Ҡарт Муйнаҡ
Ҡарт Муйнак (рус. Старомуйнаково) — Башҡортостан Республикаһының Учалы районындағы ауыл, Тунғатар ауыл советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны — 237 кеше булған[1].. Почта индексы — 453714, ОКАТО коды — 80253884004.
Ауыл | |
Ҡарт Муйнаҡ | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Тарихы
үҙгәртергәБарын-Табын улусының төп ауылдарының береһе Муйнаҡ ауылы була. Ул Ҡара(Барын)-Табын улусы старшинаһы Рәсүл Этйеймәҫовтың улы, Пугачев ихтилалында ҡатнашҡан һәм шулай уҡ старшина булған Муйнаҡ Рәсүлевтың исемен йөрөтә.
Ауылдар XVIII быуат аҙағында уҡ билдәле була. Ҡарт Муйнаҡта 142 кеше йәшәгән 32 хужалыҡ иҫәпләнгән. Бәләкәй Муйнаҡта 27 хужалыҡта 121 кеше һәм Муйнаҡта (Дауыт) 13 йортта 34 кеше йәшәгән. Малай-Муйнаҡ Буранғол тип тә йөрөтөлгән. Шулай итеп, V рәүизгә тиклем халҡының бер өлөшө төп ауылдан айырылып сыҡҡан һәм яңы ауылдар барлыҡҡа килтергән. 1859 йылғы X рәүиз буйынса Ҡарт Муйнаҡта 88 хужалыҡта 500, Малай-Муйнаҡта 32 хужалыҡта 200 кеше йәшәгән. Өсөнсө ауыл инде юҡҡа сыҡҡан. Уларҙың һәр береһендә ерҙе ҡуртымға алыу шарты менән аҫаба халыҡтың өсөшәр керҙәш йорто булған. Керҙәштәр башҡорт общинаһына 10-ар тин түләгән һәм аҫаба башҡорттар кеүек, ҡаҙна һәм община файҙаһына бөтә йөкләмәләрҙе башҡарғандар. 1920 йылға Ҡарт Муйнаҡта халыҡ һаны яртылаш кәмегән, уның ҡарауы, икенсе ауылда ул 144 кешегә артҡан. XIX быуаттың беренсе яртыһында ике ауыл да Троицк өйәҙендә 4-се Загорный кантонының 1-се һәм 2-се йорттарына ингән. 1864 йылдан башлап улар Туңғатар улусына буйһона. Улус 1919—1930 йылдарҙа Тамъян-Катай кантоны составында була.
Ҡарт Муйнаҡта 1844 йылда 65 йортҡа 360 ат, 85 һыйыр, 330 һарыҡ һәм 73 кәзә тура килгән. Кесе Муйнаҡ ауылында шул уҡ ваҡытта бер ел һәм ике һыу тирмәне-болғауыстары эшләй. 35 йортта 533 ат, 64 һыйыр, 323 һарыҡ һәм 44 кәзә булған[2].
Хәҙерге осор
үҙгәртергәТуңғатар ауыл советына ҡарай. Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар[3].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 237 | 113 | 124 | 47,7 | 52,3 |
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (100 %)[4].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һ��м 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Ревизия материалдары
үҙгәртергә1859 йылда[5] Ҡарт Муйнаҡ ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.
Географик урыны
үҙгәртергәУй йылғаһы буйында урынлашҡан.
- Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 40 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Комсомольск): 5 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ҡорама): 11 км[6][7].
Урамдары
үҙгәртергәБилдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Мәғәсүмов Фәтхулла Борхай улы (1892—1921) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Бөрйән-Түңгәүер ихтилалы етәкселәренең береһе.
- Лоҡманова Мәүлиҙә Миҙхәт ҡыҙы (1.02.1948), педагог. 1968 йылдан Учалы районы Кәрим мәктәбе уҡытыусыһы һәм директоры; 1971—1977 йылдарҙа — хәҙер Учалы ҡалаһы эсендә ҡалған Рудник ҡасабаһындағы 2-се мәктәп уҡытыусыһы. 1991—2004 йылдарҙа Учалы ҡалаһының 10-сы мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ мәғарифы отличнигы (1991).
Башҡорт халыҡ ижады информаторҙары
үҙгәртергә- Тәкәғашҡа. 1961 йылда Учалы районы Ҡарт Муйнаҡ ауылы Яхъя Рәхмәтуллиндан (1897 йылғы) Н. Сәйәрғәлин яҙып алған. — БЛ, Jfe 25; БХИ, РЛ. № 182; БПЛ, № 127; БНТ, ПЛ, № 207[9].
Ер-һыу атамалары
үҙгәртергә- Васйылға йылғаһы
- Ҡаҫмаҡты һыуы йылғаһы
- Ҡыуандыҡ йылғаһы
- Ҙур Көмәс тауы
- Оҙонтау тауы[10]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 12. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Ҡарт Муйнаҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ Ҡарт Муйнаҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Госсправка сайтында урамдар исеме
- ↑ Башҡорт халыҡ ижады. II том. Риүәйәттәр, легендалар. — Өфө: Китап, 1997
- ↑ Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ҡарт Муйнаҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 12. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- 1859 йылғы ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- Ауыл тураһында
Сығанаҡтар
үҙгәртергә
Был Башҡортостан географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |