Исламбай
Исламбай (рус. Исламбаево) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 359 кеше[1]. Почта индексы — 453587, ОКАТО коды — 80219804003.
Ауыл | |
Исламбай | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты |
[[Башҡортостан]] |
Муниципаль район |
[[Бөрйән районы]] |
Координаталар | |
Һанлы танытмалар | |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Географик урыны
үҙгәртергәАуыл Оло Шәйек йылғаһы (Ағиҙел йылғаһы бассейны) тамағында урынлашҡан. Алыҫлығы:
- Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Собханғол): 43 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Аҫҡар): 6 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Белорет): 154 км
Тарихы
үҙгәртергә1843—1850 йылдарҙа монасиптар тарафынан яңы Исламбай ауылына нигеҙ һалына. IX ревизияла 20 ихата була. 9 йылдан һуң 120 кеше йәшәгән 24 ихата була. 1920 йылда унда 205 кеше йәшәгән. Ауылға 1808 йылда тыуған Исламбай Йомағужин нигеҙ һалған. Уның улы — Калимулла. Исламбай — 1828—1829 йылдарҙағы рус-төрөк һуғышында ҡатнашыусы. Был ауылдың икенсе исеме — Һарт, этнонимдан алынған, Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улусы подразделениеһы атамаһы[2].
1921-22 йылдарҙағы аслыҡ, тиф ауырыуынан һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Исламбай ауылында ни бары 14 хужалыҡта 69 кеше ҡала (хәтергә төшөрәйек: 1920 йылдағы иҫәп буйынса ауылда 205 кеше йәшәгән). 1925—1926 йылдарға ауыл аяҡҡа баҫа башлай, хужалыҡтар һаны 24-кә етә, ғаиләләр ишәйә. Мәҫәлән, архив мәғлүмәттәре буйынса 1926 йылда ауылда Әхмәтйәнов Һиҙиәттең — 4, Әхмәтйәнов Абдулланың — 5, Шәрәфитдинов Зиннәттең — 11, Бирҙеғолов Сәхиулланың — 4, Йомағужин Насибулланың — 3, Хәйбуллин Зәкериәнең — 5, Хәйбуллин Әбделғәниҙең — 9, Йомағужин Сәмиғулланың — 4, Аратов Шәғәйептең — 4, Ниғмәтуллин Шәүәлиҙең −4, Яхин Ғәбәйттең 6 кешенөн торған ғаиләләре була.
Исламбайҙарҙан колхозға беренселәрҙән булып Зиннәт, Фәтхулла, Әбделхаҡ Ғәлиуллиндар, Шәриф һәм Кәбир Хәйбуллиндар, Насибулла һөм Сәмиғулла Йомағужиндар, Бикташ ауылынан Ғөбәйт һәм Кинйәбулат Кульчиковтар, Ҡыҫыҡтан Әхмәҙулла һәм Мөхәмәтхужа Әҙелбаевтар, Низамитдин Мырҙағолов, Хәбир Хәйбуллин инәләр. Был ауылдар 1931 йылда төҙөлгән Аҫҡар промколхозына инә. Уның тәүге председателе итеп Исламбай ауылынан Мырҙабулатов Сәйәх һайлана, счетоводы итеп Ишмырҙин Мөҙәрис тәғәйенләнә. Аҫҡар промколхозы менән 1932 йылдан Кәлимуллин Хафиз етәкселек итө. Был осорҙа коллективлаштырыу эше тамамлана. 1930 йылда йылҡы малдарынан берләштерелгән 1 КТФ төҙөлә, «Имелкә» тоҡомло аттар тураһында (колхозлашыу осоронда Аҫҡар ауылынан Фәтхетдинова Имелбикә инәй 7 баш йылҡы малы биргән) бөтә республикаға билдәле була. 1932 йылда Исламбай, Аҫҡар ауылында ла һыйыр малы фермаһы төҙөлә. 1932 йылдан башлап колхоз (Аҫҡар промколхозы), кустарсылыҡ эшен ташламайынса, ҡырсылыҡ эше менән дә шөғөлләнә башлай. Был ваҡытта колхоздың дөйөм ер майҙаны 3800 гектар була, шуның 108 гектары сәсеү майҙанын тәшкил итә. Ул ваҡытта колхозда 6 ат һабаны, бер нисә комплект ат тырмаһы ғына була. Үҫтерелген уңыш ураҡ менән урыла. 1935 йылда Аҫҡар һәм Брәтәк промколхоздары берләшеп, Быкин исемендәге колхоз төҙөйҙәр. 1937 йылда Быкин исемендәге колхоз икегә бүленә. Исламбай, Бикташ, Ҡыҫыҡ ауылдары Фрунзе исемендәге колхозға әүерелә[3].
Ауыл хәҙер
үҙгәртергәИсламбай ауылы Аҫҡар ауыл Советына ҡарай. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылда төп мәктәп (Аҫҡар урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. 1900 йылда мәсет теркәлгән. Исламбай эргәһендәге Туҡмаҡ яланы — тәбиғәт ҡомартҡыһы[4]. Исламбай янындағы бер тауҙың — Әңгәмә тауы тип аталышы ауыл йыйынының ошо урында үткәрелеүе менән бәйле[5].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 205 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 153 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 164 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | 320 | ||||
1989 йыл 12 ғинуар | 295 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 374 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 359 | 186 | 173 | 51,8 | 48,2 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Урамдары
үҙгәртергәУрам исеме[6]:
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Ғәлиуллин Фәтхулла Абдулхалиҡ улы — (1901 йыл — сентябрь 1943 йыл).112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой.
- Әҙелбаева Зөләйха — БАССР-ҙың Бөрйән районы Фрунзе исемендәге колхозының Исламбай ауылы һауынсыһы, Ленин ордены кавалеры.
- Аратов Самат Шөғәйеп улы (24 ноябрь 1936 йыл) — хеҙмәт ветераны, Рәсәй Федерацияһының профессиональ-техник белем биреү отличнигы.
Матбуғатта
үҙгәртергә- Таң гәзите 4 февраль 2022 йыл 1 февралдә Исламбайҙа «Уҡытыусы — бөйөк исем» аҫтында осрашыу-кисә үтте
- Таң гәзите,23 март 2023 йыл Исламбайҙар алдыра, тырышып, таңға ҡалдыра
- Таң гәзите. 22 март 2023 “Ғөмүмән, ауылда эш юҡ, тип, көндө буштан-бушҡа ауҙарып йөрөгән кешене күрмәҫһең...”
Һүрәттәрҙә
үҙгәртергә-
Ауыл_мәктәбе_һәм_балалар_баҡсаһы
-
Фельдшер-акушер_пункты
-
Бөйөк_Ватан_һуғышы_ҡорбандарына_һәйкәл_(1941-1945_йыл)
-
"Фатиха"_мәсете
-
Исламбай_ауыл_мәҙәниәт_йорто
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Исламбаево</ref>.
- Исламбай ауылы тарихынан(недоступная ссылка)
- Исламбай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- «Налог Белешмәһе» системаһында Исламбай ауылы
- Йыйын
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. стр.49
- ↑ Исламбай ауылы тарихынан. Вируальный музей Бурзынского района(недоступная ссылка)
- ↑ Исламбай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Йыйын
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Исламбай ауылы
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Исламбай Викимилектә | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |