Байҡара
Байҡара (рус. Байкара) — бөткән ауыл. Башҡортостандың Баймаҡ районында ХIХ быуаттың икенсе яртыһында алтын-баҡыр мәғдәнен эшкәртеү сиктәрендә барлыҡҡа килгән ҡасаба. 1940-сы йылдар башында рудник ябыла[1].
Байҡара | |
Нигеҙләү датаһы | 1912 |
---|---|
Дәүләт |
Рәсәй империяһы СССР |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1940 |
Исеменең килеп сығышы
үҙгәртергәТел белгесе, топонимист М.Ғ. Усманова фаразлауынса, Байҡара атамаһы антропонимға һәм этнонимға ҡайтып ҡала. Байҡара этнонимы тыва ырыу-ҡәбилә төркөмөнә инә; уны билдәле ғалим Н. А. Аристов Урта Урҙа бүлексәләре араһында телгә ала. Шулай уҡ төркиҙәрҙә Байҡара исеме осрай. Мәҫәлән, Тунжер Байҡара — Төркиәлә йәшәгән профессор, Зәки Вәлидиҙең уҡыусыһы[2]. Байҡара төрки исеме булыуын тимуридтар династияһы хакимдары Байҡара Мирза һәм Хөсәйен Байҡара исемдәре лә дәлилләй.
Географик урыны
үҙгәртергәБайҡара ҡасабаһы Ирәндек тауҙарының көньяҡ ҡырындағы киң соҡорҙарҙың береһендә урынлашҡан була. Район үҙәге Баймаҡ ҡалаһынан көньяҡҡа табан 19 км алыҫлыҡта ятҡан[1].
Тарихы
үҙгәртергәОктябрь революцияһына тиклем, 1912—1913 йылдарҙа, Көньяҡ Урал тау-сәнәғәт акционерҙар йәмғиәте Баймаҡ биләмәләрендә алтын һәм еҙ мәғдәндәрен эҙләү буйынса разведка эштәрен киң йәйелдерә[3]. Һөҙөмтәлә бындай ятҡылыҡтар күпләп табыла һәм тиҙ арала Таналыҡ үҙәнендә, Сибай, Ирәндек, Һаҡмар һәм Юлыҡ тирәһендә рудниктар асыла. Эште тиҙерәк яйға һалыу өсөн барыһы ла эшләнә: бөрйән ырыуы ерҙәрендә рудниктар барлыҡҡа килә, улар эргәһендә — ҡасабалар[3]. Совет осоронда бындағы эштәр тағы ла йәнләнә төшә, интенсив темптар менән алып барыла. Байҡара ҡасабаһында 1925 йылда 65 башҡорт хужалығы иҫәптә торһа, 1928 йылда — 206 кеше, 1939 йылда Тау Байҡараһында 732 кеше, Байҡара руднигы ҡасабаһында 702 кеше йәшәй. Байҡара руднигынан тыш, Баҡыртау, Семеновск, Йолалы рудниктарында ла бик күп кеше эшләй. ХХ быуаттың 40-сы йылдарында мәғдән ятҡылыҡтарында металдар ҡырҡа кәмей, һәм рудник ябыла[1].
Ҡыҙыҡлы факттар
үҙгәртергә— 1997 йылда Сибай дәүләт филармонияһында «Байҡара» төркөмө ойошторола. «Лилиә», «Дуҫтар булып ҡалайыҡ», «Изге һүрәт», «Табам әле», «Һылыуҡайым» йырҙары яңы төркөмдө халыҡҡа таныта. 1999 йылда «Байҡара» төркөмө Силәбе өлкәһендә үткән рок-фестивалдә ҡатнаша. Төркөмдөң тарихы оҙайлы булмай, төрлө сәбәптәр арҡаһында тарҡала[4]
— Баймаҡ ҡалаһында «Байҡара» магазины күп йылдар дауамында халыҡты хеҙмәтләндерҙе. Хәҙерге ваҡытта районда «Байҡара» агрофирмаһы бар[5].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с. Ред.составитель А. Багуманов. 114 бит>
- ↑ Усманова М. Г. Имя отчей земли. Историко-лингвистическое исследование топонимии бассейна реки Сакмар. — Уфа: Китап, 199. — 272 стр. ISBN 5-295-01337-5
- ↑ 3,0 3,1 Байкара
- ↑ «Башҡортостан», «Байҡара»: улар — Баймаҡ таланттары!
- ↑ Күк Ирәндек армыттары аша(недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное деление Башкирской АССР (на 1 июня 1952 г.). — Башкирское книжное издательство, Уфа, 1953. C.284
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
- КОЛЧЕДАННЫЕ МЕСТОРОЖДЕНИЯ – ГЕОЛОГИЯ, ПОИСКИ, ДОБЫЧА И ПЕРЕРАБОТКА РУД
- БАШКОРТ АССР-ының топонимдар һүҙлеге