Проект буйынса фекерләшеү:Төрки марафоны 2020
- Ә ниңә «Төрки марафон 2020» ул? Төрки марафоны түгелме ни? Руссаһы — Тюркский марафон. --Айсар (әңгәмә) 06:23, 16 июнь 2020 (UTC)
Бәйге башлығы - БашВики вәкиле тураһында
үҙгәртергәҠағиҙәләр буйынса
үҙгәртергә- Төрки донья буйынса мотлаҡ булырға тейеш мәҡәләләр, башлыса исем өсөн генә яҙылған, шул мәҡәләләрҙе тарихын һаҡлап яҡшыртыуҙы дәртләндерергә кәрәк.--ZUFAr (әңгәмә) 05:37, 20 май 2020 (UTC)
- ZUFAr, яҡшыртылған мәҡәләләрҙе лә иҫәпкә алырға, тиһең инде? --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 05:53, 20 май 2020 (UTC)
- Эйе, мөмкинлектән файҙаланып булған ҡыҫҡа мәҡәләләрҙе яҡшыртырға кәрәк.--ZUFAr (әңгәмә) 04:22, 23 май 2020 (UTC)
- Йыйылыш ваҡытында «БашВикила Башҡортостан тураһында яҙырға мөмкин» тигән риҙалыҡ алдым. Бәйгеләрҙә башҡалар тураһында яҙышып үҙебеҙ тураһында ҡалышабыҙ. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 05:52, 20 май 2020 (UTC)
Тәҡдим ителгән мәҡәләләр буйынса
үҙгәртергә- Мотлаҡ булырға тейеш мәҡәләләр исемлеген төҙөргә кәрәк. Был эште бәлки Ҡатнашыусы:Ryanag башҡарып сығыр.--ZUFAr (әңгәмә) 05:40, 20 май 2020 (UTC)
- Һәр кемдең күңеленә ятҡан тема, конкрет мәҡәләләре бар. Шуға күрә, үҙебеҙ өсөн һәр беребеҙ 20-30 мәҡәләнән торған исемлек тәҡдим итәйек, ҡайҙан мәғлүмәт алыу сығанағын күрһәтеп. Әйтәйек, ZUFAr һин мотлаҡ мәҡәләләрҙән конкрет 30 мәҡәлә тәҡдим итәһең, күләмле буйынса кимәлен күтәреү шарты менән. Һәр беребеҙ башҡалар тәҡдим иткән исемлектән кәмендә бер мәҡәлә яҙырға/яҡшыртырға йөкләмә алайыҡ. Һәр кем үҙе тәҡдим иткән, башҡалар яҙған мәҡәләне тикшереһен һәм баһалаһын ине. Бер-беребеҙгә терәк һәм бер-беребеҙҙе дәртләндереү булыр. Шулай булһа, бәйгелә ҡатнашыусылар ҙа артыр тип уйлайым. Конкрет 200-300 мәҡәләне бер айҙа шартына еткереп ҡуйыр, йәки яңыһын яҙыр инек. Бәйгенең башлығына ла мәшәҡәт әҙерәк булыр ине. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 06:05, 20 май 2020 (UTC)
- Бәйге «Төрки марафон 2020» исемле булғас, тәҡдим ителгән мәҡәләләр төрки халыҡтар, шул иҫәптән башҡорттар менән бәйле булырға тейеш. Быныһы ойоштороусыларҙың төп шарты, ситкә тайпылыу килешмәҫ. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 07:16, 20 май 2020 (UTC)
- Мин быйыл Һис уйламаған ерҙән Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары тураһында рус телендә алтмыштан артыҡ мәҡәлә яҙҙым. Йәмғеһе 71 үтте. Иҫ киткес кешеләр булған. Беҙ һаман аш-һыу, йолалар һ.б. тирәһендә тапанмайыҡ, индеецтар тип уйламаҫлыҡ кимәлдә материал бирергә кәрәк.--Sherbn (әңгәмә) 07:09, 20 май 2020 (UTC)
- Sherbn, Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙарымы, әллә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарымы? Беҙгә башҡорттарҙы күберәк күрһәтеү кәрәктер ул? Беҙҙә лә герой һауынсылар, сөгөлдөрсөләр, колхозсылар етерлек булған, улар тураһында мәҡәлә күп түгел. Мин топонимика тураһында яҙыуҙы дауам итермен инде. Силәбе өлкәһенең күлдәре исемлеге бар, унда әле ҡыҙыл бик күп. Башҡорт атамалары. Шунан инеп һайлап алырға була Силәбе өлкәһе күлдәре исемлеге--Guram52 (әңгәмә) 07:28, 20 май 2020 (UTC)
- Бер-ике көн элек төрки телдәр буйынса исемлекте төҙөнөм. Килеп сыҡҡанына шатландым. Беҙҙең Башҡортостандың данлыҡлы хеҙмәтсәндәре күп бит. Яҙырға тырышыр кәрәк улар тураһында. Әйтер кәрәк, Sherbn башҡорттар тураһында рус телендә яҙып, әһәмиәтле эш башҡарҙы Аҡҡашҡа (әңгә��ә) 07:03, 25 май 2020 (UTC)
конкурстан һуң
үҙгәртергәЗөфәр, 10/1 шартындағы конкурстан һуң төшөнсәһенә күпме ваҡыт инә? Аныҡ ваҡыт билдәләргәлер ул. Һәм был талапты үтәмәгән осраҡта нимә була? Конкурс ваҡытында 1/1 һәм 10/1 талабы үтәлгән мәҡәләләр генә иҫәпкә алыныр, ә был осраҡта нисек? --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 00:44, 25 май 2020 (UTC)
- Рөстәм Нурыев Һәр тел бүлегендә булырға тейеш мәҡәләләрҙе эшләү зарурлығы тураһында әленән-әле иҫкәртеп киләм. Конкурс ваҡытында конкурсҡа күберәк ваҡыт ҡалһын тип, конкурстан һуң эшләргә, был һәр кемдең намыҫында, тип әйтәм инде. Тик был өндәмә нәтижәле түгел! Конкурстан һуң мотлаҡ йәки Башҡортнамә мәҡәләләрен эшләүселәр бар, әлбиттә. Конкурс ваҡытында ғына килеп ҡатнашып, һуңынан юғалыусылар ҙа бар. Конкурстар ҙа бер-бер артлы килеп тора (Латин Америкаһы, Винница, ВикиГап, Вики-яҙ), мотлаҡ булырға тейеш мәҡәләләрҙе эшләргә ваҡыт араһы ла юҡ. Шуға күрә, конкурс ваҡытында һәр яҙылған 10 мәҡәләгә бәрәбәр 1 мәҡәләне яҡшыртырға йәки яҙырға тигән ҡағиҙә булһа һөҙөмтәлерәк булыр. Был ҡағиҙәне Башҡорт Википедияһының дөйөм ҡағиҙәләренә индергәндә лә булыр ине. Уны эшләү бик ауыр ҙа түгел, күпселек мәҡәләләргә бер нисә һүҙ генә етмәй. Исемлеге ошонда төҙөлгән. --ZUFAr (әңгәмә) 05:57, 25 май 2020 (UTC)
- Был теманы айырым тема итеп Ҡоролтайға сығарырға кәрәк. Урыны бында түгел. Барлыҡ конкурстарҙа конкурс тамамланыу менән бит ябыла, һуңынан индерелгән өҫтәмәләр йәки мәҡәләләр һаналмай.
- Дөрөҫ аңлаһам, был абзац конкурс шарты түгел, ә конкурста килеп эшләүселәр иғтибарына иғлан була. Зөфәр, шулаймы? Әллә, үсү тәки конкурс шарты буламы? Анығыраҡ аңлат әле. Тәҡдимеңдең предисторияһын аңланым, ә тәҡдим үҙе нимә була һуң? Конкурс шартымы, әллә шартһыҙ өндәмәме? --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 12:26, 26 май 2020 (UTC)
- Был теманы айырым тема итеп Ҡоролтайға сығарырға кәрәк. Урыны бында түгел. Барлыҡ конкурстарҙа конкурс тамамланыу менән бит ябыла, һуңынан индерелгән өҫтәмәләр йәки мәҡәләләр һаналмай.
- Рөстәм Нурыев Һәр тел бүлегендә булырға тейеш мәҡәләләрҙе эшләү зарурлығы (+Башҡортнамә) әлегә тиклем, һәр кемдең намыҫында тигән өндәмә генә булып килде. Быны үтәүсе ҡатнашыусылар һирәк. Хәҙер өндәмә итеп кенә түгел, шарт итеп тә түгел — талап итергә кәрәк. Башҡорт Википедияһы майҙанында теләһә ниндәй марафон-конкурстарҙа ҡатнашығыҙ, тик конкурс барышында 10:1 талабын үтәгеҙ тигән формалараҡ. Ошо Төрки марафонынанда уҡ башларға кәрәк! --ZUFAr (әңгәмә) 05:41, 27 май 2020 (UTC)
- ZUFAr талап итергә штатта эшләп ултырмайҙар ҙа инде - Википедия ирекмәнлек икәнен дә онотмайыҡ :) --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 06:01, 27 май 2020 (UTC)
- З. ӘЙЛЕ Ҡайҙа талап итәләр, шунда яҙып ҡуяйыҡ. Ирекмәндәр башҡорт халҡы мәнфәғәтендәге ысын энциклопедик мәҡәләләр яҙырға киләгәндәр, кемдеңдер пряник күрһәткәненә эйәреп яҙырға түгел.--ZUFAr (әңгәмә) 06:15, 27 май 2020 (UTC)
- ZUFAr Башҡорт Википедияһы - глобаль энциклопедияның бер өлөшө, ул башҡорт халҡының һәм Башҡортостандың википедияһы түгел, ошо глобаль энциклопедияны башҡортсаға ауҙарыусылар һәм башҡортса мәҡәләләр яҙыусы ирекмәндәр төркөмө. Улар ниндәй генә эшмәкәрлек алып барһа ла - башҡорт халҡы мәнфәғәтендә эшләй. Бюрократия системаһына күсмәйек, былай ҙа бюрократия боғаҙҙан алған, ялҡытҡан!--З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 07:15, 27 май 2020 (UTC)
- Глобаль энциклопедия Һәр тел бүлегендә булырға тейеш мәҡәләләрҙе билдәләгән, шуны эшләргә тейешбеҙ. Теләгән кеше «Гончарёва, Спиродоновалар» тураһында яҙығыҙ (әгәр, шәхси үҙемдең мәнфәғәттә түгел, башҡорт халҡы мәнфәғәтендә тип иҫәпләһәгәҙ), тик 10:1 шартын/талабын үтәгеҙ. Һүҙ көрәштереүҙән файҙа юҡ, бюрократияның да бында ҡыҫылышы юҡ.--ZUFAr (әңгәмә) 08:16, 27 май 2020 (UTC)
- ZUFAr ҡыҙыҡ логика. "Гончарова, Спиридоновалар" тураһында яҙған өсөн генә ниндәйҙер талапты үтәргә кәрәк тигән күҙлектән сығып ҡараһаҡ, бөтөнләй яҙмауың хәйерлерәк инде. Ниндәйҙер мәҡәлә лә яҙ, шуның өсөн тағы ла өҫтәмә рәүештә яҙ. Конкурста ҡатнашмайһың, мәҡәлә яҙмайһың икән - талап та юҡ :) Бында талап итеп булмай, аңлатырға, һорарға ғына мөмкин. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 09:00, 27 май 2020 (UTC)
- Ярай, мин «Һәр тел бүлегендә булырға тейеш мәҡәләләрҙе» шарт менәнме, талап менәнме эшләү зарурлығын аңлатырға тырышһам да, бушҡа икән. Мин админ вазифаһынан китәм, башҡа ҡыҫылмайым — теләһә нимә эшләгеҙ! Ул дояркалар, свинаркалар һөжүменән һуң инеп ҡарағы ла килмәй. --ZUFAr (әңгәмә) 09:58, 27 май 2020 (UTC)
Мәҡәләләрҙе Фонтанға ҡуйырға онотмағыҙ!
үҙгәртергә- Guram52 мәҡәләләрегеҙҙе бер ыңғай Фонтапнға ла ҡуйып барырға онотмағыҙ. 24 сәғәт эсендә ҡуйырға кәрәк. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 06:10, 2 июнь 2020 (UTC)
- Онотманым, ҡуйырға теләгәндә эшләнмәгән ине, ә аҙаҡ нисек ҡуйырға икәнен аңлай алманым - өлгөһө юҡ ине--Guram52 (әңгәмә) 08:39, 2 июнь 2020 (UTC)
- Хаят Йосопова1, Тутыйғош мәҡәләләрҙе итаблицаға ла, Фонтанға ла ҡуйырға кәрәк. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 09:13, 4 июнь 2020 (UTC)
Яңы ҡатнашыусыларҙы йәлеп итеү
үҙгәртергә- Рөстәм Нурыев, ZUFAr, Alfiya55, Ryanag! Яңы ҡатнашыусыларҙы конкурсҡа йәлеп итеү маҡсатында улар өсөн айырым таблица булдырғанда шәп булыр ине. Мин ВК-лағы, ФБ-тағы төркөмдәрем аша уларҙы ҡатнашырға саҡырыр инем. Мәҫәлән, быйыл теркәлгәндәр өсөн нисә мәҡәлә яҙһа ла ниндәйҙер дәртләндереү призы бирергә булыр ине. Юғиһә һаман бер үк кешеләр генә ҡатнаша бит, яңы ирекмәндәр әҙ килә--Guram52 (әңгәмә) 15:54, 8 июнь 2020 (UTC)
- Конкурс барышында ҡағиҙәләргә үҙгәреш индереү ярамай. Яңы ҡатнашыусылар ҙа бер үк таблицаға теркәлә ала, уларҙың теркәлеү датаһы шәхси сәхифәһендә күренеп тора, махсус ҡалып бар. Ҡалғаны - (саҡыру, өйрәтеү, приздар) һәр кемдең шәхси инициативаһы. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 04:20, 9 июнь 2020 (UTC)
- Киләсәктә конкурстарҙа мәҡәләләрҙе теркәүҙе ябайлаштырыу зарур. Минеңсә уларҙы Фонтанда теркәүҙә етә (өҫтәмә таблица, мәҡәләнең фекер алышыу битендә ҡалып һәм категориялар кәрәкмәй).--Ryanag (әңгәмә) 03:05, 10 июнь 2020 (UTC)
- Рөстәм Нурыев, ZUFAr, Alfiya55, Ryanag!1) Фонтанда ғына теркәлеү иҫәп сығарғанда ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫмы? 2) Выпускники и наставники России 2019 [1], Конкурсы/WikiGap 2020 Russia/Женщины [2] конкурстарында, мәҫәлән, яңылар өсөн айырым таблица һәм айырым шарттар ҡуйылғайны. Минеңсә, был бик уңайлы.3)З. ӘЙЛЕ, мин әле барған конкурсҡа индерергә тимәйем, әммә әле үк яңы кешеләрҙе йәлеп итеү өсөн мин төркөмөмдә, һәр яңы ингән кешегә приз биреләсәк, тип яҙҙым. Быны мин үҙ иҫәбемдән эшләргә уйлайым. Кеше үҙенән-үҙе килмәй бит ул викиға, социаль селтәрҙәрҙә даими эш алып барырға, ҡыҙыҡһындырырға кәрәк. Яңы ирекмәндәр йәлеп иткән элекке ағзаларҙы ла нисектер хуплау яҡшы булыр ине --Guram52 (әңгәмә) 13:05, 11 июнь 2020 (UTC)
- Guram52 уныһы үҙегеҙҙең ҡарамаҡҡа. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 14:03, 11 июнь 2020 (UTC)
1000 һәм 10000 мәҡәләләре
үҙгәртергәКонкурс өсөн яуаплы З. ӘЙЛЕгә һәм конкурстың бишенсе "10/1 шарты"на конкурстан һуң тигән үҙгәртеү индергән ZUFArгә һорау: шул шарт буйынса 1000, йәки 10 000 исемлегенән мәҡәләләр конкурс ваҡытында түгел, ә конкурстан һуң яҙылырға тейеш, тип бара ине Зөфәр бей. Ниңә улар конкурс ваҡытында яҙылып, конкурс иҫәбенә алына. Төрки темаһына тап килһә бер хәл, иҫәпкә алырға була. Ә конкурс темаһына тап килмәгән мәҡәләләр ниңә конкурс иҫәбенә ҡуйыла? --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 10:02, 21 июнь 2020 (UTC)
- Конкурс темаһына тап килмәгән мәҡәләләр конкурс иҫәбенә алынырға тейеш түгел. Ниндәй мәҡәлә яҙырға тип һайлағанда 10000 исемлегендә булған конкурс темаһына тап килгән мәҡәләләр өҫтөнлөклө тип айырып күрһәтелгән. Конкурс тамамланғанын да көтмәй, күптәр 10000 исемлегенән мәҡәләләрҙе эшләп тә ҡуйҙы, уларға һүҙ юҡ. Кем эшләмәгән, конкурс тамамланғас бер ниндәй ҙә иҫкәртеүһеҙ 10/1 нисбәтендә 10000 мәҡәләһен эшләп ҡуйырға тейеш.--ZUFAr (әңгәмә) 18:34, 21 июнь 2020 (UTC)
- Йомғаҡ яһағанда улар 0 булып китәсәк. Сәбәбе фекер алышыу битендә яҙыласаҡ. 1000 һәм 10000 мәҡәләләренә килгәндә, талапта конкурстан һуң, тип яҙылған бит, конкурс барышында түгел. Конкурс барышында эшләнгәндәре өҫтөнлөклө мәҡәләләргә инә. Хәл итегеҙ: конкурс барышында ҡағиҙәләргә үҙгәреш индерергә ярамаһа ла үҙгәртәһегеҙме, әллә яҙылғанса ҡалып, конкурстан һуң яҙырғамы. Әле минең өсөн яҙылып ҡуйылған ҡағиҙәләр ҡулланыу өсөн шарт булып тора. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 12:20, 22 июнь 2020 (UTC)
- ZUFAr, темаға тап килмәгән мәҡәләләрҙе иҫәпкә ҡуйғандарҙы алдан киҫәтегеҙ. Иҫәпкә алмайығыҙ, тип һуңынан тауыш ныҡ булыр атыу. Мине «яуыз» тип һанағандар темаға тура килмәгән мәҡәләләр иҫәпкә ҡуя. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 18:04, 23 июнь 2020 (UTC)
- Йомғаҡ яһағанда улар 0 булып китәсәк. Сәбәбе фекер алышыу битендә яҙыласаҡ. 1000 һәм 10000 мәҡәләләренә килгәндә, талапта конкурстан һуң, тип яҙылған бит, конкурс барышында түгел. Конкурс барышында эшләнгәндәре өҫтөнлөклө мәҡәләләргә инә. Хәл итегеҙ: конкурс барышында ҡағиҙәләргә үҙгәреш индерергә ярамаһа ла үҙгәртәһегеҙме, әллә яҙылғанса ҡалып, конкурстан һуң яҙырғамы. Әле минең өсөн яҙылып ҡуйылған ҡағиҙәләр ҡулланыу өсөн шарт булып тора. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 12:20, 22 июнь 2020 (UTC)
- Конкурс темаһына тап килмәгән мәҡәләләр конкурс иҫәбенә алынырға тейеш түгел. Ниндәй мәҡәлә яҙырға тип һайлағанда 10000 исемлегендә булған конкурс темаһына тап килгән мәҡәләләр өҫтөнлөклө тип айырып күрһәтелгән. Конкурс тамамланғанын да көтмәй, күптәр 10000 исемлегенән мәҡәләләрҙе эшләп тә ҡуйҙы, уларға һүҙ юҡ. Кем эшләмәгән, конкурс тамамланғас бер ниндәй ҙә иҫкәртеүһеҙ 10/1 нисбәтендә 10000 мәҡәләһен эшләп ҡуйырға тейеш.--ZUFAr (әңгәмә) 18:34, 21 июнь 2020 (UTC)
1/1 мәҡәләләре
үҙгәртергә1/1 мәҡәләләре буйынса ҡарар сығарығыҙ: ҡағиҙә һәм талаптар буйынса мотлаҡ 1/1 нисбәтенә ингән мәҡәләләр генә иҫәпкә алынамы, мәҫәлән, 10 башҡа тематика мәҡәләһенә 10 башҡорт тематикаһы мәҡәләһе һәм ҡалғандары 0 мәрәй. Әллә, барыһы ла иҫәпкә алынып, дөйөм иҫәптән башҡорт телендәге тулмаған мәҡәләләр һаны буйынса мәрәйҙәр алынамы (минусовать ителәме)? --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 12:20, 22 июнь 2020 (UTC)
- Был ҡарар түгел, ә тәҡдим: 0 йәки «минус» дәртләндереү сараһы түгел, ә сикләү — мәжбүр итеү сараһы. Улай ярамай. Википедия — ирекле энциклопедия! Йөкмәткеһе генә түгел, уны яҙыусылар ҙа ирекле. Ирекмән теләй икән 1/1 шартын үтәй, теләмәй икән — үтәмәй. Шуға күрә һәр мәҡәләгә ғәҙәттәгесә мәрәйҙәр бирергә, һәм һәр үтәлгән 1/1 шарты өсөн тағы бер мәрәй бирергә тәҡдим итәм. Өҫтәмә мәрәйҙе башҡорт темаһы мәҡәләһенә ҡушыу урынлы. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 16:52, 23 июнь 2020 (UTC)
Открыткалар
үҙгәртергәПочта тарифы йылдан йыл арта, нисә йыл элек алынған почта маркалары һаман ята. Башҡортостан тураһында яҙыусыларға открыткалар ебәреү мөмкинлеге бар, әгәр адрестарын алһағыҙ.
Ryanag Вики-яҙ өсөн кем открытка һораған ине, Словениянан Jernej Polajnar булһа, уға әҙерләнем.--ZUFAr (әңгәмә) 06:48, 24 июнь 2020 (UTC)
Мәҡәләләргә үҙгәртеүҙәр индермәгеҙ!
үҙгәртергә- Конкурс тамамланды, зинһар, йомғаҡ яһалғансы мәҡәләләргә үҙгәртеүҙәр индермәгеҙ! --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 05:02, 1 июль 2020 (UTC)