Йәнғужин Рим Зәйниғәбит улы

Йәнғужин Рим Зәйниғәбит улы (15 ноябрь 1941 йыл — 11 ноябрь 2007 йыл) — ғалим-этнограф, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1990), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡортостан Республикаһының (1993) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1997).

Йәнғужин Рим Зәйниғәбит улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 ноябрь 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Стәрлетамаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 11 ноябрь 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (65 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө этнограф
Эшмәкәрлек төрө тарих
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Рим Зәйниғәбит улы Йәнғужин 1941 йылдың 15 ноябрендә БАССР-ҙың Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылында тыуған.

Ишембай ҡалаһындағы 3-сө һанлы башҡорт мәктәбен (хәҙерге Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатын) 1959 йылда алтын миҙал менән тамамлай. Буласаҡ профессор, философия фәндәре докторы Баязит Ғәлимов менән бер класта уҡыған. Шул уҡ йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға инә.

1965 йылда Совет Армияһы сафына алына. Хәрби хеҙмәттән һуң Мәскәү дәүләт университетының аспирантураһын тамамлай, 1969 йылда тарих фәндәре кандидаты дәрәжәһенә диссертация яҡлай . 1964 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.

1968 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында эшләй: 1990 йылдан башлап СССР тарихы кафедраһы, 1991 йылдан — Башҡортостан Республикаһы тарихы һәм этнография кафедраһы мөдире.

2007 йылдың 11 ноябрендә Өфөлә вафат була.

Ғилми эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Р. З. Йәнғужиндың ғилми эшмәкәрлеге башҡорттарҙың этногенезы һәм этник тарихы мәсьәләләренә, традицион хужалығын, социаль структураһын өйрәнеүгә арналған. Бер нисә этнографик экспедиция ойоштора һәм уға етәкселек итә, экспедиция материалдары БДУ-ла булдырылған этнографик музей коллекцияһын тәшкил итә. 300-гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.


Рим Зәйниғәбитдин улы университетта 40 йыл эшләгән. 1990 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, уға профессор исеме бирелә. 1991 йылдан 2007 йылға тиклем Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында Башҡортостан тарихы һәм этнология кафедраһын етәкләй.

Рим Йәнғужин- 500 -гә яҡын фәнни эш авторы, шул иҫәптән башҡорттарҙың хужалыҡ һәм социаль тормошо, Башҡортостан тарихы буйынса 11 монография яҙған киң билдәле ғалим-этнограф.

Башҡорт дәүләт универсетының Этнография музейын булдырыуға күп көс һала һәм ғүмеренең аҙағынаса уның етәксеһе була. Пофессор Йәнғужин юғары квалификациялы тарихсылар әҙерләүгә тос өлөш индерә, уның етәкселегендә ундан ашыу кандидатлыҡ диссертацияһы әҙерләнеп, яҡлана, бер нисә докторлыҡ диссертацияһы ғалим иҫән саҡта яҡланылып өлгөрмәй ҡала.

Ғалимдың хеҙмәттәре өс өлөштән тора тиергә була. Башҡорттарҙың этник тарихы. Р.Йәнғужиндың монографияларында Көньяҡ Уралда тәүге башҡорт ҡәбиләләре һәм ырыуҙарының бик ҡатмарлы барлыҡҡа килеү процессы, уларҙың бер халыҡ булып ойошоу һәм Рәсәй дәүләте составындағы халыҡтарҙың бер өлөшөнә әйләнеү тарихы тикшерелә («Из истории башкирских племен» (Уфа, 1995), «Этнография башкир» (Уфа, 2002), «Происхождение башкирского народа» (Уфа, БашГУ, 2003), «Этнический состав населения Башкортостана» (Уфа, 2007) һәм башҡа).

Үҙ хеҙмәттәрендә ғалим Башҡортостан, Рәсәй, Көнсығыш һәм Европа илдәре ғалимдарының, шул иҫәптән урта быуат ғалимдарының, хеҙмәттәренә таянып, башҡорт халҡының этнографияһы тарихын бик алыҫ дәүерҙән алып, бөгөнгәсә яҡтырта.

Р. Йәнғужин фәнни хеҙмәттәрен тәбиғәт объекттарын, матди мәҙәниәт ҡомартҡыларын, генеалогия яҙмалары- башҡорт ғаиләләре һәм ырыуҙары шәжәрәләрен, башҡорт халҡының ауыҙ- тел ижадын, этногенетик ҡарһүҙ һәм легендаларын тәрән өйрәнеп, уларға нигеҙләнеп яҙа. Профессор башҡорт халҡының этник тарихының иң иртә осоронан башлап, уның эволюцияһын, үҫешен күрһәтә, халыҡ һәм милләт булып ойошоуҙың тулы бер картинаһын һүрәтләй .

Ғалимдың эштәренең икенсе йүнәлеше- иҡтисади үҫештең төрлө этаптарында башҡорт халҡының хужалыҡ һәм ер эшкәртеү тарихын өйрәнеү (Традиционный хозяйственный уклад башкир XIX столетия. Уфа, 1979; Хозяйство башкир дореволюционной России. Уфа, 1989; Земледелие и земельные отношения башкир в первой половине XVIII в. Уфа, 1998 и др.).

Башҡорттарҙың 16-сы быуаттан башлап, Рәсәй дәүләте составында йәшәүе, уларҙың халыҡ булараҡ ойошоуына, ер милке менән бәйле мөнәсәбәттәрҙең үҫешенә килтерә. Ғалим ер биләүҙең дөйөм формалары ҡыҫырыҡланып, ерҙең феодалдар ҡулына күсеүен, халыҡтың хоҡуҡтары боҙолоп, ерһеҙ ғалыуы, аҫаба башҡорттарҙың бөлгөнләккә төшөү тарихын ентекләп тасуирлай.

Иҡтисадта барған был ауыр хәлдәр халыҡтың күп өлөшөнөң бөлөүенә, башҡорт халҡының класс, группа, страталарға киҫкен рәүештә бүленеүенә килтерә. Ғалим был турала ғилми эштәренең өсөнсө йүнәлешендә яҙа (Социальная структура башкирского общества XVIII—XIX вв. Уфа, 1987; Хозяйство и социальная структура башкирского народа в XVIII—XIX вв. Уфа, 1998).

Рим Йәнғужин йәмғиәт эшендә лә бик әүҙем ҡатанаша. Ауыл һәм ҡалаларҙа башҡорттарҙың этнологияһы буйынса лекциялар уҡый, йыш ҡына гәзит-журналдарҙа үҙ яҙмаларын баҫтыра.

Рим Йәнғужин 2007 йылдың 11 ноябрендә вафат булған. Өфө ҡалаһында ерләнгән.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Традиционный хозяйственный уклад башкир прошлого столетия (до 60-х годов). Уфа, 1979.
  • Этнография башкир (история изучения). Уфа, 2002.
  • Коренные народы России: Башкиры. Уфа, 2007 (авторҙаш).

Маҡтаулы исемдәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993).
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002).
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1997).

Исемен мәңгеләштереү

үҙгәртергә
  • Стәрлетамаҡ районы Айыусы урта мәктәбенә Рим Йәнғужин исеме бирелгән.
  • Башҡорт дәүләт университеты эргәһендәге этнографик музей Рим Йәнғужин исемен йөрөтә.
  • Рим Йәнғужиндың Өфөлә йәшәгән йортона иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Светлый путь: воспоминания о профессоре Риме Зайнагабитдиновиче Янгузине. Уфа, 2009.
  • Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • ЯНГУЗИН Рим Зайнигабитович — Башкирская энциклопедия

башкирская-энциклопедия.рф/index.php/2…/2249-yanguzin-rim-zajnigabitovich

  • Янгузин Рим Зайнигабитович. Хозяйство башкир дореволюционной России Р. З. Янгузин; [под ред. О. В. Савичевой] .— 2-е изд.,..

95 МБ

  • Янгузин Рим Зайнигабитович Этнический состав населения Башкортостана по итогам Всерос. переписи населения 2002 г. Р. З. Янгу..

2 МБ

  • Йәнғужин, Рим Зәйниғәбитдин улы. Башкорт ырыулары кыскаса тар.-этн. очерктар Р. З. Янғужин .— Өфө Китап, 1998.pdf

4 МБ

  • Янгузин Рим Зайнигабитович Этнография башкир (История изучения) Р. З. Янгузин. — Уфа Китап, 2002.pdf

39 МБ

  • Янғужин Р. З. Башкорт кәбиләләре тарихынан. Башкирские племена Өфө Башкортостан «Китап» нәшриәте, 1995.pdf

3 МБ

  • Янгузин Рим Зайнигабитович. Коренные народы России. Башкиры Р. З. Янгузин, Ф. Г. Хисамитдинова .— Уфа Китап, 2007.pdf

112 МБ

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Рим Янгузин — основатель этнической истории башкир (К 70 … www.bashinform.ru/…/411281-rim-yanguzin-osnovatel-etnicheskoy-istorii-bashkir-k..

Янгузин Рим Зайнигабитович | Центр военно-политических … eurasian-defence.ru/?q=node/9267

Янгузин Рим Зайнигабитович — Биография pomnipro.ru/memorypage81097/biography

Янгузин Рим Зайнигабитович — Мир энциклопедий www.encyclopedia.ru/persons/yanguzin_rim_zaynigabitovich/