Башҡортостандағы Крәҫтиәндәр күтәрелеше (1918—1921)
Башҡортостандағы Крәҫтиәндәр күтәрелеше — Совет власының сәйәсәте менән риза булмаған Башҡортостан крәҫтиәндәренең большевиктарға ҡаршы йүнәлтелгән 1918—1921 йылдарҙағы массовый күтәрелеше.
Башҡортостандағы Крәҫтиәндәр хәрәкәте | |||
Дата | |||
---|---|---|---|
Урыны |
Башҡорт АССР-ы, Ырымбур губернаһы, Өфө губернаһы һәм башҡалар | ||
Сәбәбе |
продразвёрстка | ||
Нәтижә |
баш күтәреүселәр һәм уның лидерҙары ҡулға алынған һәм хөкөм ителгән | ||
Ҡаршы тороусылар | |||
| |||
| |||
Сәбәптәре
үҙгәртергә1918—1921 йылдарҙа дауам иткән Башҡортостандағы Крәҫтиән хәрәкәте совет власының сәйәсәте (Хәрби коммунизм һәм башҡалар) менән риза булмауҙан барлыҡҡа килгән.
Хронологияһы
үҙгәртергә1918 йылдың март-апрель айҙарында Өфө губернаһының Бөрө өйәҙендә беренсе крәҫтиән сыуалыштары ҡабынған. Бөрө өйәҙендә икмәк конфискациялау крәҫтиәндәрҙе айырыуса ҡыйын хәлдә ҡалдырған, һәм 1918 йылдың мартында Борай ауылында ихтилал башланған.
1918 йылдың майынан июнь уртаһына тиклем дауам иткән ихтилалдың икенсе тулҡыны Бөрө, Бөрө өйәҙенең күпселек ерҙәрен, Өфө өйәҙенең Свято-Троицк улустары һәм Өфө губернаһының Златоуст өйәҙенең Нөгөш улусын ялмап алған. Ҡәнәғәтһеҙлектең сәбәбе булып урындағы совет власы идаралыҡтарының саманан тыш ҡәтғи ҡарарҙары торған:
- улус советтары эргәһендә хәрби дружиналар һәм ревтрибуналдар барлыҡҡа килеүе;
- аҙыҡ-түлекте реквизициялау (һорамай-эҙләмәй тартып алыу) — (продразвёрстка);
- контрибуция һалыу;
- РККА сафтарына мобилизациялау һ.б.
Был улустарҙа сыуалыштар менән етәкселек итә торған штабтар һәм үҙен Халыҡ армияһының бер өлөшө тип һанаған ҡораллы дружиналар булдырылған. Ҡайһы бер урындарҙа баш күтәреүселәр Аҡ чехтар частары менән контакт булдырған һәм ҡыҙылдарға ҡаршы улар менән берлектәге операцияларҙа ҡатнашҡандар.
1920 йылда иң эреһе — «Ҡарағош яуы» (Һәнәклеләр күтәрелеше) тоҡанған. Күтәрелеш Ҡазан губернаһында (Бөгөлмә өйәҙендә һәм Чистополь өйәҙендә) башланһа ла, киңәйә барып, крәҫтиән хәрәкәте Өфө губернаһының башҡа өйәҙҙәренә — Минзәлә өйәҙенә, Бөрө өйәҙенә, Бәләбәй өйәҙенә һәм Өфө өйәҙенә таралған. Был күтәрелештә 50 меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан.
1920 йылдың 19 майында сыҡҡан РСФСР-ҙың Бөтөн Рәсәй башҡарма комитеты һәм Халыҡ Комиссарҙары Советының «Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында» декреты башҡорт халҡының ризаһыҙлығына килтергән һәм большевиктар власына ҡаршы ҡораллы ихтилалдың (Бөрйән-Түңгәүер ихтилалы) төп сәбәбе булған. Баш күтәреүселәр ирекле сауҙа шарттарына ки��е ҡайтыуҙы, Башҡорт АССР-ына Ә. Ә. Вәлидовтың һәм Башҡорт хәрби-революцион комитетының беренсе составы ағзаларын ҡайтарып, тулы власты улар ҡулына тапшырыуҙы талап иткән. 1920 йылдың ноябрендә совет власы вәкилдәре баш күтәреүселәр менән һөйләшеүҙәр башлай. 1920 йылдың 26 ноябрендә Темәс ауылында килешеү төҙөлгән. Килешеүгә ярашлы, үҙ теләктәре менән сыуалыштан баш тартҡан күтәрелештә бөтөн ҡатнашыусыларҙы амнистиялау шарты ҡуйылған булған.
1920 йылдың ноябрендә Башҡорт АССР-ы Үҫәргән кантоны Преображенск улусының продразвёрсткаға ҡаршы торған рус ауылдары крәҫтиәндәре баш күтәргән. Баш күтәреүселәргә ҡаршы РККА-ның ғәскәри частары ебәрелгән. Башкортостандың Алмалы, Нәжейылға, Йомағужа һәм башҡа ауылдары янындағы һуғыштарҙа баш күтәреүселәр еңелеүгә дусар булғандар.
1921 йылдың яҙында автономиялы республиканың Бөрйән-Түңгәүер, Ҡыпсаҡ-Ете ырыу һәм Үҫәргән кантондарында күтәрелештең яңы тулҡыны йәйелгән. Һамар губернаһындағы Халыҡ армияһы ҡыйратылғандан һуң һаҡланып ҡалған Охранюк-Черский отрядының бында килеп сығыуы яңы күтәрелештең тоҡаныу сәбәпсеһе булған. Йәшерен эш (подполье) алып барған урындағы ихтилалсылар, шулар араһында Ғ. Я. Амантаев һәм Ф. Б. Мәғәсүмов Охранюк-Черскийға ҡушылалар. Улар берлектәге сәйәси программа төҙөйҙәр, ә 1921 йылдың майында халыҡ араһында рус һәм башҡорт телдәрендә баш күтәреүселәрҙең Декларацияһы яҙылған листовкалар таратылған. Декларацияға ярашлы, Рәсәй бөтөн халыҡ һайлаған президент тарафынан идара ителеүсе республика булырға тейеш. Башҡортостан, Украина һәм башҡа кенәзлектәр президентҡа буйһонорға тейеш, уларҙа тулыһынса эске үҙидара иғлан ителергә, сауҙаны ирекле алып барыу мөмкинлеге бирелергә һәм коммунизм идеяларын пропагандалау тыйылырға тейеш. Башҡорт кенәзлегенең үҙәге Преображенский заводы булырға тейеш. Башҡорттар иреккә эйә булғас, ҡырғыҙҙар (ҡаҙаҡтар) азат ителергә тейеш. Декларация юлдарында Стәрлетамаҡ ҡалаһының баш күтәреүселәр ҡулына күсеүенә өмөт бар. Декларация лозунгылар менән тамамланған[1]:
«Башҡорт кенәзлеге һәм Рәсәйҙең бөтөн милләттәре йәшәһен! Ныҡлы, көслө һәм ҡеүәтле Рәсәй йәшәһен!
Халыҡ ҡораллы көстәре командующийы, комкор — Черский.
Башҡортостан вәкиле — Амантаев»
1921 йылдың июнь башында баш күтәреүселәрҙең лидерҙары Ғ. Я. Амантаев һәм Ф. Б. Мәғәсүмов Бөрйән-Түңгәүер кантисполкомы рәйесе Кәрим Абдулла улы Иҙелғужин менән һөйләшеүҙәр алып барған. Һөйләшеүҙәр барышында баш күтәреүселәрҙең лидерҙары күтәрелеште туҡтатыуҙың бер нисә шартын ҡуйған, шулар араһында баш күтәреүселәрҙе тулыһынса амнистиялау, Башревкомдың беренсе составы ағзаларын республикаға кире ҡайтарыу һ. б. БашЦИК һәм РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты менән һөйләшеүҙәрҙе дауам итеү өсөн, республика баш ҡалаһына Ғ. Я. Амантаев етәкселегендәге делегация барған, әммә баш күтәреүселәр оҙаҡламай ҡулға алынған һәм хөкөмгә тарттырылған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — 468 с.
- Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне. Книга первая: В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919). — Уфа: РИЦ БашГУ, 2009. — 200 с.
- Зарипов А. Б. Юго-восточный Башкортостан 1917 — 1922 гг. — Уфа, 2001. — 213 с.
- Сафонов Д. А. Великая крестьянская война 1920-1921 гг. и Южный Урал. — Оренбург: Оренбургская губерния, 1999. — 314 с.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 190—191. — 468 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Дәүләтшин Р. Ә. Крәҫтиәндәр күтәрелеше (1918—1921) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Давлетшин Р. А. Крестьянское повстанческое движение в 1918—1921 гг.// Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 1996. — 672 с. — С.349—350.
- YouTube сайтында «Мятеж». Крестьянские восстания в Уфимской губернии 1918—1920 гг. и образование «Большой Башкирии»
Был Башҡортостан тарихы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |