 150 һарыҡ, 20 кәзә тура килә. 1834 йылда 28 бот ужым бойҙайы һәм 448 бот ярауай бойҙайы сәсел��ән[5].
Районда һәм республикала билдәлелек яулаған Иҫәновтар, Бураншиндар, Аслаевтар, Баймөхәмәтовтар, Ишбирҙиндар, Таңғатаровтар, Тутаевтар, Йәрмөхәмәтовтар ошо ауылдан сыҡҡан[6].
1816 йылда ауылда 20 йортта 120 кеше йәшәгән, 1834 йылда — 47 йортта 260 кеше, 1859 йылда — 61 йортта 400 кеше, 1885 йылда — 71 йортта 461 кеше, 1920 йылда 188 йортта 767 кшк йәшәгән[7]. Граждандар һуғышы осоронда, аслыҡ йылдарында, 30-сы йылғы репрессиялар ваҡытында бик күп кеше һәләк була, ситкә сығып китә.
1939 йылда ауылда барыһы 146 кеше ҡалған.
1919 йылда Иҫән ауыл Советы булдырыла, уның беренсе рәйесе — Хәлил Әминев, урынбаҫары — Ш. Заманов, ағзалары — Ғ. Исламов, И. Музаҡаев, секретары — Ф. Васючков[8].
1920 йылда Совет рәйесе итеп Сәйтғәле Тутаев һайлана, урынбаҫары — Һибәтулла Хоҙайбирҙин, секретары — Савелий Захаров.
1928 йылдан алып ауыл — Муллаҡай ауыл Советы, 1951 йылдан — 1-се Этҡол, 1963 йылдан — Ниғәмәт ауыл Советы составында була.
1928 йылда Иҫән ауылында «Яңы ауыл» ауыл хужалығы кооперативы ойошторола, 1930 йылда уның нигеҙендә «Ҡыҙыл йондоҙ» колхозы булдырыла. Уның беренсе рәйесе — Зәйнәғи Мөхәмәтйәнов, артабан — Динислам Ишморатов, Ғәзиз Ишбирҙин.
1934 йылда «Ҡыҙыл йондоҙ» колхозы «Ҡыҙыл Октябрь» колхозы менән берләшә[9]..
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Иҫәндә үҙаллы «таналыҡ» колхозы ғәмәлдә була, 1952 йылда ул колхоз Салауат исемендәге колхоз менән берләшә. Һуғыштан һуң колхоз рәйестәре булып Ильяс Насыров һәм Байегетов эшләйҙәр.
1918 йылдан алып ауылда башланғыс мәктәбе эшләп килә. Уҡытыусылары: Баймуллина Хәҙисә (уны кулактар үлтерә) , Ишбирҙин Тимерйән, Ишбирҙина Һәһәрбоҫтан, Йәрмөхәмәтов Зөлҡәрнәй[10]..
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 176 | 83 | 93 | 47,2 | 52,8 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергәБилдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Аслаев Төхвәт Хәлим улы (1922—1995) — педагог-методист, башҡорт теле белгесе, профессор, педагогия фәндәре кандидаты (1969), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт билдәһе» ордендары кавалеры, РСФСР (1957) һәм БАССР (1955) мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре.
- Иҫәнбаева Рәйсә Миҙхәт ҡыҙы (1.04.1949), мәғариф ветераны, әҙип. 1966—1973 һәм 1982—2009 йылдарҙа Баймаҡ районы Ниғәмәт ауыл мәктәбе уҡытыусыһы, директор урынбаҫары, социаль педагогы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2001), Рәсәй Федерацияһы халыҡ мәғарифы отличнигы (1992), «Йыл уҡытыусыһы—1996» республика конкурсы (1996) һәм «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы лауреаты[11].
- Теләүбирҙин Х. — Бөрйән-Түңгәүер кантоны башҡарма комитетының рәйесе;
- Әминев Хәлил Мөхәммәт улы (1886—1959) — көрәшсе. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы.
- Таңғатаров М. М. — ВКП(б)-ның Матрай район комитеты секретары;
- Әхмәтов Иҫән Фәйзулла улы (1892—1942) — Беренсе донъя һәм Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Стахановсы. СССР-ҙың беренсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1937).
- Бураншин Г. М. — партия һәм йәмғиәт эшмәкәре;
- Хәсәнов Ф. З. — Түбә мәғдән идаралығының һәм БМСК-ның партия һәм йәмғиәт эшмәкәре;
- Мөхәмәтйәнов И. Л. — ҡала Советы рәйесе, ҡаланың Почетлы гражданы.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 http://ufagen.ru/places/baymakskiy/isyanovo_baym.html Исяново
- ↑ Сельские советы
- ↑ Сельские советы
- ↑ Сельские советы
- ↑ Сельские советы
- ↑ Сельские советы
- ↑ Литератруная карта Республики Башкортостан. Райса Исянбаева (Тикшерелеү көнө: 27 март 2019)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Исяново
- Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Иҫән Викимилектә | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |