В. В. Виноградов исемендәге Рус теле институты (��әсәй Фәндәр академияһы)
Рәсәй Фәндәр академияһының Рус теле институты — Рәсәй фәнни ойошмаһы, Рәсәй Фәндәр академияһының Тарих-филология фәндәре бүлексәһенә инә. 1944 йылда элекке ИФЛИ-ҙы (Мәскәү философия, әҙәбиәт һәм тарих институты, 1931—1941) яңыртып ойоштороу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә[2]. 1995 йылда учреждениеға мәшһүр совет лингвисы академик В. В. Виноградов исеме бирелә.
В. В. Виноградов исемендәге Рус теле институты | |
Нигеҙләү датаһы | 1944 |
---|---|
Ҡыҫҡаса атамаһы | ИРЯ РАН |
Кем хөрмәтенә аталған | Виноградов Виктор Владимирович |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Мәскәү |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Отделение историко-филологических наук РАН[d] һәм Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][1] |
Хеҙмәткәрҙәр | 135 кеше |
Өйрәнеү объекты | урыҫ теле |
Рәсми сайт | ruslang.ru |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Сотрудники Института русского языка имени В. В. Виноградова[d] |
Мәҙәни мираҫ объекты, объект № 7749631000 |
«Рус телен өйрәнеүҙә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе билдәләү һәм русистика өлкәһендә фундаменталь, эҙләнеү һәм ҡулланма ғилми тикшеренеүҙәр үткәреү»[3], шул иҫәптән хәҙерге рус әҙәби теле нормаларын ҡулланған грамматикаларҙы, һүҙлектәрҙе һәм белешмәләрҙе экспертизалау институт эшмәкәрлегенең маҡсаты булып тора[4].
Төп проекттары
үҙгәртергә- Электрон «Милли рус теле корпусы» — электрон формалағы текстар йыйылмаһына нигеҙләнгән мәғлүмәти-белешмә системаһы. Милли корпус тәү сиратта тел лексикаһын һәм грамматикаһын ғилми өйрәнеү өсөн тәғәйенләнгән.
- «Русский язык в научном освещении» халыҡ-ара фәнни журналы; хәҙерге русистика өлкәһендәге тикшеренеүҙәрҙе координациялау өсөн булдырылған.
- Рус теле буйы белешмә биреү хеҙмәте; рус телмәрен дөрөҫ ҡулланыу буйынса айырым кешеләргә һәм ойошмаларға консультация биреүгә тәғәйенләнгән.
Институтта шулай уҡ «Русская речь» фәнни-популяр журналы, фәнни-популяр китаптар, һүҙлектәр һәм энциклопедиялар нәшер ителә.
Етәкселәре
үҙгәртергә- акад. С. П. Обнорский (1944—1950)
1950—1958 йылдарҙа институт СССР Фәндәр академияһының берләштерелгән Тел белеме институты составында була; директорҙары акад. В. В. Виноградов (1950—1954) һәм акад. В. И. Борковский (1954—1958).
- акад. В. В. Виноградов (1958—1968) П. Филин (1968—1982)
- Рәсәй Фәндәр академияһы мөхбир ағзаһы Ю. Н. Караулов (1982—1996)
- акад. А. М. Молдован (1997—2017)
- филология фәндәре докторы М. Л. Каленчук (с 2017)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
- ↑ Истоки . Кафедра русского языка КГПИ. Дата обращения: 13 декабрь 2018. 2015 йыл 2 апрель архивланған.
- ↑ Устав ФГБУН Института русского языка им. В. В. Виноградова . Нормативные документы. ИРЯ РАН. Дата обращения: 17 сентябрь 2016.
- ↑ Приказ Министерства образования и науки Российской Федерации (Минобрнауки России) от 29 декабря 2008 г. N 401 "Об утверждении списка высших учебных заведений и иных организаций, которыми проводится экспертиза грамматик, словарей и справочников, содержащих нормы современного русского литературного языка при его использовании в качестве государственного языка Российской Федерации" . Российская газета. Дата обращения: 13 декабрь 2018.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Русского языка институт имени В.В. Виноградова РАН // Большая российская энциклопедия. Том 29. — М., 2015. — С. 76.