Башҡорт эпосы — башҡорт халҡының төрлө этник ҡатламдарын һәм мәҙәни традициялар��н сағылдырыусы эпик әҫәрҙәр репертуары. Тәүтормош-община ҡоролошонда барлыҡҡа килеп, эпос башҡорт халҡының һәр тарихи дәүерен оҙата килгән.

Эпик әҫәрҙәрҙең төрҙәре

үҙгәртергә

Башҡорт эпосына хас булған түбәндәге сюжеттарҙы билдәләргә мөмкин:

Башҡорт эпосының төп жанрҙары:

  • ҡобайыр («Урал батыр», «Аҡбуҙат» һ. б.);
  • хикәйәт («Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу», «Алдар менән Зөһрә» һ. б.);
  • иртәк («Заятуләк менән Һыуһылыу», «Алпамыша менән Барсынһылыу» һ. б.);
  • ҡисса («Таһир менән Зөһрә», «Йософ менән Зөләйха» һ. б.).

Башҡорт эпик әҫәрҙәренең традициялары

үҙгәртергә

Боронғо башҡорттар өсөн Ватан һәм Урал төшөнсәләре айырылғыһыҙ булған, уларһыҙ был донъяла йәшәү мәғәнәһен дә күрмәйенсә, башҡорт халҡы был ике төшөнсәне бер бөтөн итеп ҡабул иткәндәр. Уралға арнап башҡорт халҡы тарафынан иң мөҡәддәс йырҙар, легендалар, ҡобайырҙар һ.б. сығарылған. Миҫалға, «Урал батыр» ҡобайыры поэтик тел аша башҡорт халҡының Урал, Тыуған ер менән берлеге, айырылғыһыҙ икәнлеге тураһында бәйән итә.

Трилогия

үҙгәртергә

Башҡорт халҡының эпик традициялары «Урал батыр», «Аҡбуҙат», «Бабсаҡ һәм Күсәк» исемле әҫәрҙәрҙә сағылдырыла. Уларҙа башҡорттарҙың тарихи үткәне ҙур өс дәүергә бүленә:

  • 1) ғүмерҙең башланғыс алыуы, йәшәү мәғәнәһе һәм Көньяҡ Уралда беренсе башҡорт ҡәбиләләренең барлыҡҡа килеүе;
  • 2) металдан эш ҡорамалдары етештереү, атты ҡулға өйрәтеү;
  • 3) Көньяҡ Уралды биләгән төрлө ҡәбиләләрҙән башҡорт халҡының формалашыуы.

Башҡарыусылар

үҙгәртергә

Эпик әҫәрҙәрҙе ижад итеүселәр һәм халыҡҡа еткереүселәр — халыҡ сәсәндәре. Тап улар беҙҙең көндәргә рухи мәҙәниәтебеҙҙең шиңмәҫ ҡомартҡыларын килтереп еткергәндәр. Сәсәндәр — ысын-ысындан халыҡ массаларының уй-кисерештәрен, теләк-хыялдарын сағылдырыусылар. Сәсәндәрҙең маҡсаты халыҡ тормошон, уларҙың идеалдарын художестволы кәүҙәләндереүҙән ғибарәт. Нәҡ ошо миссия уларға популярлыҡ һәм халыҡ һөйөүен алып килә.

Эпик әҫәрҙәр

үҙгәртергә

«Урал батыр», «Аҡбуҙат», «Бабсаҡ менән Күсәк», «Иҙел менән Яйыҡ», «Ҡуңыр буға», «Заятүләк менән Һыуһылыу», «Иҙеүкәй менән Мораҙым», «Аҡһаҡ ҡола», «Ҡара юрға», «Алпамыша менән Барсынһылыу», «Тарғын менән Ҡужаҡ», «Ек Мәргән», «Ҡуҙыйкурпәс менән Маянһылыу», «Алдар менән Зөһрә», «Йософ менән Зөләйха», «Байрамбикә менән Татлыбай», «Ҡарас менән Аҡса», «Ҡараһаҡал» һ.б.

Һылтанмалар

үҙгәртергә