Вәлиева Баныу Нурғәле ҡыҙы
Вәлиева Баныу Нурғәле ҡыҙы (14 декабрь 1914 йыл — 24 февраль 2003 йыл) — йырсы, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың (1955) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1947).
Баныу Вәлиева | ||
Тыуған ваҡыты: | ||
---|---|---|
Тыуған урыны: |
Шәмбалыҡсы ауылы, Ҡазан губернаһы[1] | |
Вафат ваҡыты: |
24 февраль 2003 (88 йәш) | |
Вафат урыны: | ||
Гражданлығы: | ||
Театр: | ||
Наградалары: |
|
Биографияһы
үҙгәртергәБаныу Нурғәле ҡыҙы Вәлиева 1914 йылдың 14 декабрендә Ҡазан губернаһы[2] Шәм-Балыҡсы ауылында тыуған.
П. Чайковский исемендеге Мәскәү консерваторияһында уҡый. 1938 йылда, консерватория тамамлап, Өфөгә эшкә килә.Ошо йылда асылған Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының тәүге солисткаһы була.
Баныу Вәлиева репертуарында башҡорт һәм татар халыҡ йырҙары, композиторҙар әҫәрҙәре, лирик, патриотик йырҙар, көнбайыш классик музыка әҫәрҙәре бар.
1942 йылда БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, 1947 йылда БАССР-ҙың халыҡ артисы, 1949 йылда РСФСР-ҙың атҡаҙанған, 1955 йылда РСФСР-ҙың халыҡ артисы исеме бирелә.
Танылған йырсы 1969 йылдан Өфө сәнғәт училищеһында һәм Өфө сәнғәт институтында уҡыта.
Баныу Вәлиева 2003 йылдың 24 февралендә Өфө ҡалаһында вафат була.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Хәҙерге Апас районы, Татарстан.
- ↑ Хәҙер Татарстан Республикаһының Апас районы
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Вәлиева Баныу Нурғәле ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Вокально-энциклопедический словарь 2012 йыл 1 ноябрь архивланған.
- Татар җанлы башҡорт былбылы. МУК «Музей народных артистов Фахри Насретдинова и Бану Валиевой Апастовского муниципального района»