Дмитриенко Анатолий Сергеевич

Дмитриенко Анатолий Сергеевич (15 февраль 1931 йыл — 9 июнь 2006 йыл) — архитектор, БАССР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1979). БАССР Архитекторҙар союзы ағзаһы (1970)[1].

Дмитриенко Анатолий Сергеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 февраль 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Баҡы, Кавказ аръяғы Социалистик Федератив Совет Республикаһы[d], СССР
Вафат булған көнө 9 июнь 2006({{padleft:2006|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө архитектор
Уҡыу йорто Әзербайжан техник университеты

Биографияһы

үҙгәртергә

Анатолий Сергеевич Дмитриенко 1931 йылдың 15 февралендә Әзербайжан ССР-ының Баҡы ҡалаһында тыуа. 1954 йылда Әзербайжан политехник институтын тамамлағандан һуң, Баҡыла, Новосибирскиҙа һәм Мәскәүҙә эшләй, 1957 йылдан алып Өфөлә Башсовнархоз төҙөлөш идаралығының проект бюроһы архитекторы була.

1959—2001 йылдарҙа —"Башпромстройпроект" проект институтының баш архитекторы.

1974—1983 йылдарҙа — Өфө нефть университетының Архитектура-төҙөлөш факультеты уҡытыусыһы.

Анатолий Сергеевич 2006 йылдың 9 июнендә Өфө ҡалаһында вафат була.

1957 йылда Башҡортостандың Рәсәйгә инеүенең 400 йыллығына арналған арка проектын эшләй. Шулай уҡ Өфөләге Еңеү паркы (1963), Ҡурсаҡ театры (1967), Никах һарайы (1976) проекттары авторы. 1973—1983 йылдарҙа Ялта ҡалаһында поликлиника биналары, шулай уҡ «Башҡортостан нефтсеһе» пансионаты проекттарын эшләй. Өфөлә 1960—1980 йылдарҙа Республика клиник дауаханаһын, 1965 йылда «Төҙөүсе» стадионын 1976 йылда — С. Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт һарайы алдындағы фонтан менән бергә майҙан һәм сквер, 1985 йылда Тыныслыҡ урамындағы скверҙы реконструкциялау проекты авторы.

Уныү авторҙашлығында 1970 йылда «Промсвязь» заводының производство корпусы, 1972 йылда — ВАЗ автоүҙәге, 1985 йылда «Эре панелле йорттар төҙөү» (хәҙер — «КПД» бизнес-үҙәге) проекттары эшләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

БАССР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1979).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. ДМИТРИЕНКО Анатолий Сергеевич. Дата обращения: 21 ғинуар 2021.