Заликин Александр Тарасович
Заликин Александр Тарасович (1893—1953, Серпухов ҡалаһы) — ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары (1937—1939), Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Рәйесе (1938—1939).
Заликин Александр Тарасович | |||
1938 йыл | |||
| |||
---|---|---|---|
октябрь 1937 йыл — ғинуар 1939 йыл | |||
Алдан килеүсе: | Быкин Яков Борисович | ||
Дауамсы: | Растёгин Григорий Сергеевич | ||
| |||
1938 — 1939 | |||
Тыуған: | 1893 Серпухов ҡалаһы | ||
Үлгән: | 1953 | ||
Партия: | КПСС | ||
Белеме: | М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Биографияһы
үҙгәртергәЗаликин Александр Тарасович 1893 йылда Мәскәү губернаһының Серпухов ҡалаһында тыуған.
1912 йылдан — РСДРП(б) ағзаһы. Флотта (1914—1918) һәм армияла (1020—1921) хеҙмәт иткән.
1921—1924 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетында, ә 1926—1927 йылдарҙа — ЦК ВКП(б) эргәһендәге марксизм-ленинизм курсында уҡый.
Эш урыны:1918 — 1919 йылдарҙа — Елизаветградта (Херсон губернаһы) урындағы власты ойоштороу буйынса инструктор, 1920—1921 йылдарҙа — Серпухов өйәҙенең халыҡ мәғариф бүлеге мөдире (Мәскәү губернаһы), 1924—1926 йылдарҙа — ЦК РКП(б) — ВКП(б)-ның сит ил ячейкаһы Бюроһы яуаплы сәркәтибе, 1927—1930 йылдарҙа ЦК ВКП(б)-ның Пропаганда эше төркөмө етәксеһе (Һамар, Кемерово), 1930 — мәҙәниәт һәм ЦК ВКП(б)-ның ленинизмды пропагандалау Бүлеге мөдиренең ярҙамсыһы, 1933 — ЦК ВКП(б)-ның мәҙәниәт-пропаганда Секторы мөдире, 1933—1934 — СССР-ҙың игенселек һәм малсылыҡ совхоздарының Халыҡ комиссариаты Сәйәси идаралығы башлығы урынбаҫары, 10.2.1934 — ЦК ВКП(б) эргәһендәге партия контроле Комиссияһы ағзаһы, 1934—1936 йылдарҙа — ЦК ВКП(б) эргәһендәге партия контроле Комиссияһының Ауыл хужалығы төркөмө етәксеһе урынбаҫары, 1936—1937 йылдарҙа — ЦК ВКП(б)-ның Силәбе өлкәһе буйынса партия контроле Комиссияһы вәкиле, 6.10.1937 — 12.6. 1938 йылдар — ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты 1-се сәркәтибе бурысын башҡарыусы, 17.6.1938 — 1.1939 йылдар — ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты 1-се сәркәтибе, 25.7.1938 — 1939 йыл — Башҡорт АССР-ы Юғары Советы рәйесе, 1939—1940 йылдарҙа — СССР-ҙың ит һәм һөт сәнәғәте Халыҡ комиссариатының Баш сусҡасылыҡ башлығы, 1940 йылдан — «Пятилетка» совхозы (Мәскәү өлкәһе) директоры, 1942 йылдан — Сусҡасылыҡ тресты (Мәскәү) идара итеүсеһе.