Патоличев Николай Семёнович

дәүләт һәм партия эшмәкәре
02:01, 15 июль 2024 өлгөһө; InternetArchiveBot (фекер алышыу | өлөш) (Rescuing 1 sources and tagging 0 as dead.) #IABot (v2.0.9.5)
(айырма) ← Алдағы өлгө | Ағымдағы өлгө (айырма) | Киләһе өлгө → (айырма)

Патоличев Николай Семенович (10 сентябрь (23 сентябрь) 1908 йыл — 1 декабрь 1989 йыл, Мәскәү) — СССР-ҙың дәүләт һәм партия эшмәкәре. Ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975, 1978). СССР-ҙың юғары наградаһы — Ленин орденына ун бер тапҡыр лайыҡ булыусыларҙың береһе (икенсеһе — Д. Ф. Устинов). 1928 йылдан КПСС ағзаһы.

Патоличев Николай Семёнович
рус. Николай Семёнович Патоличев
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 10 (23) сентябрь 1908[2]
Тыуған урыны Золино[d], Гороховецкий уезд[d], Владимир губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1 декабрь 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[1][2][3] (81 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР[1]
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Атаһы Семён Михайлович Патоличев[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән, яҙыусы
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто Военная академия РХБЗ и инженерных войск[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы ВКП(б)-ның XVIII съезы[d], КПСС-тың XIX съезы[d], КПСС-тың XXI съезы[d], КПСС-тың XXII съезы[d] һәм КПСС-тың ХХ съезы[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ойошма ағзаһы КПСС Үҙәк комитеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Октябрь Революцияһы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы «Хеҙмәт ветераны» миҙалы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы Ленин ордены Ленин ордены Ленин ордены Ленин ордены Ленин ордены Ленин ордены Ленин ордены Ленин ордены «Урак һәм Сүкеш» алтын миҙалы Ленин ордены «Урак һәм Сүкеш» алтын миҙалы Ленин ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы орден Республики «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы Социалистик Хеҙмәт Геройы В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы юбилейная медаль «50 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «70 лет Вооружённых Сил СССР» «Мәскәүҙең 800 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
 Патоличев Николай Семёнович Викимилектә

ВКП(б) ағзаһы (1941—1986, 1939 йылдан кандидат), КПСС Үҙәк Комитеты Президиумына ағзалыҡҡа кандидат (1952—1953). СССР Юғары Советы депутаты: Ярославль өлкәһенән (1-се саҡырылыш, 1937—1946)[4], Силәбе өлкәһенән (2-се саҡырылыш, 1946—1950)[5], Ростов өлкәһенән (3-сө саҡырылыш, 1950—1954)[6], Белорус ССР-ынан (4-се саҡырылыш, 1954—1958)[7] һәм Ташкент өлкәһенән (8-11-се саҡырылыш, 1970—1986)[8][9][10]. Үзбәк ССР-ынан — Милләттәр Советында (5-7-се саҡырылыш, 1958—1970)[11][12][13]. Советтар Союзының ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе.

Биографияһы

үҙгәртергә

1908 йылдың 10 (23) сентябрендә Владимир губернаһының Золин ауылында, хәҙерге Новгород өлкәһеВолодарка районы, тыуа. Граждандар һуғышы геройы комбриг Семен Михайлович Патоличевтың улы. 12 йәшендә етем ҡала. Ағаһы ғаиләһендә үҫә.

1921—1925 йылдарҙа миҙгелле эшсе була. 1925—1926 йылдарҙа Растяпино эшселәр ҡасабаһында Я. М. Свердлов исемендәге завод эшсеһе, 1926—1928 йылдарҙа шунда уҡ ФЗУ мәктәбендә уҡый.

  Тышҡы медиафайлдар
Файл:Могила государственного деятеля Николая Патоличева.JPG
Патоличевтың Мәскәүҙәге Новодевичье зыяратындағы ҡәбере.

1928—1932 йылдарҙа комсомолда эшләй: завод комитеты секретары, ВЛКСМ-дың Горький өлкәһе Дзержинск райкомы секретары. 1937 йылда Мәскәүҙә Химик һаҡлау хәрби академияһын тамамлай, һуңынан 1-се Мәскәү пролетар уҡсылар дивизияһының химик хеҙмәте начальнигы ярҙамсыһы була.

1938 йылдан партия эшендә — ВКП(б) Үҙәк Комитетының яуаплы ойоштороусыһы. 1938 йылдың авгусынан Ярославль резина комбинатының үҙәк комитеты парторгы итеп тәғәйенләнә. Ете йыл дауамында план үтәмәгән комбинатта хеҙмәт етештереүсәнлеге бурысын тормошҡа ашырыу өсөн ул завод гәзите аша хеҙмәткәрҙәргә мөрәжәғәт итә һәм производствоға ҡамасаулаусы барлыҡ факттар тураһында хәбәр итергә саҡыра. Саҡырыуҙан һуң шикәйәттәр күбәйә, уларҙың билдәле бер өлөшө ойоштороу һығымталары яһау мөмкинлеге бирә[14]. Был коллективта шикләнеү һәм ҡурҡыу тыуҙыра, әммә шул уҡ ваҡытта брак яһаусыларға түҙеп тормау атмосфераһын булдыра. Бер нисә айҙа Патоличев автопокрышкалар сығарыуҙы 2,2 тапҡырға арттырыуға өлгәшә, комбинат проект ҡеүәтенә сыға[15][16].

1940 йылда совет-фин һуғышында СССР-ҙың уңышһыҙ хәрби хәрәкәттәренә бәйле Үҙәк Комитеттың сираттан тыш пленумында сығыш яһағандан һуң], генерал А. В. Хрулев, Николай Семенович Патоличевты атаһы менән яҡшы таныш булған Сталин менән таныштыра. Был осрашыу Николай Семеновичтың артабанғы карьераһында ҙур роль уйнай һәм ул Сталин менән аралашыу даирәһенә инә. Патоличев Сталиндың ошо осрашыуҙа комсомолды етәкләргә тәҡдим итеүенән баш тартһа ла, Сталин менән бәйләнеше уны артабанғы йылдарҙа Г. М. Маленков менән бәрелештән һаҡлай. Ошо уҡ осрашыу йәш Ю. В. Андроповтың карьераһы үҫешенә лә йоғонто яһай. Патоличевтың күрһәтмәһе буйынса ул Карел-Фин ССР-ының комсомол ойошмаһының 1-се секретары булып китә.

1939 йылдың ғинуарында — 1941 йылдың декабрендә партияның Ярославль өлкә һәм ҡала комитеттарының беренсе секретары. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанға тиклем уның етәкселегендә Рыбинск машиналар эшләү заводы хәрби авиация өсөн мөһим булған М-105 моторҙарын сериялы сығарыу яйға һалына. Һуғыш башланыу менән Патоличев етәкселегендә өлкә хужалығы хәрби торошҡа үҙгәртеп ҡорола, оборона ҡоролмалары төҙөлә, мөһим предприятиелар эвакуациялана һәм халыҡ һауа һәм химия һөжүменән һаҡланыуға әҙерләнелә һ. б.[16]

1942 й��лдың ғинуарынан 1946 йылдың мартына тиклем — Силәбе өлкә һәм ҡала партия комитетының беренсе секретары. Урал ирекле танк корпусы төҙөүҙең ойоштороусыһы һәм етәкселәренең береһе була (1943).

1946 йылдың мартында — майында ВКП(б) Үҙәк Комитетының бүлек мөдире. 1946—1947 йылдарҙа ВКП(б) Үҙәк Комитеты секретары (1946 йылдың 4 майында Г. М. Маленков урынына раҫлана[17]), ВКП(б) Үҙәк Комитетының Ойоштороу бюроһы ағзаһы, ВКП(б) Үҙәк Комитетының партия органдарын тикшереү буйынса идаралыҡ начальнигы һәм бер үк ваҡытта СССР Министрҙар Советы ҡарамағында колхоздар эше буйынса совет рәйесе урынбаҫары.

1947 йылдың май — декабрендә Украина КП(б) Үҙәк Комитеты секретары. 1947—1950 йылдарҙа — Ростов өлкә партия һәм ҡала комитетының беренсе секретары. 1950 йылдың июленән 1956 йылға тиклем Белоруссия компартияһы Үҙәк комитетының беренсе секретары.

  Тышҡы һүрәттәр
  Министр торговли США Болдридж и министр внешней торговли СССР Патоличев

1956-1958 йылдарҙа — СССР Сит ил эштәре министры урынбаҫары, 1-се урынбаҫары. 1958—1985 йылдарҙа — СССР-ҙың тышҡы сауҙа министры.

1985 йылда пенсияға сыға. 1989 йылдың 1 декабрендә Мәскәүҙә вафат була. Новодевичье зыяратында ерләнгән.

Наградалары

үҙгәртергә

Новгород өлкәһенең Дзержинск ҡалаһында — һәйкәл, Мәскәүҙә ул йәшәгән йортта иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.

Силәбе ҡалаһында КПСС Өлкә Комитетының 1-се секретары булып эшләгәндә йәшәгән йортҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.

  • Патоличев Н. С. Испытание на зрелость. — М.: Политиздат, 1977. — 287 с. — 200 000 экз.
  • Патоличев Н. С. Совестью своей не поступись. — М.: Сампо, 1995. — 262 с.
  • Государственная власть СССР. Высшие органы власти и управления и их руководители. 1923—1991 гг. Историко-биографический справочник / Сост. В. И. Ивкин. — М.: РОССПЭН, 1999. — 639 с. — ISBN 5-8243-0014-3
  • Кибиткина Г. Н., Шмаков О. Н. Патоличев Николай Семёнович // Челябинская область: энциклопедия. Т. 5. / Гл. ред. К. Н. Бочкарёв. — Челябинск: Каменный пояс, 2008. — С. 68—69. — ISBN 978-5-88771-080-8
  • Нечаева С. В. Лидеры политической элиты Челябинской области. 1934—2006. — Челябинск: Книга, 2007. — С. 63—75. — ISBN 978-5-7135-0569-1
  • Сушков А. В. Дело «танкового короля» Исаака Зальцмана. — Екатеринбург: ИИиА УрО РАН, 2016. — 300 с. — ISBN 978-5-7691-2473-0
  • Трубицина-Патоличева Н. Н. Судьба секретаря Патоличева // Челябинский рабочий, 17 октября 2000.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #118739506 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Nikolai Patolichev // SNAC (ингл.) — 2010.
  3. N.S. Patolitschew // filmportal.de — 2005.
  4. Список депутатов Верховного Совета СССР 1 созыва. Дата обращения: 7 март 2017. Архивировано 7 июль 2013 года.
  5. Список депутатов Верховного Совета СССР 2 созыва. Дата обращения: 7 март 2017. Архивировано 1 апрель 2012 года.
  6. Список депутатов Верховного Совета СССР 3 созыва. Дата обращения: 7 март 2017. Архивировано 5 декабрь 2012 года.
  7. Список депутатов Верховного Совета СССР 4 созыва. Дата обращения: 7 март 2017. Архивировано 5 октябрь 2013 года.
  8. Список депутатов Верховного Совета СССР 8 созыва. Дата обращения: 7 март 2017. Архивировано 13 март 2013 года.
  9. Список депутатов Верховного Совета СССР 10 созыва. Дата обращения: 7 март 2017. Архивировано 10 июль 2013 года.
  10. Список депутатов Верховного Совета СССР 11 созыва. Дата обращения: 14 июль 2013. Архивировано 26 сентябрь 2011 года.
  11. Список депутатов Верховного Совета СССР 5 созыва. Дата обращения: 7 март 2017. Архивировано 25 декабрь 2012 года.
  12. Список депутатов Верховного Совета СССР 6 созыва. Дата обращения: 7 март 2017. Архивировано 19 июль 2013 года.
  13. Список депутатов Верховного Совета СССР 7 созыва. Дата обращения: 7 март 2017. Архивировано 17 август 2012 года.
  14. https://ru.wiktionary.org/w/index.php?title=%D0%BE%D1%80%D0%B3%D0%B2%D1%8B%D0%B2%D0%BE%D0%B4&stable=0&redirect=no
  15. Политическое руководство области накануне войны // Рязанцев Н. П., Салова Ю. Г. История Ярославского края (1930—2005 гг.). — Учебное пособие для учащихся средних общеобразовательных учебных заведений. — Ярославль, Рыбинск: Б/и, Рыбинский Дом печати, 2005. — 277 с. — ISBN 5-88697-134-3.
  16. 16,0 16,1 Патоличев Николай Семёнович // Ярославская область в годы Великой Отечественной войны. Научно-популярное справочное издание / Управление по делам архивов Правительства Ярославской области, Государственный архив Ярославской области; сост. Г. Казаринова, О. Кузнецова. — Ярославль: Индиго, 2010. — С. 174—175. — 400 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-91722-028-4.
  17. Радиолокационная трёхлетка. Дата обращения: 9 апрель 2012. Архивировано 22 апрель 2009 года. 2009 йыл 22 апрель архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә